АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Май 2023, 08:20

"Яҙгөл"гә - 10 йәш!

Яҙ килдеме, күңелгә моң тула, йыр тула. Һәр шағир донъяны хозурлыҡҡа күмгән, күңелдәрҙе елкендергән яҙға әллә күпме шиғыр бағышлаған, композиторҙар йыр яҙған... Яҙ миҙгеле Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылының “Яҙгөл” халыҡ йыр-фольклор ансамбле өсөн дә бик күркәм ваҡыт. Сөнки “Яҙгөл” ансамбле тап ошо яҙ осоронда барлыҡҡа килгән һәм уларға быйыл 10 йәш! Ошо түңәрәк дата айҡанлы ансамбль тамашасылар өсөн ҙур концерт программаһы әҙерләгән.

"Яҙгөл"гә - 10 йәш!
"Яҙгөл"гә - 10 йәш!

Ансамбль ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы эргәһендә барлыҡҡа килә. Ойошманың етәксеһе Вәлиуллина Мөслимә Тәхиә ҡыҙы ижади коллектив төҙөү идеяһы менән ауылдың гүзәл заттарына мөрәжәғәт итә. Ауылдың әүҙем, йыр-моңдо һөйөүсе 13 ҡатын-ҡыҙы ансамблгә берләшә.“Яҙгөл”дөң беренсе етәксеһе итеп музыка уҡытыусыһы Сәлихова Рәзилә Рәхмәтулла ҡыҙын билдәләйҙәр, һуңынан бер нисә йыл уны музыка мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Харун ҡыҙы Янбаева етәкләй. 2013 йылдың яҙында уҡ ансамбль “Мәңгелек ут” йыры менән Еңеү көнөндә беренсе тапҡыр халыҡ алдында сығыш яһай.

Шул ваҡыттан алып “Яҙгөл” халыҡ фольклор ансамбле төрлө жанрҙағы йырҙарҙы оҫта башҡарыусы һәм һәр ерҙә сәхнә күрке булып танылды. Әлеге көндә коллективты Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Ибраһимова етәкләй. Ансамблгә оло йәштәге дәртле һәм уңған 13 ҡатын-ҡыҙ йөрөй.

2021 йыл ансамбль өсөн бигерәк тә уңышлы булды. Мәҙәниәт йортонда бейеү түңәрәге алып барған хореограф Алһыу Хафизова “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә. Шулай итеп, “Яҙгөл” йыр-фольклор ансамбленә әүрелә. Бәйгенең 1-се турына бейеүҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәис Низаметдинов ҡуя. Февралдә “Милләтем биҙәктәре” бейеүе менән Өфөлә сығыш яһап, 100 балл йыялар һәм 2-се турға үтәләр! 2021 йылда Баймаҡ районында киң билдәләнгән Сибай сәсәндең (Шәйәхмәт Сибаевтың) тыуыуына 200 йыл тулыуға арнап, бейеүҙе “Атайсалда дуҫлыҡ йыйыны” тип атайҙар.

Һуңғы йылдарҙа “Яҙгөл” йыр-фольклор ансамбленең уңыштары бигерәк тә күп, был ҡыуаныслы хәл! 2021 йылдың март айында район күләмендә үткәрелгән үҙешмәкәр коллективтар фестивалендә Гран-при яуланылар!

2021 йылдың 12 ноябрендә “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһенең Гала-концертына барып, Өфөнән Гран-при алып ҡайтты.

Был уңыштар өсөн “Яҙгөл”дәр балетмейстер Фәнил Әсәҙуллинға, Алһыу Хафизоваға, ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаевҡа, ауыл клубы мөдире Миңнур Һунаршинаға, шәхси эшҡыуарҙар Юлай Ибраһимовҡа, Баймаҡтан Рәмзиә Яналинаға, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә, Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселегенә оло рәхмәттәрен белдерә.

Иҫке Сибай ауылы ике йыл рәттән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында уңышлы ҡатнашты. Әлбиттә, конкурс сиктәрендә уҙғарылған сараларҙа ла “Яҙгөл” ансамбле әүҙем эш алып барҙы һәм 2022 йылда Иҫке Сибай ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлауҙа һәм таратыуҙа “Яҙгөл” халыҡ йыр-фольклор ансамбленең хеҙмәте ғәйәт ҙур. Уйлап ҡараһаң, ансамблгә һәр кем үҙенең күңел ҡушыуы буйынса йөрөй, уларға бер ниндәй ҙә аҡса түләнмәй. Әммә йөрәктәре йәш, дәрттәре ташып тора, үҙҙәре һәр саҡ үҫеш, эҙләнеү һәм камиллашыу өҫтөндә даими эшләй.

Йыр-моңға ғашиҡ гүзәл заттарҙың дәрт-дармандары һүнмәһен, һүрелмәһен!

Фирҙәүес Ибраһимова, мәғариф ветераны.

Автор:Гульдар Кадаева