Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Ноябрь 2023, 16:25

Сәхнәләге һәм тормоштағы Айгөл

 Башҡортстандың атҡаҙанған артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге дәүләт башҡорт драма театры артисы Айгөл Хәкимова бәләкәйҙән кем булырға хыялланған? Уның был хыялы тормошҡа ашҡанмы? Актриса булмаһа кем булыр ине икән?

Сәхнәләге һәм тормоштағы Айгөл
Сәхнәләге һәм тормоштағы Айгөл

Кеше менән күҙгә-күҙ терәп һөйләшмәйенсә, уның эске донъяһын, күңел торошон белеп булмай. Бигерәк тә сәнғәт кешеләре, сәхнә оҫталары--актерҙар менән һөйләшкәндә, ысын тормош менән сәхнә тормошон бутарға ярамай. Беренсенән, тышҡы ҡиәфәт алдаҡ, икенсенән, һүҙгә маһир кешеләр ҡолағыңа әллә күпме һалма элеүҙәре ихтимал. Ә бит сәнғәт менән көндәлек тормош айырым йәшәй алмай, береһе икенсеһен туйындыра. Башҡортстандың атҡаҙанған артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге дәүләт башҡорт драма театры артисы Айгөл Мираҫ ҡыҙы ХӘКИМОВА менән һөйләшкәндә тормошоноң ике яғына ла иғтибарлы булырға тырыштым. 


