Сибай концерт-театр берекмәһендә ҡанат нығытҡандар юғарыраҡ “оса” бара, ә улар урынына йәштәр килә. Бына инде 5 йыл самаһы бында гәлсәр тауышлы Зәриә Рысмөхәмәтова эшләй. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул һөнәре буйынса рәссам. Ҡ.Дәүләткирәйев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатын тамамлаған. Унан ошо йүнәлештә уҡыуын юғары уҡыу йортонда дауам итергә ҡарар итә. Ике курс уҡығандан һуң, күңеленең йырға, сәхнәгә тартылғанын аңлай. Бер мәл тыуған яғы—Баймаҡ районы Мерәҫ ауылына ҡайтҡанында туғандары Сибай филармонияһына барып ҡарарға тәҡдим итә. Яҡындарының ошо кәңәше Зәриәнең яҙмышында хәл иткес роль уйнай ҙа ҡуя.
—Өфөгә йыйына инем. Шулай ҙа Сибайға барып, туғандарымдың кәңәшен тотоп, эш һорап сығырға булдым. Мине ул саҡта Сибай концерт-театр берекмәһе директоры Айбулат Ҡотошев, режиссер Миңзилә Ҡотошева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин ҡаршы алды. Бөтөнләй ҡалтырап төштөм. Йырлауымды һорағастар, үҙем яратҡан йырҙарҙы йырланым. Үҙем эстән генә был һынауҙың тиҙерәк тамамланыуын теләп тора инем. Махсус белемем булмағас, мине коллективҡа алыуҙарына өмөт тә юҡ ине. Һәм ни ғәжәп: мине эшкә саҡырҙылар,—тип көлөп иҫенә төшөрә ул саҡтарҙы Зәриә.
Зәриә башланғыс белемде тыуған ауылы Мерәҫтә ала. Бишенсене тамамлағас, Өфөгә һынлы сәнғәт гимназияһына бара. Баш ҡалала уҡыған йылдарында әсәһенең бер туған һеңлеһе Алһыу Бәхтиева уны ҡайһы саҡ театрға үҙе менән бергә алып йөрөй. Ҡыҙсыҡ артистар тормошон сәхнә артынан да, тамашасылар залынан да тикшереп сыға һәм башкөллө ғашиҡ була.
—Бала саҡта бик шуҡ, тиктормаҫ ҡыҙ инем. Нимәләр хаҡында ғына хыялланманым мин, әммә сәхнә кешеһе булыу төшөмә лә инмәне. Үҫә бара эстән генә йырлап йөрөй башланым, әммә сәхнәгә сығырға бөтөнләй йөрьәт итмәнем. Хулиган ғына ҡыҙ булһам да халыҡ алдында сығыш яһауҙан ҡурҡа инем. Яйлап йырлай башланым. Миңә айырыуса спектакль һәм киноларҙа образ-ға һалынған йырҙар оҡшай. Ретро, лирик йыр-ҙарҙы үҙ итәм. Халыҡ йырҙары, оҙон көйҙәр әлегә ауыр бирелә, әммә тырышам, сөнки өйрәнергә теләгем ҙур,—ти йәш йырсы.
Зәриә Рысмөхәмәтова айырыуса совет йырсылары А.Герман, В.Толкунова, Г.Вишневская йырҙарын ярата.
—Зәриә, һин үҙең билдәләүеңсә, уйламағанда йырсы булып киткәнһең. Ә шул ваҡытта һине Сибай филармонияһына алмаған булһалар, кем булыр инең икән?
—Хатта әйтә алмайым. Рәссам булһам да берәй филармонияға йә театрға барып, шунда сәхнә биҙәлеше менән булып булһа ла йөрөр инем, моғайын. Хәҙер мин үҙемде сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Йырламаған көнөм дә юҡ. Өйҙә аш бүлмәһендә булһынмы, машинала китеп бараммы һәр саҡ йырлап йөрөйөм. Минеңсә, йыр—ул иң аңлайышлы тел һәм ул барыһын да тик матурлыҡҡа саҡыра. Бер кемгә лә әйтмәй, күңел төпкөлөндә генә йөрөткән, ғүмере бойомға ашмаҫтай тойолған хыялымдың ысынбарлыҡҡа әйләнеүе, әле килеп ҙур сәхнәләрҙән шул аңлайышлы, матур телдә сығыш яһай алыуыма ифрат шатмын. Шулай ҙа минең тағы бер хыялым бар, уныһы әлегә сер булһын.
—Ә һүрәт төшөрөргә хәҙер бөтөнләй теләгең юҡмы?
—Теләк бөтөнләй юҡ тимәҫ инем. Ҡайһы саҡ һағындыра ла, буш саҡта ҡулыма ҡәләм алам, рәхәтләнеп һүрәт төшөрәм.
Сибай тамашасылары Зәриәнең “Ҡарлуғас”, “Асма тәҙрәңде”, “Ике килмәй был ғүмерҙәр”, “Ураҡсы ҡыҙ”, “Һин алыҫта, әсәй”, “Юлға сыҡһам”, “Зәйтүнәкәй” (“Катюша”) тигән йырҙарын, Башҡортостандың ат-ҡаҙанған йырсыһы Ғаяз Ғәйетбаев менән дуэттарын яратып тыңлай. Бөгөн йәш йырсы үҙ өҫтөндә эшләй, яңы йырҙар өйрәнә, оло маҡсаттар менән йәшәй. Уның фекеренсә, бер ҡасан да хыялланыуҙан туҡтарға ярамай, сөнки улар көтмәгәндә бойомға аша. Быға Зәриә үҙ миҫалында инанған.