Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июль 2022, 10:20

ПРЕМЬЕРАҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Драматург булараҡ, Дауыт Юлтый башҡорт әҙәбиәтендә 8 сәхнә әҫәре ижад итә. Хәҙерге әҙәбиәттә уның берҙән-бер драма әҫәре “Ҡарағол” ғына һаҡланып ҡалған. Ҡалғандары юҡ ителә. “Халыҡ дошманы” тип хөкөм ителгән әҙиптең исеме 1937 йылдан 1956 йылға тиклем онотолоуға дусар булды...

ПРЕМЬЕРАҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
ПРЕМЬЕРАҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Дауыт Юлтыйҙың “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы” әҫәре—автор тарафынан уҙған быуаттың 30-сы йылдарында яҙылып, әммә матбуғатта баҫылмай ҡалған күләмле генә повесть. Әҫәрҙәге үҙәк тема—ҡатын-ҡыҙ тормошо: уның яратып һәм яратылып йәшәүгә хоҡуғы, йәмғиәттә шәхес булараҡ үҙ урынын билдәләүгә ынтылыуы.

Мырҙаш ҡартҡа көсләп кейәүгә бирелергә тейешле Әлимә тәүәккәллеге, ҡыйыулығы һәм һылыулығы арҡаһында үҙ яҙмышын һаҡлап алып ҡала. Ул—яңыса йәшәргә, ирекле булырға, үҙ халҡы файҙаһына хеҙмәт итергә теләгән алдыңғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙ. Башҡорт драматургияһына нигеҙ һалған Д.Юлтыйҙың был повесы психологик образдарҙың күплеге, сюжет элементтарының бай булыуы менән башҡа әҫәрҙәренән айырылып тора.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында  6 июлдә ҡуйыласаҡ Д.Юлтыйҙың “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы” повесы буйынса (Зөһрә Бураҡаева инсценировкаһы) сәхнәләштерелгән спектакль төрлө быуын тамашасылары күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.

Драматург булараҡ, Дауыт Юлтый башҡорт әҙәбиәтендә 8 сәхнә әҫәре ижад итә. Хәҙерге әҙәбиәттә уның берҙән-бер драма әҫәре “Ҡарағол” ғына һаҡланып ҡалған. Ҡалғандары юҡ ителә. “Халыҡ дошманы” тип хөкөм ителгән әҙиптең исеме 1937 йылдан 1956 йылға тиклем онотолоуға дусар булды. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, башҡорт театр сәнғәте драма әҫәрҙәргә ҙур ҡытлыҡ кисергән мәлдә, “Ҡарағол” Башҡорт дәүләт академия драма театрында башҡа автор исеменән ҡуйыла.

Яңы спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проектына таянып ҡуйыла. Ҡуйыусы режиссер—Рөстәм Хакимов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт труппаһының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты. Инсценировка авторы—Зөһрә Бураҡаева, яҙыусы, сценарист, Рәсәй һәм Башҡортостан кинематографистар союзының ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты. Ҡуйыусы рәссам—Валерий Яшкулов, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Композитор—Юлай Үҙәнбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты. Хореограф—Сулпан Асҡарова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Режиссерҙың ярҙамсыһы—Салауат Вәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

Ләйсән Ҡәйепҡолова.

Автор:Резеда Валиева