АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Ноябрь 2022, 09:05

Исемдәренә күрә есемдәре

Сибай концерт-театр берекмәһендә ойошторолған үҙешмәкәр художестволы ижад коллективтарының «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» VII республика фестивалендә ҡаланың халыҡ һәм өлгөлө исемдәрен йөрөтөүсе үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны. Улар тамашасылар һәм республика халыҡ ижады үҙәгенең аттестация комиссияһы хөкөмөнә фольклор, хореография, вокал, инструменталь башҡарыу жанрҙарының иң сағыу өлгөләрен сығарҙы.

Исемдәренә күрә есемдәре
Исемдәренә күрә есемдәре

 

Сибай ҡалаһында үҙешмәкәр художестволы ижад коллективтарының «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» VII республика фестивале үтте. Бындай сара 3 йылға бер мәртәбә уҙғарыла һәм ул халыҡ һәм өлгөлө исемдәрен йөрөткән ижади коллективтарҙың художество кимәлен күтәреүгә, күп милләтле республикабыҙҙың этник мәҙәниәтен үҫтереүгә ҡайтып ҡала.

-Бындай фестиваль ансамблдә шөғөлләнеүселәргә үҙе бер байрам. Халыҡ ижады үҙешмәкәрҙәре өсөн халыҡ, өлгөлө исемдәрен алыу, йөрөтөү, өс йылға бер мәртәбә иҫбатлау тороу бик мөһим. Бындай исемдәрҙе йыр-бейеүҙәрҙе, фольклор өлгөләрен, йолаларҙы, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын оҫта башҡарыусы, ҡыҙыҡлы һәм төрлө репертуарлы коллективтар ғына йөрөтөүгә хоҡуҡлы,--ти ҡаланың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Элиза Кирәева.-Исемдәрҙе иҫбатлап, раҫлап тороу ансамбдең үҫешен, үҙҙәренең һөнәри оҫталығы өҫтөндә даими эшләүҙәрен, үҙ сығыштары менән халыҡты ҡыуандырып тороуын күрһәтә. Был көндө аттестация комиссияһы алдындында 27 коллектив һынау тотто. Шуларҙың 26-һы быға ҡәҙәр йөрөткән исемдәренә яңынан дәғүә итеп, шуны иҫбатлаһа, 1 ансамбль, атап әйткәндә БДУ-ның Сибай институтының “Эдельвейс” төркөмө халыҡ исемен тәүгә яҡланы.

Элиза Ғүмәр ҡыҙы фестивалде ойоштороуға, ғөмүмән ижади коллективтар үҫешенә бөтә уңайлы шарттар тыуҙырған Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге, музыка, сәнғәт, һынлы сәнғәт мәктәптәре директорҙарына, һынау тотҡан коллективтар етәкселәренә, тауыш, яҡтылыҡ, экран буйынса операторҙарға, мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәренә, Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселегенә ҙур рәхмәтле.

Фестиваль һуңында аттестация комиссияһы ағзалары сибайҙарҙың һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә сығыш яһауын һыҙыҡ өҫтөнә алды, кәңәштәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе һәм исемдәрҙе барлыҡ коллективтар ҙа лайыҡлы йөрөтөүен белдерҙе.

Халыҡ исемен аҡлаусы “Яугүл” ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова ансамблдә кесе йәштән алып ололарға тиклем бик теләп шөғөлләнеүенә һөйөнә.

-Бергә булып, берҙәм булып, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңдарыбыҙҙы онотмай, киләһе быуынға тапшыра киләбеҙ икән һутлы, шифалы телебеҙ ҙә юғалмаясаҡ, рухыбыҙ ҙа ныҡ буласаҡ. Донъялар ғына имен торһон!—ти Дилара Мөхитдин ҡыҙы.

Сибай сәнғәт мәктәбенең “Осҡон”, “Толпар”, “Мәликә”, “Сулпан”, “Йәйғор” ансамблдәре лә өлгөлө исемдәрен уңышлы яҡланы.

Балалар ижады үҙәгенең “Гөлдәр” (етәксеһе Луиза Яхина) ансамбленең дә сығыштары барыһын да таң ҡалдырҙы. Бәләкәй генә баланан алып еткән ҡыҙҙар-егетәргә тиклем өҙә баҫып, дәртле бейеп һоҡландырҙы.

Үҙешмәкәр коллективтарҙың фестиваль сиктәрендә бер тынала үткән концертын һәр кем онлайн рәүештә Культура РФ порталынан ҡараны, лайктар ҡуйҙы, йәш артистарҙы маҡтап, матур һүҙҙәр яҙып ҡанатландырҙы.

Гөлдәр Ҡадаева.

Исемдәренә күрә есемдәре
Исемдәренә күрә есемдәре
Исемдәренә күрә есемдәре
Исемдәренә күрә есемдәре
Автор:Гульдар Кадаева