АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Апрель 2023, 08:35

Урал балаларының тауышы тынмаһын

Һеҙ фотола күргән рухлы ҡыҙ менән егет—апалы-ҡустылы Нургизә һәм Искәндәр Раевтарҙың бәләкәй генә саҡтарында милли кейемдә төшкән фотолары интернет селтәрендә киң таралған. Хәҙер улар ҙур үҫкән һәм асылдарына тоғро ҡалып, төрлө милли сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Сибайҙың “Ирәндек” лицейы уҡыусылары ҡалала үткән “Урал балалары тауышы” II республика йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып призлы урын яуланы. 12-16 йәшлек конкурсанттар “Аҡһаҡ ҡола”ны оҫта башҡарғаны өсөн Искәндәр—2-се, 15-20 йәшлектәр араһында Нургизә 1-се урынға өлгәште. Ярышҡа уларҙы әсәйҙәре Гөлнара Раева әҙерләгән.

Урал балаларының тауышы тынмаһын
Урал балаларының тауышы тынмаһын

-Әсәйем мәрхүмә ейән-ейәнсәрҙәренә милли кейем тегеп кейҙерергә яратты, кес кенәнән уларҙа рух, халҡыбыҙға һөйөү тәрбиәләне. Лицейҙарында сәсәниә Асия Ғәйнуллинаның сығышын тыңлағандан һуң икәүләшеп эпос ятларға теләк белдерҙеләр. Теләктәренә ҡаршы төшмәнем, уны урын еренә еткереп өйрәттем. Һөҙөмтәһен үҙегеҙ күреп тораһығыҙ,--ти еңеүселәрҙең әсәһе Гөлнара Салауат ҡыҙы, ҡыуанып.

Әйткәндәй, Сибайҙа мәртәбәле сараны икенсе йыл рәттән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина ойошторҙо.

-Быйылғы ярышҡа 45 заявка ҡабул иттек. Шуларҙың 9-ы призер булды. 4 кеше эпосты шиғыр кеүек ятлаһа, 5-әүһе тейешле кимәлдә һөйләп тә, һамаҡлап та, музыкаль инструментта уйнап та башҡарҙы. Тап шуларҙы ғына өлгө булараҡ конкурсты йомғаҡлау өлөшөнә саҡырҙыҡ та инде,--ти Асия Солтан ҡыҙы. -5 кешенең финалға сығыуы үҙе ҙур эш. Эпосты башҡарыу ул йыр йәки таҡмаҡ әйтеү түгел. Тап ошо ҡыҙҙар-егеттәрҙе—Хәйбулланан Батырхан Билаловты, Сибай сәнғәт колледжынан Батыр Дәүләтшин, Буранбай Исҡужинды, Нургизә һәм Искәндәр Раевтарҙы майҙа Өфөлә уҙасаҡ Халыҡ-ара йәш сәсәндәр бәйгеһенә әҙерләйем.

Йәш сәсәндәрҙең сығыштарын абруйлы жюри ағзалары—филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова, “Истоки” гәзите мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы, “Башбланкиздат” йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Әлибаева баһаланы. Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы шулай уҡ конкурстың бағыусыһы булараҡ еңеүселәргә һәм уларҙы әҙерләүселәргә махсус приздарын да тапшырҙы.

-Яҡташым Асия Солтан ҡыҙы уҙғарған һәр сараны хуплап, уға ярҙам итергә тырышам. Сәсәниә халҡыбыҙ өсөн бик ҙур башҡара,--тине Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы.

Конкурс һуңында Асия Ғәйнуллинанан сәсәнлек серҙәренә өйрәнгән уҡыусыһы Зөбәржәт Утарбаева остазына Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығының “Халыҡ сәсәне” дипломын тапшырҙы. Ул етәкләгән сәсәндәр мәктәбенә “Халыҡ коллективы” исемен раҫлаусы документ та бирелде.

 

Урал балаларының тауышы тынмаһын
Урал балаларының тауышы тынмаһын
Автор:Гульдар Кадаева