Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июнь 2023, 11:58

Ҡанаттарым булһа, осор инем, талғын елпеп тыуған яҡтарға.

Ошо көндәрҙә Йылайыр районында башҡорт халҡының бөйөк улы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы ҡурайсылар бәйгеһе үтте.

Фотола Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуған ере-Иҫке Яҡуп ауылындағы Таштуры ҡаяһынан күренештәр. Республикабыҙҙың билдәле ҡурайсылары, конкурста ҡатнашыусылар был ҡая башында Ишмулла ағайҙы иҫкә алып башҡорт көйҙәрен башҡарҙы.

Таштурыға менеп (баҫып) ҡарар инем, Боролоп-боролоп аҡҡан Һаҡмарға.
Ҡанаттарым булһа, осор инем
Талғын елпеп тыуған яҡтарға.
(Ишмулла Дилмөхәмәтов).

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА