АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Июнь 2020, 14:11

Тел ҡиммәтен һаҡлау—төп бурысыбыҙ

Сибай педагогия колледжында студенттарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә, тыуған ергә, халыҡ тарихына, милли мәҙәниәткә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү төп маҡсат итеп ҡуйыла. Башҡорт теле йылында уҡыу йортонда телде үҫтереүгә һәм уны һаҡлауға арналған бихисап саралар уҙғарылды.

Быйылғы йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Туған телде һаҡлауға йүнәлтелгән яңылыҡтар республика халҡын һөйөндөрҙө, бигерәк тә был ваҡиғаларҙы тел уҡытыусылары ҙур ҡыуаныс һәм оло яуаплылыҡ менән ҡаршы алды.
Сибай педагогия колледжында студенттарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә, тыуған ергә, халыҡ тарихына, милли мәҙәниәткә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү төп маҡсат итеп ҡуйыла. Башҡорт теле йылында уҡыу йортонда телде үҫтереүгә һәм уны һаҡлауға арналған бихисап саралар уҙғарылды.
Иң мәртәбәле ваҡиғаларҙың береһе— мәктәп бүлегенең бер төркөм уҡытыу-сылары: Г. Д. Харисова, Г.Р. Дәүләтбаева, Г.М. Шакирова, С.Х. Мәмбәтҡолова, Т. И.Кузьмина республика Хөкүмәтенең туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһындағы ҡарары нигеҙендә «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы конкурста ҡатнашып, бер миллиондан ашыу грант яулауға өлгәште. Колледжда дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү бу- йынса «Инеш» үҙәге булдырылды. Проектты тормошҡа ашырғанда, башҡорт халҡының боронғо йолалары, милли байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре йәш быуынға күсәгилешлеген дауам итеү маҡ-сатында сәхнәләштереп күрһәтелде. Урал аръяғы райондарынан тыш, Ырымбур өлкәһендә «Сөмбөлә», Силәбе өлкәһендә «Нардуған» байрамдары үткәрелде, башҡорт телен өйрәтеү дәрестәре, милли кейемдәр, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре буйынса күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Проекттың һөҙөмтәһе булараҡ, грант отҡан уҡытыусылар китаптар һәм методик ҡулланмалар сығарҙы. «Рухи мираҫ» китабында милли байрамдар, халыҡ уйындары һәм йолаларҙың сценарийҙары, фотоһүрәттәр, сығыштар тупланды. «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәрен эшләүҙә башҡорт милли стиле» тип аталған методик ҡулланмала тәжрибәле педагог Гөлдәр Риза ҡыҙының оҙаҡ йылдар тупланған эш тәжрибәһе төп урынды биләне. Шулай уҡ грант аҡсаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты йыһазландырылды.
—Башҡорт теленең бәҫен, абруйын күтәреү, уның бөгөнгөһөн, киләсәген хәс-тәрләү—беҙҙең төп бурысыбыҙ. Юғары категориялы уҡытыусылар Г.Д.Харисова, Г.М.Шакирова дәрестәрҙә яңы инновацион технологиялар ҡулланып, төплө белем биреүгә өлгәшә. Студенттарҙың башҡорт теле буйынса республика кимәлендәге профессиональ белем биреү ойошмалары студенттары араһында үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашып, йыл һайын призлы урындар яулауы—уҡытыусыларҙың эш һөҙөмтәһе,—ти колледж директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов.
Колледж уҡытыусыларын һәм студенттарын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Баш ҡаланың «Башҡортостан» сауҙа комплексы үҙәгендә уҙғарылған Башҡорт теле көнөнә арналған сарала ҡатнашырға саҡырҙы. Бында ла, студенттар һынатманы: «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеү ансамбле һәм «Рух һүнмәһә—ил һүнмәҫ» исемле әҙәби-музыкаль композиция менән сығыш яһап тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы.
Йәш быуынды тәрбиәләү, халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәренә ярашлы, халҡы-быҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары нигеҙендә алып барыла, колледжда фольклор түңәрәге әүҙем эшләй. Мәҫәлән, студенттар менән берлектә уҡытыу-сылар «Бәпес күреү» йолаһын бик уңышлы сәхнәләштерҙе һәм БСТ каналы «Бә-хетнамә» тапшырыуында ҡатнашыу бәхете тейҙе.
21 февраль—Халыҡ-ара туған тел көнөн киң билдәләү колледжда традицияға инде. Быйыл сараға ата-әсәләр йәлеп ителде. «Ғаиләлә туған телдең серҙәрен һаҡлау» тигән ижади конкурста Иҫке Сибай ауылынан Вәлиевтарҙың, Сибай ҡалаһынан Аҡбулатовтар, Власовтар, Курносовтарҙың сығышы ҡыуандырҙы.
Студенттар өсөн Башҡорт теле йылына арналған сараларҙың иң әһәмиәтлеһе—билдәле яҙыусы, талантлы уҡытыусы, халҡыбыҙ киләсәге өсөн янып йәшәгән арҙаҡлы шәхес Мәрйәм Бураҡаева менән осрашыу булғандыр. Осрашыу сараһында буласаҡ уҡытыусыларҙы ул илһөйәр, телһөйәр, рухлы, туған халҡының киләсәген күҙҙалап, киләсәккә бурыстар билдәләп йәшәргә саҡырҙы.
Башҡорт теле уҡытыусылары студенттарҙың ижади һәләтен үҫтереүгә лә иғтибар бирә. Был йәһәттән, милли матбуғат баҫмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. «Йәшлек» гәзите ойошторған Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһы конкурсында информатика бүлегенең 2-се курс студенттары Илүзә Шәрәфетдинова, Яҙгөл Мәхмүтова ҡатнашып, «Халҡым киләсәге» но-минацияһында еңеп сыҡты.
Быйыл мәктәп бүлегенең беренсе курс студенты Акилова Мәҙинә Өфөлә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсында уңышлы сығыш яһаны, ә инде шиғри оҫталыҡ буйынса республика кимәлендәге «Тере һүҙ» конкурсында профессиональ белем биреү ойошмалары студенттары араһында уға етеүсе булманы, Мәҙинә беренсе урын яуланы (етәксеһе Солтанова Г.И.).
Башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтши-наның тыуыуына 115 йыл тулыуы уңайынан яҙыусының әҫәрҙәрен яттан һөйләү конкурсында ҡатнашып, мәктәп бүлегенең икенсе курс студенттары Ғәбитова Гүзәлиә, Яныбаева Миңлегөл, Биишева Диана, Ғәләүетдинова Рәзилә өсөнсө урын яуланы.
Башҡорт теле йылын ҡеүәтләп, быйылғы йылда студенттар туған телдең әһәмиәте тураһында сығарылыш квалификацион ғилми эштәр, курс эштәре башҡара.
Буласаҡ уҡытыусы шәхесен үҫтереүҙә туған телдең роле баһалап бөткөһөҙ икәнен уҡытыусылар яҡшы аңлай. Шуға күрә Сибай педагогия колледжында халыҡ рухы, уның маҡсаты, уй-хыялдары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән тәрән белемле, аныҡ маҡсатлы, һәр яҡтан компетентлы булған буласаҡ уҡытыусы шәхесе формалаштырыу өҫтөндә бик ҙур эш алып барыла. Заман уҡытыусыһы дөйөм кешелек фәне һәм мәҙәниәтен ҡабул итергә әҙер булырға тейеш, ә ундай әҙерлек фәҡәт үҙ телен һәм мәҙәниәтен үҙләштереүе аша ғына булырға мөмкин.
Г.М.Шакирова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: