АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Август , 15:00

Беҙҙең йәшлек кинолары

Донъялар рәтләнә биргәс, мәсеттең манараһын ҡолатып, иҙәнен алыштырып, клуб эшләнеләр. Ауылда тормош та йәнләнде. Бәләкәй генә булһа ла китапхана астылар. Концерт, спектаклдәр ҡуя башланылар. Кино күрһәтеү эше лә яйға һалынды – кинолар беҙгә йышыраҡ килтерелә башланы. Беҙ ҙә ҙурая төштөк. Күрше ауылға йөрөп уҡыйбыҙ. Киноны үҙебеҙҙә лә, Аҡсурала ла ҡарайбыҙ. Йомортҡа ташыуҙы «оноттоҡ», биш тин түләп инәбеҙ. ( Хәҙер аптырайым: ул йомортҡаларҙы нимә эшләттеләр икән: ауылдан-ауылға йөрөп, юлдан ҡайтмаған кино күрһәтеүселәр үҙҙәре бешереп ашанымы, әллә магазинға тапшырып, аҡсаға алыштырҙылармы икән?). Шунан, кинонан сыҡҡас, күмәкләшеп йыйылышып алып, тәмләп-тәмләп тикшерәбеҙ. Бәләкәсерәктәрҙе лә «буш» ҡалдырмайбыҙ, кино нәмә тураһында тип, теңкәләренә тейәбеҙ. Элек бөтә киноларҙа ла, хатта берәй һөнәр кешеләренә арналған, пропагандаға ҡоролған фильмдарҙа ла мотлаҡ берәй мөхәббәт сағылыр ине. ( Шуғамы икән, мин боронғо фильмдарҙы хәҙер ҙә үлеп яратам). Тегеләр ояла, әйтергә уңайһыҙлана: «Бер ағай менән бер апай тураһында», - тигән була.

Беҙҙең йәшлек кинолары
Беҙҙең йәшлек кинолары

Августа Рәсәй киноһы көнө билдәләнә

Беҙҙең  йәшлек  кинолары

-Кино килде!

-Ысынмы? Нимә тигән?

-Һуғыш тураһында...

-Һәйбәт микән?

-Белмәйем. Ҡарағас белербеҙ.

Беҙҙең бала саҡтың һирәк булған иң бәхетле минуттарын сағылдырған, шуға ла хәтергә юйылмаҫлыҡ булып һеңеп ҡалған, иҫ киткес ҡыуаныслы бер мәле ине былар.Эй, ярата инек кино ҡарарға ! Йәшенеп инеп, ололар ултырған эскәмйә аҫтына боҫоп ятып йәки урамдан ярыҡ тәҙрә аша булһа ла ҡарар өсөн бөтә «байлығыбыҙҙы»бирергә риза инек.

Уйҙарым кино сәнғәтенә килеп төртөлһә, гел бер ваҡиға иҫкә төшә.

Сәмиғулла олатай Аблаевтың улы Салауат менән Олотауҙан саңғыла шыуып йөрөйбөҙ. Ауылдағы иң бейек тауҙың өстән бер өлөшөнә тигәндәй менәбеҙ ҙә мәктәп менән Салауаттарҙың өйө араһынан, картуфлыҡ эсенән Ҡурҡыс шишмәһенә һыуға барыр өсөн ҡалдырылған тыҡрыҡ буйлап Һаҡмар ярына барып еткәнсә «осоп»төшәбеҙ.

«Осоп»тигәнем шул: был ерҙе беҙ каток кеүек итеп ялтыратып бөткәнбеҙ. Тауға менеп, таяҡтарыбыҙҙы күтәреүебеҙ була, саңғылар, ярһыу ат һымаҡ, үҙҙәре үк аҫҡа ташлана. Күҙҙән һалҡын йәш атылып сыға, бер нимә күренмәй. Иҫкә килгәндә, һин инде Һаҡмар ярында тораһың. ( Хәҙер шул мажараларҙы иҫкә төшөрһәм, йөрәк «жыу» итеп ҡала. «Осоп»барғанда яңылыш картуфлыҡты кәртәләгән уҫаҡ һайғауҙар араһына барып инһәң, тәнең түгел, йәнең дә имен ҡалмай бит инде!).

Тауҙан шыуып төшөп, кире менеп барабыҙ. Алдыбыҙҙан ауыр санаһын саҡ һөйрәп егеүле ат үтеп китте. Сәмиғулла олатайҙарға боролманы, йырынды сығып, Балдый итәгенә ҡалҡа биреп ултырған мәктәпкә тамам ыңғайланы. «Мәктәптә нимә ҡарай икән?»- тип уйлап та өлгөрмәнем, Салауат:

-Ур-ра, кино килде !- тип ҡысҡырып та ебәрҙе.

-Нимә тигән кино икән? Киттек, бушатышайыҡ.

Ярты сананы биләп ултырған иҫ киткес ауыр дизель-генераторҙы төшөрөшөп, кеше аяғы баҫмаған ҡалын ҡарҙы көрәп, тигеҙләп ултыртышып, башҡа кәрәк-яраҡтарын мәктәпкә ташышҡанса арыу ғына ваҡыт үтеп тә китте. Ә беҙ һаман киноның исемен асыҡлай алмайбыҙ. Күптә-ә-ән һорашыр инек, кино ҡуйыусы ағай урыҫ булып сыҡты. Мәктәптә урыҫ телен өйрәнәбеҙ ҙә ул. Һөйләшеп булмай ҙа ҡуя. Әйтерһең телде ауыҙ эсендә тимерсыбыҡ менән тартып бәйләп ҡуйғандар.

-Билет күпме тора икән?-тип һорайым Салауаттан.

-Белмәйем. Әйҙә һорашайыҡ.

-Нисегерәк әле...сколько...сколько... Ә«хаҡ»урыҫса нисек була?

-Сена...шикелле,- ти Салауат.

 Ул беләлер, минән бер класҡа юғарыраҡ уҡый бит. Яҡшы ла өлгәшә. Шулай ҙа мине һаман нимәлер борсой.«Сена...сена...таныш һүҙ кеүек.Ысын шулай микән?»

-Ҡайҙан белдең?

-Һуң, дәфтәр тышына «Сена  2 коп» тип яҙып ҡуйғандар ҙа баһа...

Ысындан да. Үәт баш Салауатта! Нишләп быға тиклем үҙемдең башҡа инмәгән икән?

Урыҫ ағайҙан «допрос»ала алманыҡ. Беҙ үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы сит телгә әйләндергәнсе, киномеханик ағай ике ҙур ҡағыҙ тотоп килеп тә сыҡты:

-Мә, егеттәр, афиша. Береһен – иҫке клубығыҙға, икенсеһен магазин ишегенә йәбештерегеҙ. Бында бөтәһе лә – исемелә, ваҡыты ла, хаҡы ла яҙылған.

Аралбайҙа клуб булды ул.Ауыл бөтһә лә, үҙен ташлап күсеп киткән кешеләргә рәнйеп, һаман да ултыра. Аралбайға төшкән һайын ( ауыл Һаҡмар үҙәнендә, тәрән соҡор эсендә ултыра, шуға күрә беҙ унда «бармайбыҙ», ә «төшәбеҙ» ) ситкәрәк китеп, ишеген асып инергә ҡыймай, оҙаҡ итеп ҡарап торам. Тыныс ҡына ҡарап тороп булмай шул ауылымдан ҡалған берҙән-бер иҫтәлеккә. Күҙҙән йәш бөртөктәре бәрә лә сыға. Танау төбө лә емшей. Балаларын үҫтереп, ситкә осороп, ҡартайып, хәле бөткән көндә яңғыҙ ҡалған ҡарт инәйгә оҡшатып ҡуям мин уны... Таяғын тотҡан дә яңғыҙ үҙе өй нигеҙенә ҡыҙынырға сыҡҡан... Бына-бына ҡытыршыланып ҡатҡан ҡулын һүнеп барған күҙҙәре өҫтөнә ҡуйыр ҙа көсһөҙ тауышы менән:

-Улым, һин кемдең малайы булаһың әле? – тип һорар кеүек... Түҙер хәл юҡ.

Ҡарағастан ыҡсым итеп һалынған ошо мәсеттә беҙ бала саҡта орлоҡ һаҡланылар. Киноны ауыл осонда Балдый тауы итәгенә менә биреп ҡунаҡлаған мәктәптә күрһәтә торғайнылар. Ҡояшта ҡап-ҡара булып «көйөп»ултырған ҡалай ҡыйыҡлы был ҡарағас өй ҙә мөъәзин олатайҙыҡы булған. Себергә һөрөлөп, күрмәгәнен күреп, аслығын да, ҡайғыһын да «ғарҡ»иткәнсә татып, тыуған ауылына ҡайтып йығылған олатай, бер нәмәгә лә дәғүә белдермәйенсә, икенсе өйҙә тыныс ҡына әбейе менән йәшәне лә ятты. Күбебеҙ уның исемен дә белмәне. «Мөъәзин олатай»- щуның менән бөттө-китте. Ә уның йорто, ауылдың күрке булып, ярты быуаттан ашыу туған халҡына хеҙмәт итте әле. Шунда белем алдыҡ, уйынға йөрөнөк, кино ҡараныҡ. Хәҙер ул да, ауыл бөткәс, башҡалар менән бергә Сиҙергә ( Сидоровкаға) «күсеп китте».Шулай ҙа ул, беҙҙең мәктәп, ауылдаштарына бик үпкәләмәйҙер, тием. Уны бит ауылдаштары, мәсет кеүек, яңғыҙын ташлап ҡасманы, үҙҙәре менән алып китте...

Мәктәп ыҡсым ғына ине. Ике генә бүлмә. Кино килһә, парталарҙы тышҡа - коридорға сығарып торабыҙ. Кино ҡарарға кешеләр үҙ бүкәнен тотоп йөрөнө. Ул бүлмәгә нисә генә кеше һыйҙы икән? Бер сеанста 20-30 кеше ҡарай алдымы икән? Иҫләмәйем.

Бер ҡыҙыҡ хәл иҫтә ҡалған. Шулай, мәктәптә кино ҡарап ултырабыҙ. Бер ваҡыт, иң ҡыҙыҡ урынында, кинопроекторыбыҙ һүнде лә ҡуйҙы. Тыштан дизель тауышы ишетелә. Тимәк, яғыулығы бөтмәгән. Нимә булды икән һуң?  Тәүҙә киномеханик, уның артынан беҙ, малайҙар, дөбөр-шатыр йүгереп сыҡһаҡ, дизелебеҙ эшләп ултырған көйө, кабелдәрен йылан итеп һөйрәп, мәктәптән тау аҫтына «йырлап» төшөп бара. Анауынса малай ҡыуып етмәй буламы ни?!

Донъялар рәтләнә биргәс, мәсеттең манараһын ҡолатып, иҙәнен алыштырып, клуб эшләнеләр. Ауылда тормош та йәнләнде. Бәләкәй генә булһа ла китапхана астылар. Концерт, спектаклдәр ҡуя башланылар. Кино күрһәтеү эше лә яйға һалынды – кинолар беҙгә йышыраҡ килтерелә башланы. Беҙ ҙә ҙурая төштөк. Күрше ауылға йөрөп уҡыйбыҙ. Киноны үҙебеҙҙә лә, Аҡсурала ла ҡарайбыҙ. Йомортҡа ташыуҙы «оноттоҡ», биш тин түләп инәбеҙ. ( Хәҙер аптырайым: ул йомортҡаларҙы нимә эшләттеләр икән: ауылдан-ауылға йөрөп, юлдан ҡайтмаған кино күрһәтеүселәр үҙҙәре бешереп ашанымы, әллә магазинға тапшырып, аҡсаға алыштырҙылармы икән?). Шунан, кинонан сыҡҡас, күмәкләшеп йыйылышып алып, тәмләп-тәмләп тикшерәбеҙ. Бәләкәсерәктәрҙе лә «буш» ҡалдырмайбыҙ, кино нәмә тураһында тип, теңкәләренә тейәбеҙ. Элек бөтә киноларҙа ла, хатта берәй һөнәр кешеләренә арналған, пропагандаға ҡоролған фильмдарҙа ла мотлаҡ берәй мөхәббәт сағылыр ине. ( Шуғамы икән, мин боронғо фильмдарҙы хәҙер ҙә үлеп яратам). Тегеләр ояла, әйтергә уңайһыҙлана: «Бер ағай менән бер апай тураһында», - тигән була.

Аралбай тәрән соҡор эсендә урынлашҡан, тип әйтеп үткәйнем инде. Юлһыҙлыҡ, бигерәк тә ҡышын, ауыл халҡының теңкәһенә теймәй ҡалмағандыр инде. Ләкин беҙгә, балаларға, уның«файҙаһы» ла тейгеләне. Бер, шулай, ҡыш көнө, кино килеп төштө. Буран сығып китте лә бер аҙна тымманы. Киномеханик «соҡорҙан» сыға алмай тик ята. Кисен клубҡа йыйылып барабыҙ ҙа ( балалар ғына түгел, ололар ҙа килә бит әле!) кино ҡуйыусыға:

-Ағай, кино ҡуй инде,- тип инәләбеҙ.

-Һуң, кисә генә ҡаранығыҙ бит.

-Беҙ аҡсаһын түләйбеҙ...

Төп ролдә йылдар үткәс кино йондоҙо булып киткән Евгений Леонов уйнаған «Буйлы-буйлы рейс»( «Полосатый рейс») фильмен ете тапҡыр ҡарағаным хәтерҙә ҡалған. Тәүҙә аҡса түләп ҡараныҡ. Аҙаҡ уныһы ла онотолдо. Һораған кеше лә булмағандыр инде.

Мәҡәләне ошо урында тамамларға ла булыр ине. Нөктә ҡуйырға ғына ултырғанда  тағы бер тулҡынландырғыс мәл иҫкә төштө. 1960 йылдың йәйендә ауылға килеп нимәгәлер алдан билет һатып йөрөнөләр. Ундай хәл тәүгә булғас, аптырап, һорашабыҙ: бер аҙнанан килеп киң форматлы кино күрһәтәбеҙ, тиҙәр. Түҙемһеҙлек менән көткән көн килеп етте. Эңер төшөүгә Ишбулатов Хөснулла ағайҙың  машинаһына тейәлеп ( ауылыбыҙҙағы берҙән-бер йөк машинаһы) юлға сыҡтыҡ.Аҡсура ауылына етәрәк, киң, тигеҙ тау башына иҫ киткес ҙур экран эленгән булып сыҡты. Ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге юҡ. Үәт, исмаһам, экран! Әллә Аҡсура клубынан да оҙонораҡ инде! Тау башы халыҡ менән тулы. Аҡсура, Ҡайраҡлы халҡы йәйәү менгән, беҙ, алыҫыраҡ  ауылдыҡылар, машинала килдек. Килеп төшөү менән беҙ, ҡыҙҙар, малайҙар, ергә һибелдек. Ололарҙың күбеһе машинала ултырған көйө генә ҡараны. «Алешаның мөхәббәте»исемле романтизм менән һуғарылған бик матур фильм күрһәтте беҙгә Мәскәүҙәнме, ҡайҙандыр килгән ағайҙар.

Геологтар тормошон һүрәтләгән был фильмдың сюжеты ябай ғына. Экспедицияға эшкә төшкән егет ауылда һауынсы ҡыҙға ғашиҡ була. Беҙ, «танауҙарыбыҙ еҫ тойоп»,йәшлек романтизмы менән «ауырый» башлаған ауыл малайҙары, шул егет менән ҡыҙҙың хис-кисерештәренә иҫереп, тын алырға ла ҡурҡып ултырғаныбыҙ һаман да иҫемдә... Экранда йөрәкте елкендереп һабан турғайҙары һайрай, беҙҙә – сиңерткәләр саңы. Экранда йәшенләп, күк күкрәтеп, ямғыр ҡоя. Беҙҙә лә, ҡайҙалыр, Һабыр яғында, тауыш-тынһыҙ ғына ялағай ялтырай...

Йәп-йәш кенә актер Василий Быковтың уйнауы күптәрҙе тетрәндергәндер. Аҙаҡ, йылдар үтеп, егет ҡорона ингәс, мин уның фильмдарын эҙләп йөрөп ҡараясаҡмын. «Һалдат Иван Бровкин», «В бой идут одни «старики»- оноторлоҡ фильмдармы ни!

Уҙғанды уйлап уфтанырға ярамай, тиҙәр. Бәлки, дөрөҫтөр. Шулай ҙа бала саҡта иҫке һыуыҡ клубтарҙа илай- илай  ҡараған элекке киноларҙы оло һәм урта быуын кешеләре һағынып иҫкә алалыр, тием. Бында улар кино ҡарар өсөн генә түгел, ҡунаҡҡа, осрашыуға, кисәгә барған кеүек йөрөнө. Ә мин...экран ҡараңғылығында бер-береһенә атлыҡҡан йөрәктәр ҡара-ҡаршы баҫып һөйөү йырын һыҡтағанда...янымда ултырған оялсан ҡыҙҙың йылы ҡулын  баҙнатһыҙ ғына ҡыҫҡанда...ҡулымды нимәлер өтөп ебәргәндәй булған хисте иҫләп...һағынып... тертләп китәм.

Фәрит Әхмәров, Сибай ҡалаһы.

 

Автор:
Читайте нас: