АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Август 2022, 21:15

Милли кейемебеҙ тарихы күпкә ҡыҙығыраҡ һәм тәрәнерәк

Һәр заманда кейем, тәнде тирә-яҡ мөхиттең тәьҫиренән һаҡлауҙан тыш, сакраль, эстетик мәғәнәгә, этномәҙәни әһәмиәткә эйә булған. Юҡҡамы ни милли кейем-һалым, ҡыйыҡ яғалы күлдәк булһынмы ул, төлкө башлыҡ булһынмы, беҙгә ата-бабаларыбыҙҙың тормошо, йәшәү рәүеше хаҡында күпте һөйләй.

Милли кейемебеҙ тарихы күпкә ҡыҙығыраҡ һәм тәрәнерәк
Милли кейемебеҙ тарихы күпкә ҡыҙығыраҡ һәм тәрәнерәк

Бөгөн башҡорттарҙың милли кейеме хаҡында һөйләгәндә, беҙҙең күҙ алдыбыҙға бейеүселәр кейгән сәхнә костюмдары килеп баҫа, әммә ысынында милли кейем тарихы күпкә ҡыҙығыраҡ һәм тәрәнерәк.

Башҡорттарҙың айырым төркөмөнөң кейеме уларҙың ырыу һәм ҡәбилә тарихының этник үҙенсәлегенә бәйле. Барлыҡ был үҙенсәлектәр ете төр костюм комплекстарында сағылыш таба: көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш (Дим), Һамар-Ырғыҙ, үҙәк (Инйәр), төньяҡ-көнбайыш һәм көнсығыш (Урал аръяғы) комплекстары.

Күп осраҡта костюм комплекстары бер үк типлы. Шул уҡ күлдәк, ыштан, итек һәм өҫ кейеме.Кейемде биҙәүҙә, материал төрөндәһәм уныкейеү үҙенсәлегендә айырымлыҡтар бар.

Башҡорт костюмының төп өлөшө һәр саҡта ла туникаға оҡшаған күлдәктән, киң сабыулы ыштандан һәм халат рәүешендәге өҫ кейеменән тора. Ирҙәр күлдәге тубыҡҡа тиклем оҙон, киң яғалы һәм урта уйымлыбула. Ҡатындарҙыҡы – яғаһыҙ, оҙон, иҙәнгә тейеп тора. Күлдәк өҫтөнән ҡатындар түшелдерек йәки күкрәксә таға.

Ыштан өҫтөнән башҡорттар салбар кейә, эшләгән саҡта уға өҫ кейеме ҡыҫтырыла. Ул, үҙ сиратында, киндерҙән, ҡулдан һуғылған йәки һатып алынған туҡыманан тегелә. Уны сигеү һәм аппликациялар менән биҙәйҙәр. Иң боронғо кейемдәрҙән буҫтау сәкмән һәм туҡыма елән була, шулай уҡ ат тиреһенән тегелгән ҡолон тун һәм һарыҡ тиреһенән тегелгән тире тун кейәләр.

Толопто башҡорттар юл кейеме сифатында файҙалана һәм йылы кейем өҫтөнән кейә. Шуның өсөн дә толоптар бер нисә размерға ҙур итеп тегелә. Шулай уҡ толоптоң һыуыҡтан һәм елдән һаҡлар өсөн бейек яғаһы була. Ҡышҡы кейемде йөн ҡушаҡ – билбау менән бәйләйҙәр. Уны ике тапҡыр уратып, остарын ҡабырға тирәһенә ҡыҫтырып ҡуйғандар. Бай башҡорттар билбауҙы туҡылған билбауға – аҫыл таштар менән биҙәлгән ҡәмәргә алмаштырғандар.

Башҡорт милли кейеме традицияларының
бөгөнгө заманда сәхнәлә генә түгел, халыҡ араһында ла
лайыҡлы урыны бар. Һуңғы осорҙа замана башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының гардеробында һаҡал, ҡашмау кеүек элементтар барлыҡҡа килде. Милли костюм һабантуйҙан алып халыҡ йыйындары кеүек күп кеше ҡатнашҡан сараларҙың да айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Традицион милли костюм элементтары, ижади юҫыҡта асылып, бик күп модельерҙарҙың коллекцияларында сағылыш таба.

Автор:Гульдар Кадаева