Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Сентябрь 2022, 08:20

Күңел, йөрәк һәм йырҙарым ҡалды шул килеш...

Элек ололар: «Күңел ҡартаймай»,—тиһә аптырай инем, ә хәҙер аңлайым. Ысынлап та шулай. Тимәк, йән мәңгелек. Кешелә бала аҡылы, йәшлек дыуамаллығы барыбер һаҡлана. Бер шиғырҙағыса: Тән ҡартайҙы. Ә күңел менән йөрәк һәм йырҙарым ҡалды шул килеш.

Күңел, йөрәк һәм йырҙарым ҡалды шул килеш...
Күңел, йөрәк һәм йырҙарым ҡалды шул килеш...

Бөгөн, йәғни 23 сентябрь, Сибай концерт-театр берекмәһенең ҙур залында Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәткәре Рәмил Туйсиндың юбилей кисәһе үтәсәк. Ошо уңайҙан беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
—Яҙын үҙенең алтын юбилейын билдәләүсе Рәмил Туйсин алтын көҙҙө ниндәй кәйеф һәм ниндәй уңыштар менән ҡаршы ала?
—Кәйефтәр күтәренке. Ниһайәт, үҙ йортобоҙ—филармониябыҙ бар. Юбилейға арналған концертты яҙ уҡ сәхнәгә сығарырға тейеш инек, әммә кемгәлер өйҙәш булып йөрөгө килмәне, «тыуған йорт»та үткәреү теләге көслө ине. Шуға ла көҙгә ҡалдырҙыҡ. Миләүшә Ҡаһарманова менән күптән бергә эшләйбеҙ. Мин уның байтаҡ шиғырҙарына көйҙәр яҙҙым. Мәҫәлән, «Хаттар», «Һин кәрәк», «Әсәйемә». Шуға уның менән уйҙар бер, һүҙҙәр берегә, ижади бәйләнеш бар. Минең идеяларға үҙ фантазияларын ҡушып, матур сценарий яҙҙы.
—Йөрәк ҡартаймай, тиҙәр... 50 йәшлек тип үҙегеҙҙе хис итәһегеҙме?
—Мин йәшемде алып йөрөмәйем. Күптәр шулайҙыр, моғайын. Күңел менән һиҙмәйем дә, әммә аҡыл менән үҙ йәшемә лайыҡ булырға тырышам. Элек ололар: «Күңел ҡартаймай»,—тиһә аптырай инем, ә хәҙер аңлайым. Ысынлап та шулай. Тимәк, йән мәңгелек. Кешелә бала аҡылы, йәшлек дыуамаллығы барыбер һаҡлана. Бер шиғырҙағыса: Тән ҡартайҙы. Ә күңел менән йөрәк һәм йырҙарым ҡалды шул килеш.
—Ижадығыҙға, башҡарған йырҙары-ғыҙға ҡарағанда һеҙ төплө фекерле, етди кеше. Тормошта шаян, мәрәкә әңгәмәсе. Ә ысынында һеҙ ниндәй? Үҙегеҙгә ниндәй характеристика бирер инегеҙ?
—Ҡайҙалыр уҡығайным, хәҙер теүәл иҫләп етмәйем. Мәғәнәһе ошолайыраҡ: иң етди кеше—күңелендә юмор йөрөтөүсе кеше. Юмор тигәс тә ул сейле-бешле, мәғәнәһеҙ булһа, уның ҡыҙығы юҡ. Шаяртыуҙың да «тоҙо» булырға тейеш. Юморға байлыҡ та нәҫелдән килә миңә. Атайыбыҙ шундай ине. Шуғалыр тел «ҡысый» ҙа тора инде.
—Тормошта ҡыҙыҡ хәлдәргә йыш тарыйһығыҙмы, әллә күңелһеҙҙәренәме?
—Аныҡ ҡына әйтә алмайым. Башы мажаранан сыҡмаған кешеләр була, улар бер айырым сорт бит ул.
—Бәлки, иң иҫтә ҡалған ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үтерһегеҙ?
—Ҡапыл иҫкә төшмәй. Мине артист тип һөйләүҙәрен мин ҡыҙыҡ күрәм. Мин артист түгел, ә педагог. Сәхнәгә һирәк сығыуымдың да сәбәбе шул. Оҙаҡ йылдар музыканан уҡыттым. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында (ул саҡта ҡаланың 13-сө мәктәбе), унан музыка мәктәбендә белем бирҙем. Башҡорт дәүләт аграр университетының Сибай филиалында өҫтәлмә белем биреү бүлеге мөдире булдым. Әле 6 йыл филармонияламын, шуның һуңғы 1,5 йылын ижад буйынса директор урынбаҫары вазифаһында үткәреп киләм.
—Һеҙ ЗАГС-та туй тантаналарын биҙәүсе лә?
—Эйе. ЗАГС-тың әлеге бинаһы булды-рылғас, йәғни 1994 йылдарҙа, унда яңыса никах теркәргә булып киттеләр. Шул мәлдән алып бер сценарий буйынса эшләп киләм. Кешегә оҡшай, ялҡытмай ҙа. Өҫтәлмә эш итеп кенә башлағайным, ниндәйҙер кимәлдә вазифаға әйләнде лә китте. Мин—ЗАГС-һыҙ, ул минһеҙ йәшәй ҙә алмай шикелле. Әйткәндәй, хәҙер тамадалар күп, хатта иң беренсе мин башланым тип бәхәсләшәләр. Ә мин шул 90-сы йылдар башында уҡ баян ҡосаҡлап туй мәжлестәренә бара инем. Ул ваҡытта тамадамын тигән кеше лә осрамай торғайны. Ҡайҙан килеп сыҡтымы? Бер дуҫым Үзбәкстандан ҡайтты ла шул тарафтарҙа музыканттарҙың байрам сараларын биҙәүен әйтте, үҙе русса сығыш яһай ине. Шунда мәжлестәрҙе башҡортса алып барыу идеяһы миндә килеп сыҡты. Әйткәндәй, тамадалар шул тиклем күбәйҙе, ҡайһы берәүҙәренең сифаты аҡһай. Тамада үҙенә күрә һөнәр ул. 5-6 сәғәт халыҡтың «көй»өн тота белергә, уларға ярарға кәрәк, бының өсөн һин уларҙан бер башҡа юғарыраҡ профессиональ булыуың шарт. Халыҡты ялҡытмау, уларҙың йәшенә тура килеү, менталитетын тойоу, сама белеү, һиҙемләү һәм бәйләнеш тотоу бик мөһим. Тағы шуны әйтер инем: халыҡ араһында таланттар күп. Уларҙан бик күпте өйрәнәм, алам, камиллаштырам һәм сәхнәгә сығарам.
—Иң бошондорғаны, күңелегеҙҙе ҡырғаны нимә?
—Минең уйлауымса, һәр өлкәлә, һәр тармаҡта үҙ профессияһын яҡшы белгән, үҙ һөнәрен яратҡан кешеләр эшләргә тейеш. Осраҡлы килеп эләккән, эш рәтен белмәгән кешеләр минең маҙама тейә.
—Үкенестәрегеҙ бармы? Яңынан тормошто башлау мөмкинлеге бирһәләр, нимәне үҙгәртер инегеҙ?
—Юҡ, үҙгәртмәҫ инем. Нисек кенә булмаһын, һәр кем үҙ юлын үҙе һала, уны нисек бар шулай ҡабул итергә кәрәктер. Шулай ҙа йәш саҡта, мөмкинлек булғанда күберәк ғилем алмағанмын икән, тип уйлап ҡуям. Әле миңә музыка мәктәбендә алған белемем ныҡ ярҙам итә. Әгәр ошонан һуң нығыраҡ ошо донъяға сумһам, белем эстәһәм һәм камиллашһам, кем белә, бәлки, симфониялар, ҙурыраҡ әҫәрҙәр ҙә яҙыр инем. Әле дәрт бар, әммә ғилем етеңкерәмәй. Шуға йәштәргә әйтер теләгем шул: ғилем алығыҙ, йәш саҡта хәтер ҙә яҡшыраҡ, дәрт тә күп, мөмкинлек тә бар.
—Йырсы булмаһағыҙ, кем булыр инегеҙ икән?
—Мин бит йырсы түгел, музыкант, педагог. Әгәр сәхнә юлын һайламаһам, бәлки, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, йә иһә тарих уҡытыусыһы булыр инем. Ошо ике фәнде яратам. Ғөмүмән, мин уларҙы сәнғәттең бер туғандары итеп күрәм. Әҙәбиәтте, шиғриәтте яратмайынса, тарихты белмәйенсә сәхнә әҫәре ижад итеп булмай.
—Ә был фәндәргә һөйөү ҡайҙан килә?
—Башҡортлоҡтан. Беҙҙең милләт—аҫаба халыҡ, улар тарихын да, йондоҙлоҡто ла бик яҡшы белгән, ауыҙ-тел ижады ла бай. Башҡорт халҡында сәсәнлек көслө. Тимәк, был милли һыҙат.
—Күңелегеҙгә ял биргән берәй шөғөл бармы? Ялдарҙы нисек үткәрәһегеҙ?
—Балыҡ тоторға яратам. Һуңғы осорҙа ваҡытым шул тиклем тығыҙ. Быйыл ике тапҡыр ғына барҙым. Мин иң ҙур балыҡты эләктерәм тип тә бармайым, әммә шартына килтереп әҙерләнәм, сәмләнеп тә тотам, әммә үҙем балыҡты таҙартмайым да, ашамайым да, туғандарға, таныштарға таратам. Башлыса Яйыҡ (Урал) йылғаһына—Ырымбур яғына йөрөйөм. Йылға буйында ҡуна ҡалып, усаҡ яғып, шунда ҡурай уйнап, элекке башҡорт ерҙәрен туған моңға сорнамаһам күңелем ҡанмай. Йыш ҡына балыҡҡа рәссам Руслан Хәйризаман улы Бикбаев менән барам. Ул минән күпкә оло. Әммә күңел һәм рух буйынса беҙ уның менән ҡорҙаш.
—Әгәр әкиәттәгеләй алтын балыҡ эләкһә, ниндәй өс теләкте үтәүен һорар инегеҙ?
—Йорт-илгә—тыныслыҡ, туғандарға—иҫәнлек, һаулыҡ, милләтебеҙҙең сәскә атыуын теләр инем.
—Шәүрә ҡыҙығыҙ журналистиканан китте, шиғыр яҙыуы һеҙҙән килгән һәләт икәнен беләбеҙ. Ә улығыҙ Буранбай ниндәй? Кем булыр икән? Йырлаймы? Сәнғәткә ынтылыш бармы?
—Буранбай бик етди малай инде ул. Этномузыка менән ҡыҙыҡһына ул, әммә ул телдәргә иғтибарлы. Төрөксә йырҙар тыңлай, ғәрәп, төрөк телдәрен, хатта уларҙың тарихын өйрәнә.
—Күптәр Өфөгә юл ала...һеҙҙең баш ҡалаға китеү теләге юҡмы?
—Юҡ, ҙур ҡалаларҙы өнәмәйем. Мин—өй кешеһе, тыныслыҡ яратам. Өфөгә барһам, арып ҡайтам. Миңә үҙ еремдә, тыуған яғыма, тәбиғәткә яҡын булыу нығыраҡ оҡшай.
—Беҙ һеҙҙе моряк тип тә беләбеҙ... Әрме егетте ир итә тиҙәр. Шулай ҙа тормош диңгеҙе кешене нығыраҡ сыныҡтыралыр, шулаймы? Һәр кеше, моғайын, йәшәй-йәшәй аҡыллыраҡ, аңлыраҡ, етдирәк була баралыр, тормошҡа ҡарашы ла үҙгәрәлер? Нисек уйлайһығыҙ?
—Ниндәйҙер кимәлдә шулай. Таш йөрөй-йөрөй шымара тигән һымаҡ, кеше йәшәй-йәшәй күпкә өйрәнә. Әммә алтылағы—алтмышта. Кешенең үҙенән тора. Йылдар ғына кешегә олпатлыҡ өҫтәмәй ул.
—Һеҙҙең юбилей кисәгеҙ ҙә «Тормош диңгеҙҙәре ир итә» тип атала. Ниңә ошондай атама алдығыҙ? Унда тамашасыларҙы нимә көтә?
—Күп уйландыҡ һәм ошо атамала туҡталдыҡ. Диңгеҙсе һәм тормош диңгеҙе сәхнәлә асыҡ сағыласаҡ, сәхнәнең биҙәлеше лә шулайыраҡ. Ошо темаға йыр ҙа бар. Мин гелән моряктарға гимн яҙырға хыяллана инем. Ниһайәт, хыялым тормошҡа ашты. Бөтә серҙе лә асып бөтмәйек. Тамашасылар килгәс күрер. Концертта туғандарым ҡатнаша: Илгизә һәм Фәрит Алсыновтар, Флүрә, Йәмил, Радмир, Айнур Туйсиндар, легендар бейеүсе Рәшиҙә апай Туйсина, уның улы Хәлил Ишбирҙин.
—Был концерт менән гастролгә сығасаҡһығыҙмы?
—Әлегә планда юҡ. Мин була йә булмай тип әйтә алмайым, вәғәҙә бирмәйем. Әйткәс бит үтәргә кәрәк, ул бурыс булып торасаҡ. Үтәмәҫтәйҙе яуаплылығыма алмайым. Күҙ күрер. Ә былай пландар, про-екттар, идеялар күп. Ваҡыт ҡына кәрәк.
—Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Юбилей кисәгеҙ матур үтһен!
Резеда Усманова әңгәмәләште.

Автор:Резеда Валиева