АТАЙСАЛ
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Декабрь 2022, 09:40
Ғәлиәхмәттә клуб асыла
Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы халҡы Яңы йылды яңы клубта ҡаршылаясаҡТөпкөлдә ятҡан ауыл мәктәбе бинаһының бер өлөшө ауыл клубы һәм китапхана итеп эшләнде. Сөнки, былтыр уларҙың мәҙәниәт йорттары бинаһы янғындан ныҡ зыян күрҙе. Буласаҡ клубта ремонт эштәре тамамланыуға бара, яңы мәҙәниәт усағы заманса йыһазландырылған. Яңы мебель, ултырғыстар, музыкаль аппаратура килтерелгән.Был эштәр Хәйбулла районында эшмәкәрлек йәйелдергән "Полиметалл" ойошмаһының бағыусылыҡ ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Әлбиттә, район етәкселеге лә ҙур тырышлыҡ һалған.
Ғәлиәхмәттә клуб асыла
Клубты асыу тантанаһы 23 декабргә тәғәйенләнгән.
Ғәлиәхмәттә клуб асыла
Автор:
Гульдар Кадаева