Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры 31-се ижад миҙгелен өр-яңы «Марсҡа ҡәҙәр бер билет» спектакле менән асты. Ғаилә йылында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булған Ырымбур драматургы Александр Тюждың был пьесаһын сәхнәгә яҡташ режиссер Нәркәс Искәндәрова ҡуйҙы. Башлыса Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан килгән ижади төркөм-- композитор Григорий Кручинин, рәссам-ҡуйыусы Алексей Балашов, костюмдар буйынса рәссам Елена Ермакова, хореограф Алена Олефиренко ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик эстәлекле премьера әҙерләне. Әйткәндәй, пьеса "Мәҙәниәт" милли проекты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» программаһына ярашлы «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» һәм «Театр--балаларға» проекттары сиктәрендә ҡуйылды.
...Әҫәрҙең төп геройы Лешик—13 йәшлек үҫмер. 6 йыл элек атаһы космосҡа задание үтәргә осҡан ваҡытта юғалған. Ҡәҙерлеһен һағынған малай 10 йәшенән фрилансер булып өйҙә компьютер артында ултырып аҡса эшләй башлай. Сөнки уның Марсҡа осоп барып, юғалған атаһын эҙләп алып ҡайтыу теләге көслө.
Әммә әсәһе янында икенсе ир урала башлай һәм уға кейәүгә сығырға тәҡдим дә яһай. Ә бит Лешик был хәлгә әҙер түгел, ул бит атаһын көтә. Үгәй атай булырға теләгән Вадзим малайҙың күңелен яулау өсөн төрлө юлдар эҙләй, тик Лешиктың уға ҡарағыһы ла килмәй. Атта ул өләсәһенә йәшәргә китә. Ул мәктәптән ҡайта ла аҡса эшләргә ултыра, Марсҡа осорға хыяллана...
-Аҙмы ни беҙҙең заманда атаһы космосҡа китеп юғалған балалар? Атаһы ташлап киткән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың күбеһенә әсәйҙәре ошо хаҡиҡәтте тылҡый: атайың космонавт, летчик ине. Ә улары ышана һәм ҡәҙерле кешеһен көтә. Әсәһе янында икенсе ир-ат барлыҡҡа килеүен ҡабул итмәй, уның үү тормошо, үҙ хыялы,--ти Мәскәүҙән килеүсе режиссер Нәркәс Искәндәрова.-Был әҫәрҙе өс быуындың: өләсәй, әсәй, малайҙың үҙ-ара аралашыуы тип атар инем. Ғаилә менән килеп ҡараусыларҙың һәр ҡайһыһы үҙ һорауҙарына яуап таба аласаҡ.
Нәркәс Вәғиз ҡыҙы «Сулпан» балалар театры менән 20 йыл дауамында хеҙмәттәшлек итә. Ошо арауыҡта 5 постановка ҡуйыуға өлгәшкән. Ижади төркөмө—рәссам, композиторҙар менән кино һәм театр өлкәһендә күптән бергә эшләйҙәр. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлағанлыҡтан, ижади эштәре сағыу, шәп килеп сыға. Нәркәс Вәғиз ҡыҙы спектаклдә ролдәрҙе башҡарыусы Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлназ Исламғолова, Рәмзиә Сөнәғәтова, Фәһим Сөнәғәтов, актерҙар Альбина Байназарова, Морат Амантаев, Ишморат Моартов, Зәлиә Ғәлиәхмәтова, Илгизә Зәйнуллина, Эльвира Мөхәмәтшина менән эшләүе үҙе бер кинәнес булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Кәлимуллинға, «Сулпан» балалар театрының художество еткәсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Зәйнуллинға ижади мөхит тыуҙырғаны өсөн ҙур рәхмәт тә белдерҙе.
...Лешиктың хыялы тормошҡа ашамы һуң?—тип һорарһығыҙ. Әлбиттә. Атайлы була. Марсҡа билет алырға тип йыйған аҡсаһын Вадзимдан аҡса таптырып ҡыйнаған ҡәбәхәттәрғә биреп, үгәй атаһын ҡотҡара. -Тик осоп ҡына китмәгеҙ, әсәйем йылмая икән, тимәк, мин бәхетле,--ти ул пьеса һуңында.
-Үҫмер ролен уйнау еңелдән булманы. Шулай ҙа тырыштым, үҙемдең малай саҡты иҫкә төшөрөргә тура килде. Урамда 13 йәшлектәрҙең үҙҙәрен тотошон ҡарап йөрөнөм. Үҫмерҙәр телен үҙләштерҙем,--ти төп ролде--Лешикты уйнаусы артист Юлдаш Юлдыбаев.-Беҙҙең театр репертуарында бәләкәстәр, өлкәндәр өсөн пьесалар күп, ә бына үҫмерҙәр тормошон сағылдырған спектакль юҡ ине. Хәҙер бар, шуныһы ҡыуаныслы. Балалар, үҫмерҙәр премьераны оҡшатты, ҡабул итте. Шуныһы мөһим.
Яҡын кешеңде юғалтыуҙан ҡайғырыуҙан арынып, артабан йәшәү өсөн көс табыу кәрәклеген төшөндөргән был әҫәрҙе мотлаҡ барып ҡарағыҙ.
Гөлдәр Ҡадаева.