БЕЙЕҮСЕ АКТРИСА
Актриса булһам да, ауылдаштарым мине бейеүсе тип ҡабул итә, сөнки ике йәшемдән бейей башланым һәм улар алдында бейеүсе булараҡ үҫтем. Бейергә бер туған Рәмилә апайым өйрәтте, берәй хәрәкәтте дөрөҫ эшләмәһәм, әрләп, мөйөшкә баҫтырып ҡуя торғайны. Атайыма арҡаланһам, ул өйрәтә белмәгәсең, Айгөлдө ыҙалатма, тип, мине яҡлаша. Шулай бейеп үҫтем, мәктәп йылдарында һәр саҡ сәхнәлә булдым, район кимәлендә үткән конкурстарҙа, смотрҙарҙа һәр ваҡыт беренсе урындарҙы ала торғайным. Ҡай саҡ, ниңә бейеү буйынса китмәнем, ни өсөн театрҙы һайланым икән, тип үкенеп тә ҡуям.
Элек бит тормош хәүефһеҙ ине, документтарымды туплап, Өфөгә яңғыҙым сығып киттем. Имтихандар ваҡытында төрлө этюдтар уйнап күрһәткәнебеҙҙе иҫләйем, башҡорт теленән экзамен бирҙек, шиғырҙар ятланыҡ, проза әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡып ишеттерҙек. Ул осорҙа конкурс ҙур булды, нисектер ыңғай тура килде, бер ҡыйынлыҡһыҙ, ауырлыҡһыҙ ғына институтҡа уҡырға инеп киттем. Уҡырға ингәндә ун ике кеше инек, туғыҙыбыҙ уҡып бөттө. Курс етәксебеҙ Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов булды. Уҡытыусыларымдан уңдым—Таңсулпан Бабичева, Эльвира Юнысовалар уҡытты, Гөлли Мөбәрәкова сәхнә теле серҙәрен өйрәтте. Шулай тулыһынса театр донъяһына инеп киттем, уҡып та йөрөнөм, етәксебеҙ, билдәле композитор, Айрат Ғайсин ойошторған “Бөркөт” фольклор ансам-
блендә бейеүемде лә дауам иттем—бейеү һәр саҡтағылай эргәмдә булды. Башҡортостан райондары буйлап гастролдәргә йөрөнөк. Курсташтарым, Башҡортостанға ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә билдәле артистар Айрат Әбүшахманов, Айсыуаҡ Йомағолов, Рушана Бабич, Светлана Шәрипова, Илсур Байымовтар менән дүрт йыл бергә уҡыныҡ. Минең дә Өфөлә ҡалырға мөмкинлек булды, Сибайға килеүемдең төп сәбәбе: әсәйемә, тыуған ауылыма яҡын булайым, тип уйланым. Бер-ике йыл эшләрмен дә, кире Өфөгә барырмын, тигән уй ҙа бар ине. Сибай театрындағы артистарҙың йылы мөнәсәбәте, килгәс тә төп ролдәрҙе биреүҙәре—бөтәһе лә үҙенә йәлеп итте, яңы коллективта йомолғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
АТАЙ ЙОРТО
Сығышым менән мин Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылы ҡыҙымын. Ғаиләбеҙҙә ете бала (дүрт апайым, ике ағайым) үҫтек, атай-әсәйебеҙ беҙҙе бик тәртипле, итәғәтле итеп тәрбиәләне. Хәҙер улар был донъяла күптән юҡтар инде. Әсәйем бик матур йырлай торғайны, икеһе лә һомғол буйлы, шул тиклем сибәр булдылар. Әлеге ваҡытта апайымдар кейәүгә уңышлы сығып, Әб-йәлилдең төрлө ауылдарында матур йәшәй. Бөтәһенең дә донъялары шундай күркәм, балалары юғары белем алып, төрлө урындарҙа эшләй, шуға туғандарым менән ғорурлана алам. Ауылдағы атай йорто нигеҙен һыуытмайбыҙ, отпуск, ял ваҡыттарында ҡайтып йөрөйбөҙ. Үкенескә, әле Ҡырҙаста бер туғаным да юҡ: бер ағайым күптән мәрхүм булды, икенсеһе ситтә йәшәй. Атайым арабыҙҙан бик иртә китте, әсәйем 76 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте, шул тиклем үкенесле әсәйһеҙ булыуы. Уңыштарымды күреп, әлеге ваҡытта эргәмдә булып, ҡыуанып, йәшәһә ине лә һуң...
ТӘҮГЕ РОЛЬ
Театрҙағы тәүге ролем Хәбибулла Ибраһимовтың “Башмағым” спектак-лендә Сәрүәр роле булды, уны режиссер Олег Ханов Өфөнән килеп ҡуйҙы. Бик тулҡынландырғыс минуттар, тамашасылар нисек ҡабул итер, тигән борсолоуҙар әле лә иҫемдә. Билдәле шәхестәр—Зифа Баязитова, Вәкил Йосопов, Риф Сәйфуллин, Рәмилә Хоҙайғолова, Вәкилә Ҡалмантаева, Әсҡәт ағай Йәнбәков кеүек партнерҙарым менән бергә сәхнәгә сығыуы бер яҡтан ҡурҡыныс, икенсе яҡтан ҙур яуаплылыҡ ине. Режиссерҙың атайҙарса мөғәмәләлә булыуы ролгә инергә, образды өйрәнеүгә ышаныс уятты, партнерҙарым да ныҡ ярҙам итте, бик матур спектакль килеп сыҡты, репертуарҙан төшмәй оҙаҡ барҙы, һаман да һағынып иҫкә алабыҙ.
РЕЖИССЕРҘАРҒА РӘХМӘТ
