Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Март 2023, 23:00

ЙӨРӘГЕМДӘ ЙЫҺАН МИНЕҢ

Бөгөн иҫ киткес тамашаның шаһиты булдыҡ... Был донъяны маңлай күҙҙәре менән күреүҙән мәхрүм булған Азат Исҡужиндың рухлы, дәртле, аһаңле концертын ҡараныҡ һәм тирә-яҡҡа күңел күҙе менән ҡараусы, матурлыҡты, моңдо тойоусы һәләтле йәш йырсының бай ижади донъяһына сәйәхәт иттек.

ЙӨРӘГЕМДӘ ЙЫҺАН МИНЕҢ
ЙӨРӘГЕМДӘ ЙЫҺАН МИНЕҢ

Бөгөн иҫ киткес тамашаның шаһиты булдыҡ... Был донъяны маңлай күҙҙәре менән күреүҙән мәхрүм булған Азат Исҡужиндың рухлы, дәртле, аһаңле концертын ҡараныҡ һәм тирә-яҡҡа күңел күҙе менән ҡараусы, матурлыҡты, моңдо тойоусы һәләтле йәш йырсының бай ижади донъяһына сәйәхәт иттек.

Билдәле булыуынса, Азат йырлап ҡына ҡалмай, йырҙар яҙа. Бөгөнгө концертта үҙе яҙған йырҙарҙы ла, ижадташтарының да йырҙарын яңғыҙ ҙа, коллегалары менән дә башҡарҙы.

Шәп тамашаның ҡунаҡтары ла шәп булды. Азат менән хеҙмәттәшлек иткән һүҙ оҫталары Фирүзә Абдуллинаны, Насип Һаҡмаровты, ғалим, биология фәндәре докторы, шул уҡ ваҡытта йырҙар ижад итеүсе Йәлил Һөйөндөковты, сценарий авторы, яҙыусы, журналист Миләүшә Ҡаһарманованы һәм Хәйбулла, Ейәнсура райондарынан килеүсе һәүәҫкәр йырсыларҙы тап иттек. Концерт шул тиклем матур булды. Бында беҙ тәрән мәғәнәле (!), күңелгә ятып ҡына торған моңло йырҙар тыңланыҡ. Тамашаның режиссеры Рәмил Туйсиндың “ҡулын” да тойомланыҡ. Йырҙарҙың “тәмен” белгән музыкант, ысынлап та, бик килешле, халыҡсан программаны халыҡ хөкөмөнә сығарҙы.

Әйткәндәй, концертта яңы йырҙар ҙа ишеттек. Шуларҙың береһе яҡташыбыҙ Әхмәр Үтәбайҙың һүҙҙәренә яҙылған. Уның тарихы былайыраҡ:

2013 йылдың йәй башында Әхмәр Ғүмәр улына көтмәгәндә атаҡлы композитор Салауат Низамитдинов шылтырата. Бынан алда шағир "Юлдаш" радиоһы тапшырыуында бер шиғырын уҡыған була. Салауат Низаметдинов шул шиғырҙы оҡшатып, йыр яҙырға ниәт иткән икән. "Әле ҙур бер музыкаль әҫәр өҫтөндә эшләйем, шуны тамамлағас та йыр яҙырмын, шунан саҡырып тыңлатырмын" ти ул. Әммә яҙып өлгөрмәй, 29 июлдә композитор баҡыйлыҡҡа күсә. Бына ул шиғыр:

Көнө былай алайыммы,
Төнө былай алайым.
Былай алайым ғүмерҙә
Һинле була алмайым.

Былай итеп алайыммы.
Тегеләйме алайым?
Һинһеҙлектең усағында
Тереләйме янайым?

Былай ғына алайымһың,
Былай ғына алаймын.
Яҙмышыбыҙ тегеләй бит —
Шуны аңлай алмайым.

 

Ошо хәл хаҡында Азат Исҡужин коллегаһы, филармонияның ижад буйынса директор урынбаҫары Рәмил Туйсин аша ишетеп, белеп ҡала һәм остазының теләген тормошҡа ашырып ҡуйырға теләй. Әлеге концертта Әхмәр Үтәбай һүҙҙәренә яңы йырҙы тыңланыҡ һәм ул Салауат Низаметдинов стилендә яңғыраны.

Ғөмүмән, концерт бик юғары кимәлдә үтте. Артабан да ошо кимәлде сибай артистары тотор һәм уңышлы эшләүен дауам итер, тип ышанабыҙ! Зал тулы тамашасылар, көслө алҡыштар теләйбеҙ!



Автор:Резеда Валиева