АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель 2023, 22:00

ҺҮҘҺЕҘ ТОЙҒОЛАР

Әлеге премьераны театр өсөн тарихи ваҡиға булды, тип әйтергә була. Эйе, шулай! Сөнки туҡһан йылдан ашыу тарихы булған театрҙа тәүге тапҡыр пластик спектакль ҡуйылды.

ҺҮҘҺЕҘ ТОЙҒОЛАР
ҺҮҘҺЕҘ ТОЙҒОЛАР

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында “Яу ҡупҡас...” исемле пластик спектаклдең премьераһы булды. Шунан, тиерһегеҙ... Эйе, премьералар булып тора – был күренеш һәр театрҙың йәшәү рәүеше, үҫеше, йә иһә бер кимәлдә тапаныуы. Әлеге премьераны театр өсөн тарихи ваҡиға булды, тип әйтергә була. Эйе, шулай! Сөнки туҡһан йылдан ашыу тарихы булған театрҙа тәүге тапҡыр пластик спектакль ҡуйылды. Был мәғлүмәт тә шаңҡытмаймы? Эйе, пластик спектаклдәр бөгөнгө театрҙар өсөн яңылыҡ түгел шул. Премьера бик уңышлы булды, тиһәм дә, иҫегеҙ китмәҫ, моғайын, сөнки уңышлы спектаклдәр ҙә йыш була. Әммә был юлы театрҙың тын алышында күптән көткән яңылыҡ һиҙелде, хатта ки бөгөнгө тынғыһыҙ заманда спектакль ниндәйҙер өмөт сатҡылары уятҡандай тойолдо, йәш актерҙар дыу ҡуптарып, беҙ – бар, беҙ булдырабыҙ, тип оран һалғандай тойолдо. Йәш, өмөтлө режиссер Залина Усманованың йәш актерҙар составы менән яңы жанрға мөрәжәғәт итеүен ҙур ҡыйыулыҡ тип һанарға була. Күҙ алдына килтерегеҙ, бер һүҙһеҙ, тик пластик хәрәкәттәр ярҙамында тамашасылар күңелен яуларға кәрәк. Беҙ, ғәҙәттә, ғашиҡтар, йә иһә ғаилә ҡороп, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгәндәр генә бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай, тип күнеккәнбеҙ. Ярты һүҙҙән... Ә был тамашала бер һүҙ ҙә юҡ! Хәрәкәттәр, музыка, яҡтыртыу саралары һәм төрлө тауыштарҙың эффекты ярҙамында ғына алдан уйланылған сюжетты, әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлайышлы итеп тамашасыға алып барып еткерергә кәрәк. Күпме оҫталыҡ, ихласлыҡ талап ителгәнен аңлайһығыҙҙыр. Нимәһе ҡыуаныслы, һәләттәре, таһылдары етте йәштәрҙең! Маҡсаттарына ирештеләр!
Спектакль, тәү ҡарамаҡҡа, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һымаҡ. Немец самолеттарының тауышы, бомбалар шартлауы, пулеметтар тырылдауы, сирена геүләүе – бөтәһе лә һуғыш тураһындағы киноларҙан таныш. Әммә былар барыһы ла сәхнә әҫәренә динамика биреүсе эффекттар ғына. Пластик спектаклдең төп темаһы – мөхәббәт! Мәңгелек мөхәббәт тураһында һөйләнелә был спектаклдә. Ниндәй генә ауыр замандар булмаһын – һуғышмы ул, аслыҡ-яланғаслыҡмы, йәшәй алмаҫлыҡ йәшәү шарттарымы – мөхәббәт үлмәй, ул мәңгелек! Бына нимә тураһында һөйләнә, дөрөҫөрәге, күрһәтелә был пластик спектаклдә. Бәлки шуғалыр ҙа тәүге тамашаны ҡарарға килгән студенттар уны тын да алмай ҡараны. Спектаклдең иң ҡыҙғаныс урындарында уҡытыусылары ла күҙҙәренә йәш алды. Был һоҡланғыс ижади тәүәкәллекте һөйләп аңлатыуы ауыр, спектаклде килеп ҡарарға кәрәк.



Радик ӨМӨТҠУЖИН, театрҙың әҙәби-драматик бүлеге етәксеһе.

Автор:Резеда Валиева