Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 12:10

ЕҢЕҮ, ТЫНЫСЛЫҠ, ҺӨЙӨҮ ХАҠЫНДА ЙЫРЛАРБЫҘ...

--Ауыр ваҡытта бер аҙға ғына булһа ла тормош мәшәҡәттәренән, донъялағы барған хәлдәрҙән бер аҙ арындыра алғанығыҙ,Сибай халҡына бай йөкмәткеле күңелле концерт программаһы бүләк иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм һәм махсус хәрби операция тамамланып, яугирҙәребеҙ яуҙан имен-һау әйләнеп ҡайтҡас, мин һеҙҙе үҙебеҙгә саҡырасаҡмын. Шул ваҡытта күмәкләшеп "Еңеү, тыныслыҡ, һөйөү" тигән һүҙҙәрҙе бергәләшеп әйтеп, бынамын тигән концерт бүләк итерһегеҙ!--тине Рамаҙановтарға Сибай хакимиәте башлығы А.Юлдашбаев.

ЕҢЕҮ, ТЫНЫСЛЫҠ, ҺӨЙӨҮ ХАҠЫНДА ЙЫРЛАРБЫҘ...
ЕҢЕҮ, ТЫНЫСЛЫҠ, ҺӨЙӨҮ ХАҠЫНДА ЙЫРЛАРБЫҘ...

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙҙары Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар был көндәрҙә Урал аръяғы райондары буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Зал тулы тамашасылар, сәскәләр һәм көслө алҡыштарға күмелгән йыр-моң байрамы ысын мәғәнәһендә һәр кемдең күңеленә үтеп инеп, йөрәк ҡылдарын тирбәлдереп, күңелдәрен күтәрмәй ҡалмайҙыр. Кисә Сибай ҡалаһында үткән тамашанан һәр кем һоҡланып һәм хисләнеп ҡайтты. Сағыу костюмдар, дәртле бейеүҙәр, иҫ киткес музыкант егеттәрҙең уйнауы, Зинира менән Ризат Рамаҙановтырҙың яңы йырҙары, күңелле мәҙәктәре тормоштағы һуңғы ваҡыттағы ауыр хис-тойғоларҙы бер аҙға ғына булһа ла таратты, тамашасылар юғары кимәлдәге тамашаны ҡарап, күңелдәренә кинәнес һәм ял алды. Кемдер рәхәтләнеп бейене, икенселәре йырсыларға ҡушылып, бер аҙ моңһоуланып та өлгөрҙө.

Концертҡа Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев та килгән ине, ул аҙаҡ йырсыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм артистарҙы йәнә Сибай ҡалаһына саҡырҙы:

-Был гөлләмәләрҙе Зинира ханым һеҙгә бүләк итәм. Ауыр ваҡытта бер аҙға ғына булһа ла тормош мәшәҡәттәренән, донъялағы барған хәлдәрҙән бер аҙ арындыра алғанығыҙ,Сибай халҡына бай йөкмәткеле күңелле концерт программаһы бүләк иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм һәм махсус хәрби операция тамамланып, яугирҙәребеҙ яуҙан имен-һау әйләнеп ҡайтҡас, мин һеҙҙе үҙебеҙгә саҡырасаҡмын. Шул ваҡытта күмәкләшеп "Еңеү, тыныслыҡ, һөйөү" тигән һүҙҙәрҙе бергәләшеп әйтеп, бынамын тигән концерт бүләк итерһегеҙ! Иманым камил, ул көн тиҙҙән етәсәк! Барыбыҙ ҙа имен-һау булайыҡ, донъялар имен торһон, һеҙҙең йыр-моңдарығыҙ тынмаһын, Сибай ҡалаһында һәр саҡ һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!- тине Азамат Юлдашбаев.

Киләһе осрашҡандарға тиклем, Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар!

Фото: Рамаҙановтарҙың социаль селтәренән.

Кәримә Усманова. "Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Автор:Резеда Валиева