АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Апрель 2023, 11:55

«Мин яратам һине, тормош!»

Сибай ҡалаһында «Мин яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләр араһында республика фестиваленең төбәк этабы үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан 500-ҙән ашыу кеше сығыш яһаны. Сибай ҡалаһының Балалар ижад йортонда муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәрендә зона буйынса үткән конкурста иң лайыҡлы тип һаналған сығыштар жюри хөкөмөнә тәҡдим ителде. Оло йәштәгеләр араһындағы фестиваль быйыл 11-се мәртәбә ойошторолдо һәм ул “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль программаһы сиктәрендә үтте.

«Мин яратам һине, тормош!»
«Мин яратам һине, тормош!»

Быйыл «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале бәләкәй ватан өсөн файҙалы эштәр йылына арналды һәм унда Межгорье, Сибай ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы һәм Хәйбулла райондарынан килгән конкурсанттар сығыш яһаны. Дөйөм алғанда был көндө сәхнәлә 500-ҙән ашыу кеше сығыш яһаны.

Фестиваль «көмөш быуын» үҙешмәкәр артистары араһында иң популяр ваҡиғаларҙың береһе генә түгел, иң кәрәклеләре лә булып тора, тип ҡыйыу рәүештә раҫларға мөмкин, сөнки өлкән быуын кешеләренең ижади потенциалын асыуға, уларҙың социаль-әүҙем ролен күтәреүгә хеҙмәт итә. Иң яҡшы концерт номерҙарҙы сентябрь айында Өфөлә үтәсәк республика этабына һайлап алынды.

Автор:Гульдар Кадаева