Холҡом буйынса мин бик тырыш кеше. Роль алғас, ул ҡапыл ғына үҙенән-үҙе килеп сыҡмай, образдың өҫтөндә ныҡлап эшләргә, уның характерын табырға, уға хас сифаттарҙы ситтән эҙләп таба белергә лә кәрәк. Спектаклдең уңышлы сығыуы күпселек режиссерҙарҙан тора, әлбиттә. Миңә Олег Ханов, Дамир Ғәлимов, Вәкил Йосопов, Сәлихйән Әфләтүнов, Азат Йыһаншин, Азат Нәҙерғолов, Илнур Муллабаев, Вадим Ғилмановтар менән эшләргә тура килде. Һәр режиссерҙың эшләү алымы төрлөсә: Олег Зәкир улы, мәҫәлән, ныҡ талапсан, ул ҡуйғанда эшкә ваҡытында йөрөргә, тексты яҡшы белергә кәрәк, ул репетицияларға бөтөн яҡтан әҙер килеүҙе талап итә. Азат Йыһаншинда ла бар ундай сифаттар. Миңә иң оҡшағаны Азат Нәҙерғолов менән эшләү булды. Ул артистар менән эшләгәндә ролгә, образға үҙенән-үҙе индереп ебәрә торғайны. Талапсан да булды, әммә уның менән эшләүе күңелгә яҡын була торғайны. Әлбиттә, режиссерҙарҙың береһен дә айырып ҡарамайым, барыһына ла рәхмәтлемен, бөтәһе лә ижад юлымда профессиональ яҡтан үҫеүҙә әйтеп бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙе. Дамир Ғәлимовтың бик күп спектаклдәрендә уйнаным, актриса булараҡ формалашыуыма ул бик ҙур өлөш индерҙе. Мин уға сикһеҙ рәхмәтлемен.
ЙЫР ИЛҺАМЛАНДЫРА
Һуңғы ваҡытта мине йыр илһамландыра. Был йүнәлешкә нисек мауығып киткәнемде ҡапыл ғына аңлата ла алмайым. Әлбиттә, спектаклдәрҙә элек тә йырланым, йыр-лы-бейеүле спектаклдәрҙә йыш уйнаным, әммә әлеге мауығыуым үҙемде йырсы булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Институтта уҡығанда вокал буйынса дәрестәр була торғайны, унда бит сольфеджио ла, пластика ла—бөтәһе лә булды. Әле яңы йырҙар өйрәнеп, уларҙы яҙҙырыу, видеотаҫмалар тө-шөрөү, йыр аша үҙемде асырға тигән уйым бар.
ҒАИЛӘ
Ике йылдан китәм тиһәм дә, Сибайҙы, театрҙы, коллегаларымды яратып өлгөрҙөм, Өфө тураһындағы уй бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Уйлағанса, Ҡырҙасҡа ла йыш ҡайтып булманы, сөнки ул ваҡытта гастролдәр күп булды. Ваҡыт табып, Сибайға әсәйем үҙе килә торғайны. Шулай йәшәй, ижад итә торғас, тормош иптәшем Фәнзилде осраттым. Мин эшкә килгәндә ул, театрҙа эшләп, армияға алынғайны. Шундай аҡыллы, кешелекле, тип, коллегаларым алдан уҡ димләп ҡуйҙылар. Ул Баймаҡ ра-йоны Мерәҫ ауылы егете, әле Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләй. Юғары техник белемле, Маг-нитогорскийҙа юғары уҡыу йортон бөткән. Ҡыҙыбыҙ Ләйсән тыуғас, беренсе класҡа тиклем гастролдәрҙә беҙҙең менән бергә йөрөнө, ҙурая килә спектаклдәрҙә лә уйнаны, ике өләсәһе алмашлап ҡараны. Ҡыҙы-быҙ бик һәләтле, сәнғәт мәктәбендә бейеү, вокал буйынса уҡыны. Ул бе-йеүсе булыр, сәнғәт юлын һайлар, тип уйлағайным, әммә ул быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлап, “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе”ндә инженер-конструктор булып эшләй. Үҙем бейеүсе була алмағас, бәлки ҡыҙым шул юлды һайлар, тип уйлағайным, әммә ул сәнғәттән ситкә китте. Әл-биттә, әйтеп ҡараным, әммә бер бөр-төк ҡыҙыбыҙ үҙе шул юлды һайлағас, күндек, бәхетле булһын, тип теләнек.
ЮБИЛЕЙ
Быйыл 50 йәшлек юбилейымды үткәрәм. Тау артында һымаҡ ине, килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Яратҡан коллективым, партнерҙарым менән ҙур концерт программаһы менән билдәләп үтергә, тигән уйым бар. Унда йырҙарым да, бейеүҙәрем дә булһын, “Башмағым”дағы Сәрүәрҙе лә сәхнәгә сығарғым килә. Ул ваҡытта кейгән костюмыма әле лә һыям, был минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Туғандарым, класташтарым, курсташтарым, элек бергә эшләп, ситкә киткән артистар менән ҙур ғына байрам ойошторғом, тамашасыларым алдында ижадыма йомғаҡ яһағым килә. Театр артисы яҙмышым булғанға үҙемде бәхетле һанайым, бер ҡасан да ролһеҙ булманым, яңынан-яңы образдар тыуҙырҙым. Шәхси тормошомда ла бик бәхетле ҡатынмын, тормош иптәшем әпәүләп кенә тора, төрлө ҡалыптарға бикләмәй, рухи ирек биргән, театрҙы белгәс, һөнәремде аңлай. Өйҙә лә, эштә лә бергәбеҙ, ғаиләбеҙҙе театрға әйләндермәй йәшәйбеҙ. Ул мине аңлай, ул бик аҡыллы, уңған, ҡулы-нан килмәгән эше юҡ.
Тамашасыларға рәхмәт әйткем килә, улар театрҙы ташламаһын-дар, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап тапһындар. Хоҙай Тәғәлә хә-үефтәрҙән аралаһын, һуғыштар бөтһөн, донъябыҙ яҡшырһын, тигән өмөт менән йәшәйек.
Шулай итеп...
Сәхнәлә образдар тыуҙырыусы театр оҫтаһының тормошта үҙ роле лә бар. Ул—әсәй ҙә, ҡатын да,коллега ла, бейеүсе лә, йырсы ла һәм башҡаһы... Ҡыҫҡаһы, күп ҡырлы гүзәл зат.
Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.

Автор:Резеда Валиева