Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Март 2023, 10:00

ИЛЕМДЕ ДАНЛАЙ ҠУРАЙ

Кисә Хәйбулла районының мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, данлыҡлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы үтте.

ИЛЕМДЕ ДАНЛАЙ ҠУРАЙ
ИЛЕМДЕ ДАНЛАЙ ҠУРАЙ

Кисә Хәйбулла районының мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, данлыҡлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы үтте.

Милли музыка ҡоралы—ҡурайҙы пропагандалау, уны һәм традицияларҙы һаҡлау, йәштәрҙе халыҡ моңона, милли музыка ҡоралдарына йәлеп итеү, һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарылған конкурс ике йәш категорияһында үткәрелде. 12 йәшкә тиклемгеләр һәм 12-16 йәшлектәр айырым һынау тотто. Быйыл Хәйбулла, Баймаҡ райондарынан, Сибай ҡалаһынан 6 ансамбль, 25 айырым конкурсант ҡатнашты. Тәү тапҡыр «Сиҙәм» ҡыҙҙар ансамбле лә үҙ көсөн һынап ҡараны, етәкселәре—Ҡансурин Рәүф Артур улы.

Конкурсанттарҙы «Түңгәүер» ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, ҡурайсы Фәнис Атанов, Бүребай балалар сәнғәт мәктәбе директоры, ҡурайсы Өлфәт Вәлиев, Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурай буйынса дәрес биреүсе уҡытыусы Хәйҙәр Ильясов, район мәҙәниәт йорто методисы Миңзифа Ишемғолова баһаланы.

Конкурста Гран-при Бүребай балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Данил Тулыбаевҡа эләкте.

Ансамблдәр араһында Сибай ҡурайсылар ансамбленә етеүсе булманы (етәкселәре Нәҙерғолов Илмир).

12 йәшкә тиклемге балалар араһында Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенән Вилдан Ишемғолов тәүге урынға сыҡты. 12-16 йәшлектәр араһында Сибайҙан Ильяс Кинйәбулатов беренсе урын яуланы.

Автор:Резеда Валиева