Яңы миҙгелде мәҙәниәт усағы ҙур уңыштар, ижади күтәренкелек менән ҡаршылай. Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Мөнир улы Кәлимуллин белдереүенсә, 30-сы ижад миҙгелендә мәҙәниәт усағы дәүләт заданиеһын тулыһынса үтәгән: тамашасылар хөкөмөнә бер нисә өр-яңы концерт, спектаклдәр сығарылған.
Былтыр ижади миҙгелде асҡан Ҙур концертты баш ҡала тамашасыһына ла күрһәтеүгә өлгәшкәндәр. Профессиональ сәхнәлә 20 йыл сығыш яһаған Зәбирә Әминеваның “Мин ғүмерҙе көйгә һалдым” яңғыҙ концертын Сибай ғына түгел, Урал аръяғы райондары ҡала һәм ауылдары халҡы бик йылы ҡабул итте. Филармонияның моңло һандуғасы, популяр йырсы Айгөл Әсәҙуллина “Тормош. Бәхет. Һынауҙар һәм мин” концерты менән октябрь айында тыуған яғы Әбйәлил районының Асҡар ауылында, Өфөлә сығыш яһаясаҡ.
Оркестр артистары—скрипкасы Анастасия Илһамова менән ҡурайсы Айнур Әминевтың да «Илһам» тип аталған концерты моңға сарсаған күңелдәрҙе имләне, йәшәүгә өс-дәрт, илһам өҫтәне. Миҙгел дауамында артист-вокалистар бер-нисә төркөмгә бүленеп, «Халҡымдың хазинаһы», «Һөйгәндәр генә сибәр», «Рух усағы тере халҡымдың», «Еңеү өсөн рәхмәт, олатай!» һәм башҡа тематик концерттар менән тотош республика буйлап гастролдәрҙә йөрөнө.
Йыл башынан берекмә «Халыҡ филармонияһы» проектын тормошҡа ашыра башланы. Сараны «Ынйыҡай дуҫтарын йыя» художестволы үҙешмәкәр фестиваль асып ебәрһә, йыл дауамында үҙешмәкәр артистар һәм коллективтар менән берлектә социаль-мәҙәни саралар ойошторолдо.
Ижади миҙгелде «Серле мираҫ» мюзиклы менән тамамлау бигерәк тә отошло булды. Заманса эшкәртелеүгә ҡоролған фәлсәфәүи, мөғжизәле һәм йырлы-моңло премьера берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Хан улына серле мираҫ—мәңгелек байлыҡ ҡалдыра. Улы байлыҡты тауҙарҙа, урман-ҡырҙарҙа, һыуҙарҙа эҙләй. Ер-һыуҙарҙың алтын-көмөшө, ер аҫты ятҡылыҡтары, файҙалы ҡаҙылмалары, урман-ҡырҙары, кейек-ҡоштары бөтмәй торған мөлкәт икән, тип уйлай. Әммә тәбиғәт уға был байлыҡтарҙың әҙәмдәр тарафынан вәхшиҙәрсә таланыуын, тәләфләнеүен һөйләй. «Ҡәҙерләй белмәгәндә, беҙ мәңгелек түгел»,—ти улар. Бына ошо хәүефле оранды халыҡҡа еткереү, ишеттереү—мюзиклдың төп маҡсаты. Һәм, әлбиттә, иң төп тема—мөхәббәт. Яратыу, һөйөү хисе йәш йөрәктәрҙе төрлө быуаттар, ваҡыт һәм заманалар аша ла табыштырыуға һәләтле. Уларҙы бер-береһенә ата-бабаларҙан ҡалған милли мираҫ булыр ҡан хәтере тарта. Мюзиклды Өфө ҡалаһы, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылы тамашасылары ла юғары баһаланы.
Берекмәнең «Сулпан» балалар театры ла 30-се ижади миҙгелдә 3 премьера—Наил Ғәйетбаевтың «Ике һайыҫҡан», Мөҙәрис Багаевтың «Өс бер туған, кинйәләре Иштуған», Дональд Биссеттың «Все кувырком или забытый день рождения» пьесаһын сығарған. Яңы 31 миҙгелде асып, Александр Тюждың «Марсҡа ҡәҙәр бер билет» спектаклдәрен тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡуйҙылар. Драма әҫәрҙәренең барыһы ла кескәй тамашасыларҙың, үҫмерҙәрҙең күңеленә хуш килде.
Артистар быйыл да Санкт-Петербург, Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Коми республикаһында үткән һабантуйҙарҙа ла халҡыбыҙҙың матур йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтә алған. Шулай уҡ Мәскәү ВДНХ-һында көҙҙән алып йәйгә ҡәҙәр дауам иткән «Рәсәй» Халыҡ-ара күргәҙмә-форумында бер нисә тапҡыр республика мәҙәниәтен сағылдырыуҙа ҡатнашты. Сибай концерт-театр берекмәһе бөтә эшмәкәрлеген "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы алып бара.
Ижади сараларҙан тыш, берекмә етәкселеге мәҙәниәт усағының матди-техник базаһын нығытыу өҫтөндә ныҡлы эшләй. Уҙған миҙгелдә күп кенә музыкаль инструменттар, ҡорамалдар һатып алынған, сәхнә кейемдәре тектерелгән. Тағы шуныһы: күп кенә артистар юғары исемдәр алыуға өлгәшкән. Филармонияла 30 йылға яҡын эшләгән Раушан Ниязғолов Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемде алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр—Данир Хәмзин, Фларид Бирғәлин, Әлфир Заманов, Радик Далхин, Илнур Сәфәров, директорҙың концерт буйынса урынбаҫары Ильяс Сафин алды.
Әйткәндәй, етәкселек мобилизацияға эләккән коллегаларына матди яҡтан да, рухи яҡтан да ныҡлы ярҙам күрһәтә. Күптән түгел, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Данир Хәмзин аша дрон, дронға ҡаршы ҡоролма һатып алып биреп ебәргәндәр. Хәрби йөкләмәлерҙе үтәгәндә яугирҙәргә улар ныҡ кәрәк. Маскировака селтәрен үреүҙә лә артистар һәм хеҙмәткәрҙәр әүҙемлек күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа күрә, быйыл тағы бер бейеүсе—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Ханов яуҙа батырҙарса һәләк булды.
Яңы миҙгелде асыу менән бер рәттән артистар гастролдәрен дә дауам итә. Башҡортостандың халыҡ артисы Раушан Ниязғолов етәкләгән тик ир-егеттәрҙән торған төркөм «Рух усағы тере халҡымдың» концерты менән әлеге ваҡытта Белорет районында гастролдә йөрөй. Йырсы Алина Вәхитова коллегалары менән тыуған яғы—Ишембай районы буйлап «Һөйгәндәр генә сибәр» программаһы менән юлға сығырға тора. Улар 30 сентябрҙә—Түбәнге Әрмәт, 1 октябрҙә—Һайран мәҙәниәт йортонда, 2-һе—Көҙәндә, 3 октябрҙә Алинаның тыуған ауылы Ғүмәрҙә сығыш яһаясаҡ.
Гөлдәр Ҡадаева.