АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Сентябрь 2022, 09:15

ӨМӨТТӘР ӨҘӨЛМӘҺЕН!

Кисә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры сәхнәһенә Н.Асанбаевтың әҫәре буйынса «Өҙөлгән өмөт» спектакле сыҡты.

ӨМӨТТӘР ӨҘӨЛМӘҺЕН!
ӨМӨТТӘР ӨҘӨЛМӘҺЕН!

Кисә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры сәхнәһенә Н.Асанбаевтың әҫәре буйынса «Өҙөлгән өмөт» спектакле сыҡты. Премьерала театрҙа яңы эш башлаған йәш артистар ҙа уйнаны. Афарин, тибеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Спектакль бик актуаль тема күтәрҙе, ул да булһа — наркомания, суицид. Ғалим ғаиләһендә үҫкән Рәфил мәктәпте тамамлағас, эш таба алмай интегә. Әрмегә ата-әсәһе ебәрергә теләмәй. Уйламағанда ул Лира менән таныша һәм «күңелле тормош» башлана... Спектаклдең бар эстәлеген яҙып тормайбыҙ, барып күрергә кәрәк. Айырыуса йәштәргә фәһем бирер был сәхнә әҫәре. Тик тамашанан һуң, мотлаҡ педагогтар менән дәрестә анализларға кәрәк. Сөнки аңы формалашып бөтмәгән йәш-елкенсәк насар яғын «өлгө» итеп алыуы ихтимал.

Өмөт өҙөлә... Шуға ла спектакль «Өҙөлгән өмөт» тип атала. Ә беҙ өмөттәрҙең өҙөлөүен теләмәйбеҙ! Йәштәрҙе наркоманиянан, суицидтан, әҙәпһеҙлектән аралайыҡ!

Автор:Резеда Валиева