Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март 2023, 23:10

ҺИНӘН - ФАТИР, МИНӘН - ИР

Ирлеһе ятаҡта йәшәй... Ирһеҙ ҡатындың бер түгел, ике фатиры бар. Ни эшләргә? Бәлки, ирҙе һатырғалыр?

ҺИНӘН - ФАТИР, МИНӘН - ИР
ҺИНӘН - ФАТИР, МИНӘН - ИР

Бөгөн—Халыҡ-ара театр көнөндә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһенә Наил Ғәйетбаев әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән  “Һинән—фатир, минән—ир” гротеск-комедияһы сығарылды.

“Ҡайһы бер ҡатындарҙың ире булһа, фатиры юҡ, ә фатирлыларының--башҡаһы юҡ...”, “Ирҙәр аҡсалы ҡатын күрһә, ҡатынын да, балаһын да онота” тигәнерәк йыш ҡабатланған һүҙҙәр ниндәйҙер кимәлдә бөгөн көнүҙәк булып тора. Фатирһыҙ йонсоған ҡатындар фатирлы бай ҡатындарға ирҙәрен һатып өйлө булырға тырыша. Ирҙәре лә ҡаршы түгел: фатирлы ҡатын хаҡында хыяллана...

Бик ҡыҙыҡлы, ҡабул итеүгә еңел комедияны сәхнәгә режиссер Денис Нурғәлин ҡуйған. Әйткәндәй, театрҙағы “яңы почерк” һиҙелде. Нисектер башҡаса, быға тиклемге спектаклдәргә оҡшамаған ине. Рәссам Валерий Яшкуловтың да хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ. Бик оҫта декорация уйланылған. Ә артистарға һәр ваҡыттағыса һүҙ юҡ: бик килештереп, оҫта уйнанылар.

Спектаклдең эстәлеген асмайбыҙ. Премьера һис шикһеҙ сәхнәгә тағы сығасаҡ. Барып күрегеҙ! Рәхәтләнеп көлөп, ял итеп ҡайтырһығыҙ.

Әйткәндәй, спектакль алдынан бер төркөм театр хеҙмәткәрҙәрен театр директоры Илнур Әбдрәшитов тәбрикләп үтте. Беҙ ҙә Сибай театры коллективын ихлас күңелдән һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм зал тулы тамашасылар, көслө алҡыштар, уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева