АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Март 2023, 10:05

Йыр-моңдо юлдаш итеп

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылының район мәҙәниәт йорто коллективы йәш көстәр менән тулылана. Бында күптән түгел балалар, йәштәр менән эшләү буйынса методист булып Мария Голубцова хеҙмәт юлын башлаған. Методист мәктәп уҡыусылары, уҡыу йорто студенттарын мәҙәни тормошҡа ылыҡтыра, улар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар ойоштора. Һуңғы осорҙа Пушкин картаһының ҡулланылышҡа инеүе йәш белгестең эшмәкәрлеген тағы ла ыңғай яҡҡа көйләп ебәргән. Мария Вячеславовна тағы ла республикала 2021 йылдан тормошҡа ашырылған «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡсатлы программаһында ҡатнашып, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға матди ярҙам алыуы менән үҙен өлөшлө кеше тип иҫәпләй.

Йыр-моңдо юлдаш итеп
Йыр-моңдо юлдаш итеп

Татыр-үҙәк ауылында тыуып үҫкән Мария бәләкәй сағынан йырлай. Бүребай музыка мәктәбендә фортепиано, гитара кластарында музыкаль белем ала. Урта мәктәпте тамамлағас Орск сәнғәт колледжының вокаль сәнғәте бүлегендә уҡый. Яҡташына кейәүгә сыҡҡас, ғаиләһе менән район үҙәгендә төпләнергә ҡарар итә.

-Яратҡан эшем, унан йүгереп ҡайтыр өйөм, минең өсөн өҙөлөп торған йәрем булыуы менән бәхетлемен! Шуға ла йырлап ҡына йәшәйем!—ти йәш кәләш, йылмайып.-Рус халыҡ йырҙарын айырыуса күңел биреп башҡарам. Репертуарымда башҡорт, сит ил йырҙары ла бар. Эстрада ла күңелемә яҡын. Рок эшкәртеүендәге стилләштерелгән рус йырҙарын рәхәтләнеп тыңлайым.

Артист, вокалист, уҡытыусы Мария Голубцованың артабан да сәхнә йәме булыуын, йәш быуында мәҙәниәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүен уңышлы дауам итеүен теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева