Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Март 2023, 08:30

Бейеүселәр үҫтергән өләсәй

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы, ысын мәғәнәһендә, таланттар төбәге. Мәҫәлән, Таңсулпан Әлибаеваның ейәнсәре Гөлназ да, ейәне Мораҙым да Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Гөлназ Әлибаева ансамблдә оҙаҡ йылдар эшләп, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы маҡтаулы исемен йөрөтһә, Мораҙым унда былтырҙан бейей. Ошондай ейәндәр үҫтергән өләсәйгә афарин тиергә ҡала!

Бейеүселәр үҫтергән өләсәй
Бейеүселәр үҫтергән өләсәй

Әйткәндәй, Мораҙым Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сибай” халыҡ бейеү ансамблендә лә эшләп тәжрибә тупланы. Сәнғәткә һөйөү Әлибаевтарҙың нәҫеленән килә.

Яҡташтарыбыҙға артабанғы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Гульдар Кадаева