Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Июль 2022, 15:05

ЯҠТАШЫБЫҘ ХАҠЫНДА ФИЛЬМ

Йылайыр районында тыуып үҫкән башҡорт ғалимы, публицист һәм әҙәби тәнҡитсе Зәбих Исҡужиндың исеме аҙ билдәле. Филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө сәнғәт институты доценты, Булат Йосоповтың «Бабич», «Беренсе республика» фильмдары сценарийының авторҙашы Гөлсәсәк Саламатова «Зәбих Исҡужин: Иҙел ярында Һаҡмар егете» китабын яҙған. Әле ошо хеҙмәт буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһы документаль-нәфис фильм төшөрә.

ЯҠТАШЫБЫҘ ХАҠЫНДА ФИЛЬМ
ЯҠТАШЫБЫҘ ХАҠЫНДА ФИЛЬМ

Республикала башҡорт ғалимы, публицист һәм әҙәби тәнҡитсе Зәбих Исҡужиндың исеме аҙ билдәле. Шул уҡ ваҡытта уның көсө менән Шәйехзада Бабичтың бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған «Башҡорт халҡына» тигән шиғыры һаҡланып ҡалған. Уны филология фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө сәнғәт институты доценты, Булат Йосоповтың «Бабич», «Беренсе республика» фильмдары сценарийының авторҙашы Гөлсәсәк Саламатова тапҡан.

— Шәхси фонд менән эшләгәндә һәм башҡа архивтарҙа Зәбих Исҡужиндың эштәрен эҙләгәндә ошондай асыш яһаным. Авторҙың фажиғәле үлеменән һуң 102 йыл үткәс, башҡорт халҡының әҙәби мираҫы яратҡан шағирының тағы 44 юллыҡ шиғыры менән тулыланды, — тине Гөлсәсәк Саламатова.

Тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса Гөлсәсәк Саламатова «Зәбих Исҡужин: Иҙел ярында Һаҡмар егете» китабын яҙған. Әле ошо хеҙмәт буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһы документаль-нәфис фильм төшөрә.

Проект етәксеһе — телеканалдың баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова, сценарий авторҙары — Гөлсәсәк Саламатова, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рәйсә Абдуллина-Ҡаҙбулатова, оператор — Римзат Билалов.

Зәбих Исҡужин образын экранда М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов башҡарҙы. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Татарстандың халыҡ шағиры Рәдиф Ғаташ, башҡорт һәм татар ғалимдары Миңлеғәле Нәҙерғолов, Рәмил Исламов, Миләүшә Хәбетдинова ҡатнашты.

Фильм Йылайыр районында, Ҡазанда, Өфөлә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында төшөрөлдө. Тамашасылар был фильмды Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарарға мөмкин.

Зәбих Ғәбделғәзим улы Исҡужин 1911 йылдың 3 ғинуарында Башҡортостан Республикаһыны хәҙерге Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында тыуған. Уның 1929 йылда матур почерк менән немец телендә яҙылған автобиографияһынан күренеүенсә, башланғыс белемде ул 1921-25 йылдарҙа Преображенск ауылында  (хәҙер Йылайыр ауылы) алған, һуңынан Стәрлетамаҡ ҡалаһында етем балалар өсөн мәктәптә бер йыл уҡыған. 1926-1929 йылдарҙа — Ырымбур ҡалаһының Башҡорт педагогия техникумы студенты. 1929 йылдың сентябрендә Зәбих Исҡужин, Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты йүнәлтмәһе буйынса Ҡазанға килеп, Көнсығыш педагогия институтына уҡырға ингән. Уны 1931 йылда тамамлап сыҡҡан.

1932 йылдың сентябрендә ул Татарстан педагогия институты аспирантураһына инеп, 1935 йылда ун ике аспирант араһынан бер үҙе генә «Шәйехзада Бабич ижады» темаһына яҡлауға әҙер диссертация эше менән тамамлаған. 

Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһы Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының Яҙма һәм музыкаль мираҫ үҙәгенең ғилми архивында Зәбих Исҡужиндың шәхси фонды (47-се фонд) һаҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-07-06/zabytye-imena-v-ufe-i-kazani-prohodyat-s-emki-filma-o-zabihe-iskuzhine-2865461

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:Резеда Валиева