АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Сентябрь 2019, 09:49

Иҫәпләү ҡоролмалары ла хәҙер “аҡыллы”

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә илебеҙҙә коммуналь ресурстарҙы ҡулланыуҙы иҫәпләү системаһы яйлап автоматлаштырыласаҡ. Бындай ысул шәхси һәм дөйөм йорттарҙың иҫәпләү ҡоролмаларының күрһәткестәрен ысынбарлыҡта теркәргә, ресурстар менән тәьмин итеүҙең сифатын асыҡларға ярҙам итә. #нацпроекты

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә илебеҙҙә коммуналь ресурстарҙы ҡулланыуҙы иҫәпләү системаһы яйлап автоматлаштырыласаҡ. Бындай ысул шәхси һәм дөйөм йорттарҙың иҫәпләү ҡоролмаларының күрһәткестәрен ысынбарлыҡта теркәргә, ресурстар менән тәьмин итеүҙең сифатын асыҡларға ярҙам итә. Белешмәләрҙе дистанцион биреү хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эшен күпкә еңеләйтә. Уларға хәҙер дөйөм йорттарҙың иҫәпләү приборҙарын ҡарайым тип ай һайын йөҙәрләгән подвал һәм подъездарҙы үтергә, йорттарҙа йәшәүселәрҙең белешмәләр тапшырыуын зарығып көтөргә кәрәкмәй. Дөйөм алғанда, коммуналь хеҙмәттәр хаҡын иҫәпләү процедураһы хеҙмәтләндереүселәр, ҡулланыусылар өсөн дә уңайлы.
Сибай ҡалаһының “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең идарасы компанияһы бынан йыл ярым элек йылылыҡ, күп ҡатлы йорттарҙың эҫе һәм һыуыҡ һыу күрһәткестәрен дистанцион алыуға яйлап күсеү буйынса аныҡ эштәр башланы. Башта дөйөм иҫәпләү ҡоролмаларын яңырттылар. Зманса приборҙарға махсус модем ҡуйыла—ҡоролма белешмәләрҙе һанай һәм бөтә мәғлүмәтте база станцияһына ебәрә. Унан инде белешмәләр ойошманың белгестәре эшләгән серверға йүнәлтелә. Был рәүешле белешмәләр генә бирелеп ҡалмай. Һыу торбалары тишелеү, коммуналь ресурстарҙың параметрҙары кәмеү кеүек етешһеҙлектәрҙе асыҡлап, тиҙ арала уның эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам итә. Әйткәндәй, иҫәпләү приборының эшмәкәрлегенә ҡыҫылыу, уны асырға маташыу, магнит ҡуйыу осрағы булһа, система шундуҡ был хаҡта белгертә.
Әлеге көндә “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге”йәмғиәтенә ҡараған йорттарға 134 йылылыҡты һәм эҫе һыуҙы, 48 һыуыҡ һыуҙы дистанцион иҫәпләүсе дөйөм прибор ҡуйылған. Ҡалала йәмғеһе 3 база станцияһы булдырылған, улар модемдарҙан сигнал ҡабул итә. Тиҙҙән тағы бер станция сафҡа инәсәк.
Идарасы компания хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, яңыса иҫәпләү приборҙары ҡуйылғаны бирле эштәре күпкә ябайлаштырылған. Һәр йорттоң иҫәпләү приборҙары буйынса статистика алып барыла, архив белешмәләре базала бер йылға яҡын һаҡлана. Белешмәләр элекке кеүек айына бер тапҡыр түгел, автоматик рәүештә көндә бирелеп бара. Мәғлүмәт алыу өсөн махсус пароль индерелә, шул уҡ ваҡытта хәүеҙһеҙлек кимәле бик юғары, күрһәткестәрҙе үҙгәртеү мөмкин түгел.
2019 йыл аҙағына ҡәҙәр белгестәр күп ҡатлы йорттарға тағы 60 ҡоролма ҡуйырға иҫәп тота. Киләсәктә шәхси иҫәпләү приборҙарын да яңы системаға тоташтырыу күҙаллана. Ул ваҡытта милек хужаларына иҫәпләү приборҙары күрһәткестәрен ай һайын яҙып ебәреү бөтөнләй кәрәкмәйәсәк.
Гөлдәр Ҡадаева.
#нацпроекты