АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июнь 2023, 10:05

ТЕАТРҒА КИЛЕГЕҘ!

Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ! Беҙҙе аңлаған, ҡабул иткән, һәр һулышыбыҙҙы тойған театр йәнле, зауыҡлы, мөбәрәковсыларҙың тоғро дуҫтары, һеҙҙе өс көн дауамында барасаҡ ижади миҙгелде ябыу тамашаларына саҡырабыҙ.

ТЕАТРҒА КИЛЕГЕҘ!
ТЕАТРҒА КИЛЕГЕҘ!

Тормош бер туҡтауһыҙ хәрәкәт иткән кеүек тойолһа ла, уның иҫтә ҡалырлыҡ үҙ осорҙары була. Театр коллективтары, мәҫәлән, ижади миҙгелдәр менән йәшәй – һәр йыл яңы һулыштан башлана ла, йәй башына тантаналы рәүештә ябыу мәле лә етә. Был, әлбиттә, йыл уртаһындағы тамашалар уртаса була, тигәнде һис тә аңлатмай, һәр спектакль тамашасылар зауығын ҡәнәғәтләндерергә тейеш, әммә һәр нәмәнең башы менән аҙағы ҡыҙығыраҡ була түгелме?
Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ! Беҙҙе аңлаған, ҡабул иткән, һәр һулышыбыҙҙы тойған театр йәнле, зауыҡлы, мөбәрәковсыларҙың тоғро дуҫтары, һеҙҙе өс көн дауамында барасаҡ ижади миҙгелде ябыу тамашаларына саҡырабыҙ.
13 июндә Салауат Әбүзәровтың әҫәре буйынса режиссер Дамир Ғәлимовтың “Ғүмерлек ғазап” спектакле булсаҡ. Сәхнәләге күренештәр XX быуаттың 70-80-се йылдарын һүрәтләй. Әҫәрҙә һүҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, әсирлек яҙмышын үҙ елкәһендә татыған һәм шул арҡала тормошо ғүмерлек ғазапҡа әйләнгән Сәлмән исемле кеше тураһында бара. Кеше яҙмышы, ғаилә яҙмышы аша авторҙар тотош система ҡоролошон күрһәтеп бирергә ирешкән. Режиссер автор менән берлектә спектакль аша бәлә килгәндә рух ныҡлығы кәрәклеге тураһында ла иҫкәртә.
14 июндә буласаҡ “Һағыштарым тулы ғазаптарым” спектакленең төп героиняһы – Эльза. Яҙмышы еңелдән булмаған был ханым төрлө михнәттәр менән ғүмер юлының етенсе тиҫтәһенә аяҡҡа баҫҡанда Хоҙай уға тағы ла бер һынау ебәрә – Эльза ғашиҡ була... Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры – Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Олег Ханов.
15 июндә театр һеҙҙең өсөн “Мөхәббәтте ергә ҡарап түгел, йондоҙҙарға ҡарап көткәнмен” исемле театрлаштырылған концерт тәҡдим итә. Тамашаның төп маҡсаты – бөгөнгө ауыл тормошо шарттарында иң ҙур социаль проблема һаналған ғаилә ҡороу мәсьәләһен күтәреү. Бөтәбеҙгә лә мәғлүм: бөгөн ауыл ерендә өйләнмәгән егеттәр, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар күп. Сценарий буйынса, клуб директоры бөтә ауыл менән бергәләп йыр-бейеү бәйгеһендә ҡатнашырға тигән уй менән ауылдағы буйҙаҡтарҙы бергә йыя. Еңерҙәрме улар был конкурста?
Гөлсәсәк Саламатованың уйын ҡуйыусы-режиссер Денис Нурғәлин тормошҡа ашырҙы.
Өс көн дауамында барған, ижади миҙгелде ябыуға арналған тантаналы тамашаларҙан ситтә ҡалмағыҙ!

Автор:Резеда Валиева