Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 15:05

ТОРМОШ ДИҢГЕҘҘӘРЕ ИР ИТӘ...

 Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Париж улы ТУЙСИНДЫҢ  юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ!

ТОРМОШ ДИҢГЕҘҘӘРЕ ИР ИТӘ...
ТОРМОШ ДИҢГЕҘҘӘРЕ ИР ИТӘ...

23 сентябрь көнө киске сәғәт 7-лә Сибай концерт-театр берекмәһенең Ҙур залында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Париж улы ТУЙСИНДЫҢ ижади юбилей кисәһе үтәсәк. Ошо сараға әҙерлек барышы тураһында белешеп, юбилярға мөрәжәғәт иттек:

Юбилей даталары күңелемә шулай һалынған: уларҙы йәшәү дәүеремдәге эш һөҙөмтәләре буйынса халҡым алдында бурыс атҡарыу тип һанайым. Ошо донъялыҡта йәшәүемдең, тәғәйенләнешемдең, ижадымдың төрлө йүнәлештәрен күрһәтеү – төп бурысым. Күптәр  мине йырсы булараҡ белә, әммә йырсылыҡтан тыш, ҡурайсы, баянсы, көйҙәр ижад итеүсе булыуымды һәм һәр йүнәлештең нигеҙендә йыр сәнғәте ятыуын да белергә тейеш улар. Кемдәргә сәхнәгә аяҡ баҫырға ярҙам иткәнмен, йәки йоғонтом булған – шулар менән бергә сығасаҡмын сәхнәгә, Туйсиндар ғаилә ансамбле, концерт-театр берекмәһенең тулы составы ижади юбилей кисәһе түрендә сығыш яһаясаҡ. Тамашасыларға төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр тәҡдим итәбеҙ:минең тарафтан ижад ителгән инструменталь музыка, йыр көйҙәре, хор, ансамбль, этник йүнәлештәге һәм бейеүҙәргә яҙылған музыка, репертуарымда булған минең эшкәртеүҙәге яңы формала ансамблгә һалынған халыҡ йырҙары яңғыраясаҡ. Ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа буласаҡ, әммә ситтән тигәнем, Сибайҙан ситтә йәшәүсе үҙебеҙҙекеләр – туғандар, ҡусты-һеңлеләр, апайҙар. Беҙҙең легендабыҙ, сәнғәт юлына юл ярып өндәүсе апайыбыҙ Рәшиҙә апай Туйсина, һис шикһеҙ, төп ҡунағыбыҙ! Уның улы Хәлил Ишбирҙинды ла күрерҙәр. Кисәнең сценарийын Миләүшә Ҡаһарманова яҙҙы, сөнки беҙҙең уртаҡ әйберҙәребеҙ күп, уның һүҙҙәренә күп йырҙар яҙҙым, уртаҡ ижадыбыҙ электән бер тамырҙан сығып, бергә үрелеп килә. Ҡыҫҡаһы, театрлаштырылған, киң жанрлы, күп йүнәлешле, ниндәйҙер кимәлдә биографик, арттырыуһыҙ-кәметеүһеҙ ысынбарлыҡтан алынған ваҡиғаларға нигеҙләнгән тамаша әҙерләйбеҙ. Аллаһ бойорһа, тамашасылар хөкөмөнә яңы форматтағы, стереотип юбилейҙарҙан айырмалы, хәбәр һөйләүҙәр сикләнгән яңыса тамаша сығарасаҡбыҙ.

Ижадымды белгән, йырҙарымды тыңлаған һәр кемде юбилейыма саҡырам!

 

Радик Өмөтҡужин.

Автор:Резеда Валиева