Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Декабрь 2023, 10:30

Ғүмерен ул көйгә һалған

Сибай концерт-театр берекмәһенең артист-вокалисы Зәбирә Әминева ҡалабыҙ тамашасыһын һәм ҡунаҡтарҙы “Мин ғүмерҙе көйгә һалдым” концерты менән ҡыуандырҙы. Ул шулай уҡ берекмәнең бөтә ижади коллективы ҡатнашҡан өр-яңы тамашаһын яҡташтарына—Бөрйән районының Иҫке Собханғолауылы халҡына ла тәҡдим итте. Сибайҙар ҙа, бөрйәндәр ҙә үҙенсәлекле тауышлы йырсының концертын бик йылы ҡабул итте, һәр йырын алҡыштырға күмде, сәхнәгә яңынан тағы ла сығарып йырлатты. Киләсәктә йырсы республиканың күп кенә ҡала һәм райондарына гастролдәргә сығырға иҫәп тота.Шулай итеп, бөгөнгө әңгәмәсебеҙ—20 йыллыҡ ижади үрен билдәләүсе йырсы Зәбирә Әминева.

Ғүмерен ул көйгә һалған
Ғүмерен ул көйгә һалған

—Зәбирә Рәүф ҡыҙы! Һеҙҙе ихлас күңелдән ижади байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Йырсы өсөн был ғүмер арауығы аҙмы, әллә күпме?
—Мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләүемә 25 йыл, шуның 20 йылы профессиональ сәхнәгә бағышланды. Әлбиттә, был аҙ ғүмер түгел, шулай ҙа мин тормошомдан, эшемдән ныҡ ҡәнәғәтмен. Сәхнә—минең өсөн бөтә донъя! Йырларға яратам, эшемде яратам!
—Ә илһам сығанағығыҙ ҡайҙан баш ала? Йыр-моңға һәләтегеҙ кемдән килә?
—Әлбиттә, тыуған еремдән! Бөрйән районы ҡыҙымын. Бөрйән ере—бик күп бейеүсе, йырсы, ҡурайсы, данлыҡлы шәхесте тыуҙырған изге ер. Шундай гүзәл тәбиғәт ҡосағында үҫкән бала йырламайынса, ижад итмәйенсә ҡала алмайҙыр ул. Беренсенән, йырсы булыуымды шуға бәйләһәм, икенсенән, йыр-моңға маһир булған атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Йырға һәләтемде әсәйем Ғәйшә Мөхәмәҙиә ҡыҙынан алғанмындыр, тим. Ул бик матур итеп башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара, ҡумыҙ сиртә. Атайым мәрхүм Рәүф Зәкәриә улын да беҙҙең тарафтарҙа белмәгән кеше һирәк. Ул бик талантлы кеше булды. Бик шәп бейене лә. Музыка ҡоралдарында—гармунда, мандолинала, баянда, скрипкала ла оҫта итеп уйнаны, йырланы. Концерттарҙа, смотрҙарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, беҙҙең Ғәлиәкбәр ауылының мәктәбе, мәҙәниәт йорто гел тәүге урындарҙы бер кемгә лә бирмәне.
Ғаиләбеҙҙә ете бала—1 бөртөк кенә ағайыма һәм 5 апайыма иркәләнеп кенә үҫкән кинйә ҡыҙ-мын. Әле лә 6 ҡыҙ ҙа йырлайбыҙ, гармунда, мандолинала уйнайбыҙ. Әсәйем Ғәйшә Әминева, апайҙарым тормошомдоң алты таяуы, кәңәшсе-ләрем дә, яҡлаусыларым да, һаҡлаусыларым да. Барыһын да сикһеҙ яратам һәм ихтирам итәм.
Ҡыҙғанысҡа күрә, өлкән ағайыбыҙ йәшләй баҡыйлыҡҡа күсте. Белеүегеҙсә, ғаиләбеҙҙә йырсы һөнәрен һайлаған кеше бер мин генә түгел: бер туған апайым Резида Әминева—Башҡортостандың ат-ҡаҙанған артисы. Яңғыҙ концертымды ла ул үҙенең матур, эстәлекле, мәғәнәле йырҙары менән биҙәне. Рәхмәт апайыма!
—Хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа башланығыҙ?
—Ҡурғашлы ауылында атайыбыҙ Рәүф Әми-нев мәҙәниәт йорто директоры булды, Ул мине үҙенә художество етәксеһе итеп эшкә алды. Унан һуң район үҙәге Иҫке Собханғол ауылының район мәҙәниәт йортона күстем. Буласаҡ тормош иптәшем—Марс Ишморатовты ла шунда осраттым. Ул баянсы булып эшләй ине. Өйләнешеп, ғаилә ҡорғас, беҙҙе Нефтекама ҡалаһы филармонияһына эшкә саҡырҙылар. Үрҙә әйтеүемсә, профессиональ сәхнәгә 20 йыл хеҙмәт итһәм, шуның 15 йылы
Нефтекама филармонияһына бағышланды.
