Радий Хәбиров Өфөләге Конгресс-холда Рәсәй төбәктәренең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашыуҙа урындарҙа башҡорт телен уҡытыуҙың мәсьәләләрен күтәрҙе. Әлеге көндә Силәбе өлкәһендә — 32, Ырымбур өлкәһендә — 12, Ҡурған өлкәһендә өс мәктәптә башҡорт теле уҡытыла.
--Башҡортостан--һеҙҙең тыуған йортоғоҙ, башҡорт милләтен үҫтереү өсөн яуаплы булған Рәсәй Федерацияһы субъекты. Милләттәштәребеҙ, Рәсәй төбәктәренең йәмәғәт ойошмалары менән эште яңы кимәлгә күтәрергә кәрәк, беҙ уға яңы энергия һәм яңы мөмкинлектәр бирергә теләйбеҙ. Йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген финанслауҙы арттырыуҙан башланыҡ. Башҡорттарҙы берләштереү өсөн Рәсәй субъекттарында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәренең эшен әүҙемләштереү зарур,--тип белдерҙе Радий Хәбиров.--Башҡортостан сит төбәктәрҙә башҡорт милләтен үҫтереү өсөн дә яуаплы.
Был тәңгәлдә төбәктә дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранты ҙур ярҙам. Быйыл, мәҫәлән, шундай ярҙамға Сибай интернат-гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханованың “Өләсәйем һандығы” йыйынтығы эйә булды. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә сыҡҡан милли байрамдар, йолалар, төрлө саралар, кисәләр үткәреү өсөн сценарийҙар, йырҙар (һүҙҙәре, ноталары, дискта балалар башҡарыуында йыр өлгөләре) музыка уҡытыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте уҡытыусыларына, тәрбиәселәргә, ата-әсәләргә тәғәйенләнгән методик әсбап-ҡулланмаһы Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренә, Татарстан Республикаһында йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙ белем алған мәктәптәргә ебәреләсәк.
--1994 йылда ”Өләсәйем һандығы” сценарийы менән Сибайҙа уҙған фольклор конкурсында гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән Гран-при яуланыҡ. Аҙаҡ сценарийҙы “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы баҫып сығарҙы, ти Әлниса Рәхимйән ҡыҙы.--2008 йылда йолалар, байрамдар өсөн сценарийҙар тупланған “Өләсәйем һандығы” З.Биишева исемендәге китап нәшриәтендә донъя күрҙе. Тулыландырып баҫтырыу хаҡында уйлана инем, хыялым тормошҡа ашты.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге менән берлектә эш алып барылған. Китапҡа ингән һәм дисктағы йырҙарҙың һүҙҙәре барыһы ла авторҙыҡы. Уларға көйҙәрҙе Р.Туйсин, Г.Баянова, Ю.Үҙәнбаев , Ә.Зиннурова, Ә.Балхина,З.Кинйәбулатова яҙған.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, С.Ғәлин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан һәм Рәсәй журналистары союзы ағзаһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова-Алдырханованың башҡа уңыштары ла етерлек. Ул Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары грантына лайыҡ шәхес.
Быйыл тағы ла уның “Ирәндектең аҫыл таштары”, “Йырлы ғүмер-нурлы ғүмер”, “Атайсалдың ҡыйғыр бөркөтө” китаптары донъя күрҙе.