АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Декабрь 2022, 12:30

МС БАШ- Заһит Ҡунафин Сибай балаларын ҡыуандырҙы

Башҡорт эстрадаһы йырсыһы МС БАШ Сибай ҡалаһының концерт-театр берекмәһендә бер көндө ике концерт ҡуйҙы. Заһит Ҡунафин дәртле йыр-бейеүҙәре менән халыҡты дәртләндереп кенә ҡалманы, өлөшләтә мобилизация эләккән яҡташтарыбыҙҙы,уларҙың балаларын, коррекция мәктәбе уҡыусыларын, “Ғаилә” район-ара үҙәге ҡарамағындағы приют тәрбиәләнеүселәрен  концертына шәхсән саҡырҙы. Тамаша барышында көтмәгәндә сәхнәгә Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу килеп сығып, махсус саҡырылған ҡунаҡтарға яңы йыл күстәнәстәре лә таратты. Балаларҙы хәйриәлек концерттарына йөрөткән өлкәндәр бындай мәрхәмәтлек өсөн йырсыға ҙур рәхмәт белдерҙе.

МС БАШ- Заһит Ҡунафин Сибай балаларын ҡыуандырҙы
МС БАШ- Заһит Ҡунафин Сибай балаларын ҡыуандырҙы

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, артистың мәрхәмәтлеге, шәфҡәтлелеге лә үҙенә мең сауап булып урап ҡайтһын!

Автор:Гульдар Кадаева