Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Сентябрь 2022, 16:20

«ЙЫЛ ҒАИЛӘҺЕ» ПРИЗ ЯУЛАНЫ

Яҡташыбыҙ Айнур Асҡаровтың фильмы йәнә уңыштар яулай.

«ЙЫЛ ҒАИЛӘҺЕ» ПРИЗ ЯУЛАНЫ
«ЙЫЛ ҒАИЛӘҺЕ» ПРИЗ ЯУЛАНЫ

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы актер-режиссерҙарҙың XV «Алтын Феникс» халыҡ-ара кинофестивалендә призға лайыҡ булды. Фестиваль 17–21 сентябрҙә Смоленскиҙа уҙҙы.

Камил Абдуллиндың эше фильм геройҙарының  үҙенсәлекле музыкаль характеристикаһы өсөн композитор Михаил Глинка исемендәге призды яуланы.

«Йыл ғаиләһе» фильмының сираттағы бүләге. Фильмдың композиторы — Камил Абдуллин, ул күптән ҙур баһаға лайыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кинофестивалдәрҙә музыка өсөн приз һирәк тапшырыла. Мин уның өсөн бик шатмын, награда алыуы менән ихлас ҡотлайым!» — тине Айнур Асҡаров.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-09-27/film-aynura-askarova-semya-goda-zavoeval-priz-mezhdunarodnogo-kinofestivalya-2968215

Автор:Ләйлә Аралбаева

Автор:Резеда Валиева