Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Май 2023, 10:50

Музейға ҡомартҡы тапшыр

Музейҙағы һәр бер экспонатты ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Иғлан ителгән акцияларға халыҡтың ихлас ҡушылыуы киләсәккә ышанысты арттыра, дәртләндерә. Халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен, ҡомартҡыларыбыҙҙы, милли йола-ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, уларҙы быуындан-быуынға ҡәҙерләп тапшырыу--беҙҙең бурыс. «Музейға ҡомартҡы тапшыр» акцияһында ҡатнашыусы һәр кешегә шатбыҙ, рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән мәҙәниәт усағыбыҙ тағы ла күркәмерәк, сағыуыраҡ булһын!

Музейға ҡомартҡы тапшыр
Музейға ҡомартҡы тапшыр

Сибайҙың тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында март башында «Музейға ҡомартҡы тапшыр» сираттағы акция иғлан ителде. Акция сиктәрендә тарихҡа, үткәндәргә битараф булмаған ҡалалаштарыбыҙ ярҙамында совет осоронда балалар уйнаған төрлө уйынсыҡтар, ҡалабыҙҙы төҙөүгә ҙур өлөш индергән төҙөүселәрҙең, ер аҫты байлыҡтарын табыуҙа ҡатнашҡан шахтерҙарҙың, таусыларҙың документтары һәм фотолары, 1970-1990-сы йылдарҙа ҡулланылған мәктәп әсбаптары (көндәлек, пенал, китап, дәфтәрҙәр), көнкүреш әйберҙәре (һауыт-һаба, сәғәттәр, төрлө сувенирҙар), музыка ҡоралдары, сигелгән, һуғылған әйберҙәр (таҫтамалдар, ашъяулыҡтар, балаҫ, келәмдәр), милли кейемдәр, минералдар һәм минерология коллекцияларын тулыландырыу күҙаллана.

Ҡомартҡылар яйлап йыйыла. Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында йәшәүсе Г.М.Баймурзина һәм М.Х.Баймурзин совет осоронда мәктәптәрҙә балалар ултырып уҡыған парта, яҙыусылар тураһында китаптар алып килде. Сибайҙан Ю.Н.Передельский «Siluet electro», «Смена 8» фотоаппараттары тапшырҙы. Хәҙерге көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-азаматыбыҙ И.Р.Ҡурамшин дошман пуляһы тишкән һалдат фляжкаһын ҡалдырҙы. Р.Нагаева ғаиләлә ҡомартҡы итеп һаҡланған Бареев Александрҙың фронттан яҙған хатын алып килде. Йыл һайын һәр акцияға әүҙем ҡушылыусы М.Ғ.Шәфиев музей фондын совет осоронда ҡулланылған үтек, будильник, шыршы биҙәү уйынсыҡтары, комсомолецтарҙың документтары менән тулыландырҙы. Ветерандар советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов танк ғәскәрҙәре хәрбиҙәре кейгән берет, «Социалистик ярышта еңеүсегә» вымпелы, 25 төрлө комсомол значоктарынан тупланған коллекцияһын бүләк итте.

Музейыбыҙҙың дуҫы Ф.З.Привалова совет осоронда ҡулланылған һауыттар һәм күп йылдар төҙөлөштә ташсы булып эшләгән әсәһе Хәйруллина Шәмғиәнең Почет грамоталарын алып килһә, А.М.Шәкиров тальян гармунын бирҙе. Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы, билдәле мәғариф ветераны, Почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсе Утәғолов Рамаҙан Исмәғил улының документтарын һәм наградаларын улы Утәғолов И.Р. музей фондына тапшырҙы.

Шулай уҡ Д.Н.Моратова, В.Т. Каплин, И.И.Мышинская, Р.А.Тимербулатова фонд туплауға тос өлөш индерҙе.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан беҙҙең яҡташыбыҙ, хәҙерге ваҡытта Пермь крайының Оса ҡалаһында йәшәүсе Рафаэль Сырлыбаевтан хат килеп төштө. Ул һөйөклө атаһының Рәхмәт Исҡужа улының Бөйөк Ватан һуғышы алдынан алып барған көндәлеген һәм ғаилә архивынан фотолар ебәргән. Иң ҡиммәтле мәғлүмәт көндәлек биттәрендә йәбештерелгән фотоларҙа сағылған. Тағы ла беҙҙең яҡташыбыҙ, хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәүсе М.Исхаков Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Скрябин Петр Кузьмичтың гармунын тапшырҙы.

Музейҙағы һәр бер экспонатты ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Иғлан ителгән акцияларға халыҡтың ихлас ҡушылыуы киләсәккә ышанысты арттыра, дәртләндерә. Халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен, ҡомартҡыларыбыҙҙы, милли йола-ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, уларҙы быуындан-быуынға ҡәҙерләп тапшырыу--беҙҙең бурыс.

«Музейға ҡомартҡы тапшыр» акцияһында ҡатнашыусы һәр кешегә шатбыҙ, рәхмәтлебеҙ.

Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән мәҙәниәт усағыбыҙ тағы ла күркәмерәк, сағыуыраҡ булһын!

Рәзилә Ишбулатова, Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының баш һаҡлаусыһы.

 

Автор:Гульдар Кадаева