—Нефтекама һәм Сибай филармонияларында эшләп, тәжрибә туплаған кеше булараҡ әйтегеҙ әле, ҡайһы мәҙәниәт усағы күңелегеҙгә яҡын?
—Ике мәҙәниәт усағы ла беҙҙең өсөн ныҡ ҡәҙерле. Нефтекамала йәшлек йылдарыбыҙ үтте. Яҡты эҙҙәр, яҡты хәтирәләр ҡалды. Унда төр-лө бригадаларға бүленеп эшләнек: мари, баш-ҡорт, татар, цирк төркөмдәре бик татыу, бер ғаилә һымаҡ булдыҡ. Бригадабыҙҙа башҡорт-
тар әҙ генә ине, беҙҙе, ижади ғаилә пары булараҡ, айырым иғтибарға төрҙөләр, сығыштарыбыҙҙы тамашасылар ныҡ яратты. Өр-яңы фатир бирҙеләр. Аллаға шөкөр, эшебеҙҙе баһаланылар, күрә бел-деләр, ирем Марс Ишморатов Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.
Сибайҙа ла беҙҙе яҡшы, йылы ҡабул иттеләр, ғүмер буйы бында эшләгән кеүек коллективҡа тиҙ генә өйрәнеп киттек. Ике ҡаланың да мәҙәниәт усаҡтарының тәғәйенләнеше бер—юғары сәнғәткә хеҙмәт итеү, "Мәҙәниәт" милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу булғанлыҡтан, улар араһында айырма юҡ. Бөтә ерҙә лә күңелеңде биреп эшләргә кәрәк.
—Яңы ғына Сибайға килгән һымаҡ булһағыҙ ҙа, арыуыҡ ҡына ваҡыт үтеп тә киткән икән...
—Эйе, ваҡыт һыу кеүек аға. Ни өсөн беҙ бында килдекме? Ирем Марс Альберт Салауатовтың концертында ҡатнашҡайны. Сибай концерт-театр берекмәһенең ул ваҡыттағы директоры Айбулат Ҡотошев уны сәхнәнән тороп рәсми рәүештә эшкә саҡырҙы. Беҙ ризалаштыҡ. Сибай бер яҡтан тыуған яғыбыҙ—Бөрйәнгә яҡын. Әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм, апайҙарым, туғандарым, яҡындарым барыһы ла тиерлек район үҙәге—Иҫке Собханғолда төпләнгән. Туғандарҙан, яҡындарҙан алыҫта йәшәп тамам ялҡҡан да инек.
Унан Сибайҙа яңы концерт-театр берекмәһе бинаһы төҙөлә ине. Арҡайым ҡасабаһынан бураһы менән ер участкаһы һатып алдыҡ. Ирем барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләне. Уның моң ғына ағылдырыуға һәләтле бармаҡтары төҙөү эшенә лә маһир булыуын күреп һоҡландым. Аллаға шөкөр, бынамын итеп йорт һалып индек.
—Артистан артист тыуа, тиҙәр. Ә һеҙ балала-рығыҙҙың сәхнә юлын һайлауын теләр инегеҙме?
—Ике балаға ғүмер бүләк иттек. Өлкән улыбыҙ Раян һөнәре буйынса хәрби кеше. Әлеге ваҡытта ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Зөлхизә ҡыҙыбыҙ Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында уҡый.
Раян Нефтекама ҡалаһы гимназияһында уҡығанда театр түңәрәгенә йөрөнө, спектаклдәрҙә уйнаны. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашты. Төрлө мәҙәни сараларҙы алып барҙы. 11-се класта уҡығанда Нефтекама филармонияһы концертында алып барыусы булып та ҡатнашты. Атаһы улыбыҙ-ҙың яйлап ҡына мәҙәниәт, сәнғәткә ылығыуын күреп: “Артист булма”,—тип ипләп кенә ҡайырҙы. Шулай ҙа улыбыҙ: “Бер ҡайҙа ла уҡырға инә алмаһам, актерлыҡҡа барам”,—тип иҫкәртте. 11-се кластан һуң имтихандарын уңышлы тапшырып Башҡорт дәүләт университетының геодезия факультетына уҡырға инде. Уҡый башлағас, был өлкә уның күңеленә ятмауын аңланы ла әрмегә барып килергә ҡарар итте. Диңгеҙ пехотаһына эләккәс, оҡшатып хеҙмәт итте. Йәйҙәрен ауылда уҙғарған бала эш рәтен белә, физик яҡтан да ныҡ, ҡалала үҫкәс, үткерлеге лә бар бит инде. Шунда ул хәрби һөнәргә ғашиҡ булып, армия-нан һуң В.Ф.Маргелев исемендәге Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһына уҡырға инде. Училищела курстарында Башҡортос-тан ике генә егет белем алды. Унда уҡыған саҡта Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан ойошторолған хәрби парадта ҡат-нашты. Илдең беренсе шәхестәре алдынан бер сафҡа теҙелеп үткәндәрендә улым өсөн ҙур ғорурлыҡ кисерҙек. Телевизорға инә яҙып ултырҙым, бөтәһе лә бер иш булһа ла, улымды таныным. Үҙ һөйә-геңде үҙең танымай буламы ни?! Донъялар ғына боларып тора, тиҙерәк бөтһөн ине был мәхшәр!
—Заманалар тыныс түгел шул. Хәрби кешенең әсәһе булыу ай-һай еңел түгелдер?
—Улым хәрби кеше булараҡ, махсус хәрби операция башланғас та, алғы һыҙыҡҡа ебәрелде. 21 көн бер хәбәре булманы, бәйләнешкә сыҡманы. Шул ваҡыттағы хәлемде, ҡайғырыуымды үҙем генә беләм. Ер йөҙөндә бер минең генә балам һуғышта кеүек тойолдо. Йөрәк һыҡрай, кем менән кәңәшләшергә лә, кем менән хәлемде уртаҡлашырға ла белмәйем. Шул ваҡытта гастролдәргә сыҡтыҡ, бөтә аһ-зарымды йырҙарыма һалдым. Йырым, эшем мине алйыр сиккә еткәндә ҡотҡарып алып ҡалды. Ғаиләм, туғандарым, яҡындарым янымда булды. Унан улым шылтыратты, ә мин уның тауышын ишеткәс шаҡ ҡаттым, хатта һөйләшә лә алма-
ным. “Балаҡайым! Иҫәнһеңме?”—тип кенә әйтә алдым. Мариуполде азат итеп йөрөгән икән.
Унан һуң илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителде, үҙебеҙҙең Сибай концерт-театр берекмәһенән береһенән-береһе аҫыл 12 ир-егетебеҙ яуға оҙатылды. Яугирҙәребеҙҙең яҡындары менән аралашып, һөйләшеп, хәл белешеп, кәңәшләшеп торабыҙ. Чаттарҙа яҙышабыҙ. Әле
мин ныҡмын, улымдың эшенә, хеҙмәтенә күн-дем, уның, башҡа ир-егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтырҙарына ышанам. Улыма
бағышлап махсус йыр яҙҙырҙым. Ул йыр “Әйлә-неп ҡайтырһың, ышанам” тип атала, һүҙҙәрен
Л.Хисаметдинова яҙҙы, көйөн А.Яҡшымбәтов ижад итте. Йырҙы һыҡранып, бөтә йөрәгем аша үткәреп йырлайым. Мобилизацияға эләккән ир-егеттәребеҙгә бағышлап ҡуйған “Тиҙерәк әйлә-неп ҡайтығыҙ” концерт программаһын ҡуйған мәлдә Раян улым ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ине. Махсус йырымды йырлап бөтөүемә ул миңә сәскә бүләк итергә сәхнәгә сыҡты. Мыҡты кәүҙәле егет, хәрби кейемдә, түштәре тулы миҙал. Шул тиклем тетрәндергес күренеш булды. Концерт бөткәс халыҡ беҙҙе уратып алды. Унан һуң сәх-нә артында улай-былай итеп йөрөгән арала улыма коллегабыҙ Лариса Хәтмуллина: ”Раян, кәләште
ситтән эҙләмә! Бына беҙҙең бейеүсе ҡыҙ! Үҙе сибәр, үҙе һомғол, ипле башҡорт ҡыҙы!”—тип шаярыу ҡатыш һүҙ ҡушты. Шунда улым, ысынлап та, ҡыҙға
күҙ һалған. Көҙ ҡайтыуында инде кәләш алды, киленебеҙ Мәҙинә—Сибай ҡыҙы, “Сибай” халыҡ бейеү-ҙәре ансамбле бейеүсеһе. Шулай итеп, яңы стутус-ҡа эйә булдыҡ, хәҙер беҙ ҡайны-ҡәйнә. Балалары-быҙ имен-һау булһын, аҡ бәхеттәр генә теләйбеҙ, тиҙерәк донъяла, илдә тыныслыҡ урынлашһын.
—Бөрйәнгә йыш ҡайтаһығыҙмы?
—Йәйҙе йәмле Ағиҙел буйында—тыуған яҡта үткәрәбеҙ, ожмахҡа тиң бит ул беҙҙең яҡтар. Туғандарыбыҙ янына һәр ваҡыт аш-
ҡынып ҡайтабыҙ. Йәнгә лә, тәнгә лә ялды, сихәтте тик тыуған яҡтан алабыҙ. Ғөмүмән, мин бәхетлемен. Шундай гүзәл ерҙә тыуып үҫкән-мен, туған халҡыма хеҙмәт итәм, яҡындарым имен-һау, күҙемә генә ҡарап торған, һәр ымымды аңлаған ирем, балаларым, өр-яңынан ҡороп алған донъям, йортом-ҡәлғәм бар. Эшем бар, йырҙарымды яратып ҡабул иткән тамашасыларым бар. Ошо үҙе иң ҙур бәхет. Имен тормош, аяҙ күк йөҙө генә кәрәк!
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яңы ижади
үрҙәр, имен тормош теләйбеҙ!
Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.

Ғүмерен ул көйгә һалған
Ғүмерен ул көйгә һалған
Автор:Гульдар Кадаева