Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь 2022, 14:10

КҮҢЕЛДӘРҘӘ—РЕТРО ЙЫРҘАР

Баймаҡ районы Йомаш ауылында «Ретро йыр-2022» конкурсы үткән. Унда Ишбирҙе ауылынан бәхетле парҙар—Нәйлә һәм Сәлим Иҫәндәүләтовтар еңеү яулаған.

КҮҢЕЛДӘРҘӘ—РЕТРО ЙЫРҘАР
КҮҢЕЛДӘРҘӘ—РЕТРО ЙЫРҘАР

Артур Иҫәнов—бик оҫта ҡуллы егет. Ул ағастан эшләгән һандыҡтар, өҫтәлдәр, төрлө һындар, ҡулайламалар күҙҙең яуын алмалы. Уҙған йыл ул «Атайсал» гәзитенең дә спонсоры булып, гәзитебеҙ дуҫтарын һандыҡлы иткәйне. Әле тыуған ауылында үткән «Ретро йыр-2022» конкурсында спонсор булған.

—Йомаш ауылында - " Ретро йыр 2022" конкурсы үтте. Йомаш, Ишбирҙе, Ишмырҙа, Йылым, Ярат, Ғүмәр ауылдарынан сәнғәтте яратыусылар үҙ йырҙары менән сығыш яһаны. Ансамбелдәр, яңғыҙ һәм дуэт менән йырлаусылар башҡарыуындағы йырҙар яңғыраны.
Бындай үтә лә сағыу саранан мин дә ситтә ҡалмаҫҡа булдым. Үҙ ҡулдарым менән ағастан эшләгән журнал өҫтәле менән серле ҡумтаны гран-при яулаусы Ишбирҙе ауылының бәхетле парҙары Сәлим һәм Нәйлә Иҫәндәүләтовтарға тапшырҙым
Был мәртәбәле сараны халыҡ бик яратып ҡараны, ҡатнашыусыларға урындар билдәләнде, иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Сәй табыны ойошторолдо.
Ошо конкурсты үткәреүгә күп көс һалған ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Афариндар!—ти Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Йомаш егете Артур Иҫәнов.

Автор:Резеда Валиева