Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Октябрь , 11:40

Йәш көстәр өҫтәлде

Сибай концерт-театр берекмәһе 31-се ижад миҙгелен СССР һәм Рәсәй композиторы, 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы һәм 2010 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы,, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рим Хәсәновтың үлемһеҙ йырҙары менән асты. -Балаговар районының Языково ауылында тыуған Рим Мәхмүт улының Сибайға ни ҡыҫылышы бар һуң?—тип һорар күптәр.Мин Сибай, Баймаҡ яҡтарының тәбиғәтен, халҡын яратам. Бер йылы тыусылар төйәгенә концерт менән килгәндә Сибай тамашасыһы миңә айырым ҡунаҡсыллыҡ һәм һөйөүен күрһәтте. Шунда һеҙгә арнап берәй әҫәр ижад итергә вәғәҙә бирҙем һәм һүҙемдә торҙом--“Сибай” симфоник поэмаһын яҙҙым,--тине концерт мәлендә тамашасылар менән видеобәйләнешкә сыҡҡан Рим Хәсәнов.

Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде

1993 йылда республикала суверенитет емеше булараҡ Урал аръяғының мәҙәни үҙәге булған Сибай ҡалаһында филармония һәм “Сулпан” балалар театры асыла. Ул ваҡытта икеһе ике башҡа мәҙәниәт учреждение булып эш башлаһа, тиҫтә йылдан ашыу инде бер берекмәгә әүерелеп, бер ҡыйыҡ аҫтында төбәктә сәнғәтте, рухиәтте, туған телде, милләтте үҫтереүгә хеҙмәт итә. 2021 йыл октябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе өр-яңы, мөһәбәт биналы булды.”Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, мәҙәни ҡомартҡы булараҡ төҙөлгән мәҙәниәт усағы яңы 31-се ижад миҙгелен СССР һәм Рәсәй композиторы, 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы һәм 2010 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы,, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рим Хәсәновтың үлемһеҙ йырҙары менән асты.

-Балаговар районының Языково ауылында тыуған Рим Мәхмүт улының Сибайға ни ҡыҫылышы бар һуң?—тип һорар күптәр.Мин Сибай, Баймаҡ яҡтарының тәбиғәтен, халҡын яратам. Бер йылы тыусылар төйәгенә концерт менән килгәндә Сибай тамашасыһы миңә айырым ҡунаҡсыллыҡ һәм һөйөүен күрһәтте. Шунда һеҙгә арнап берәй әҫәр ижад итергә вәғәҙә бирҙем һәм һүҙемдә торҙом--“Сибай” симфоник поэмаһын яҙҙым,--тине концерт мәлендә тамашасылар менән видеобәйләнешкә сыҡҡан Рим Хәсәнов.

Иҫ киткес матур йырҙар, романстар, симфоник әҫәрҙәр яңғыраған сараның режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре яҡташыбыҙ Рита Өмөтбаева әйтеүенсә, маэстроның йырҙарын атай-әсәйҙәребеҙ йырланы. -Уларҙан беҙ отоп алдыҡ. Хәҙер был үлемһеҙ йырҙарҙы йәштәргә, балаларға өйрәтергә тейешбеҙ. Күсәгилешлек дауам итһен, йырҙар сылбыры өҙөлмәһен, тип тырыштым,--тине Рита Ришат ҡыҙы.

Концертта Башҡортостандың халыҡ артисы Раушан Ниязғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Хәсәнов, Ғаяз Ғәйетбаев, республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаттары Сөмбөл Моратова, Зәбирә Әминева, Айгөл Әсәҙуллина, Фаил Йортбаҡов, Йәғәфәр Нәҙершин, йәш вокалистар Зәриә Рысмөхәмәтова, Алина Вәхитова Рим Хәсәновтың киң билдәле йырҙарын йөрәктәргә үтеп инерлек итеп башҡарҙы. Артистарҙың тере тауыштары менән Румил Ярасбаев етәкселегендәге оркестр оҙатыуында йырлауы бигерәк тә маҡтаулы. Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Далхиндың гитарала мэтрҙың иҫ киткес шәп көйҙәрен уйнауы былай ҙа сағыу тамашаға айырым биҙәк өҫтәне.

Йәш көстәр өҫтәлде

31-се ижад миҙгелен асыр алдынан Сибай концерт-театр берекмәһендә бер төркөм һәләтле йәштәр эш башланы. Мира Харрасова коллективҡа быйыл ҡыш уҡ ҡушылды. Мира—Сибай ҡыҙы. Бәләкәй генә сағынан Балалар сәнғәт мәктәбендә вокал менән шөғөлләнгән. 16 йәшендә “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара йыр бәйгеһендә балалар араһында гран-приға өлгәшкән. Бынан тыш Мира республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге “Эстрада йыры”, “Классик вокал”, ҡалала үткәрелгән “Голос” шоу-проекты номинацияларында еңеү яулаған.

Тырыш ҡыҙ халыҡ йырҙарын да, классик музыканы ла, эстрада-джаз композициларын да, Франц Шуберттың “Аве Мария” кеүек ҡатмарлы әҫәрен дә башҡара ала. Тауышының тембры шул тиклем юғары, таҙа, гәлсәр кеүек яңғырауыҡлы, шул уҡ ваҡытта йылы һәм яғымлы.

Әбйәлил егете Йәмил Ғайсин быйыл Сибай сәнғәт колледжын тамамлаған. Йәмил студент сағында уҡ Сибай филармонияһында эшләгән. Былтыр ул

Асҡар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте Академияһы проектында ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡараған. Йәмил Ғайсин республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәрҙәге йыр бәйгеләре лауреты. Ҡалала уҙғарылған “Голос” шоу-проекты номинацияһында еңеү яулаған. Йырсы башҡортса ла, русса ла, сит телдәрҙә лә йырҙар башҡара. Академик, эстрада, халыҡ йырҙарын да бер тигеҙ оҫта йырлай.

Вокалдан тыш Йәмил гитарала һәм фортепианола уйнай, мәҙәни сараларҙы алып барыусы нәфис һүҙ оҫтаһы ла. Буш ваҡыттарында спорт менән шөғөлләнә.

Тағы бер сағыу тауышлы йырсы Яна Ильясова. Сибай ҡыҙы Яна Рәмил ҡыҙы бала бағыу буйынса декрет ялында булыуға ҡарамаҫтан, миҙгелде асыу концертынан тыш, 1 октябрь--Халыҡ-ара музыка көнөндә шәхси концерт ҡуйырға ла ваҡыт тапты. Яна тәүге тапҡыр ҡаланың үҙәк майҙанындағы сәхнәлә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе булған саҡта сығыш яһай. Шунда ул үҙенә һоҡланып ҡараған тамашасыларҙың ҡарашын тоя һәм йырсы булырға ҡарар итә. Артабан Балалар музыка мәктәбенә бара. Ҡыҙ тәүге тапҡыр ошонда донъя классикаһы менән таныша. Сәнғәткә һөйөүе ата-әсәһенән килә: атаһы Рәмил Ильясов заманында “Гөлдәр” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә бейей. Әсәһе бик матур йырлай, тауыш унан күскән тип иҫәпләй йырсы. Яна бәләкәй сағынан бейеү менән дә шөғөлләнә. Силәбелә Чайковский исемендәге Көньяҡ Урал институтын тамамлаған. Магнитогорск, Силәбе ҡалаларының опера һәм балет театрында эшләп тәжрибә тупларға ла өлгөргән. Күңеле тыуған яғына тартылғас, ҡыҙ Сибайға ҡайтырға ҡарар иткән. Һәм дөрөҫ эшләгән: Яна Сибай филармонияһында опера сәнғәте өлгөһөн булдырып, донъя классикаһы әҫәрҙәрен яңғырата. Йырсы башҡортса, татарса, русса, сит телдәрҙә ария һәм романстар башҡара.

Тағы бер көслө тауышлы артист-вокалист Азамат Әхмәтханов. Ул 1998 йылда Учалы ҡалаһында тыуған. Учалыла С.Низаметдино исемендәге сәнғәт колледжын тамамлағас, Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институтында юғары белем алған. -Ике уҡыу йортонда ла игеҙәгем Азат Әхмәтханов менән бергә уҡыныҡ,--ти йырсы.Институтта уҡығанда уҡ егеттәр Учалы филармонияһында эшләп тә йөрөй. Игеҙәктәрҙең икеһенең дә тауышы сағыу. Улар бергә Өфөлә лә, башҡа ҡалалар сәхнәһендә лә сығыш яһаған. -Әлеге ваҡытта Азат Санкт-Петербурга шәхси мәктәптә балалар уҡыта. Ә мин әлегә Башҡортостанда ҡалып, карьера эшләргә булдым,--ти Азамат.

Сибай тамашасылары миҙгел асыу тамашаһында ла, Яна Ильясованың концертында ла Азамат Әхмәтхановтың йырҙарын шул тиклем оҡшатып, бик йылы ҡабул итте. Опера һәм романстар башҡарған егет Сибай филармонияһы өсөн шулай уҡ оло табыш.

-Йырсыларҙан тыш, оркестрға артистар алдыҡ. Быйыл Сибай сәнғәт колледжын тамалаған Ева Ҡоҙаҡаева саксофонда, Гөлнәзирә Сәфәрғәлиева кларнетта, Гөлбикә Имелбаева флейтала, Денис Фәтхуллин тубала уйнай. “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә Вилена Аралбаева һәм Ришат Сөләймәновтарҙың ғаилә пары ҡушылды. Шулай уҡ Йәнзилә Латипова исемле бейеүсе килде. “Сулпан” балалар театрында Эльвира Мөхәмәтшина актриса булып эш башланы. Юлиә Бәхтиева нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ, мәҙәни сараларҙы алып барасаҡ,--тип яңылыҡтары менән таныштырҙы Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Кәлимуллин.

Ижади коллективҡа яңы миҙгелдә тик уңыштар, яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ!

Гөлдәр Ҡадаева.

Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: