Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июнь 2022, 16:05

“Өлкән улым” уйландырҙы

Әлеге премьера баштан уҡ уйға һалды. Ә артабан ул тағы ла ҡатмарлыраҡ проб-леманы аса, күңелдең нескә хистәрен “тартҡылай”. Өҙөлөп китмәҫ тимә! Эйе, әҫәр комедия жанрында яҙылған. Тамашасы рәхәтләнеп көлә, Сибай театрының йәш артисы—Васенька образындағы Айбулат Ғүмәров образы ғына ни тора!

“Өлкән улым” уйландырҙы
“Өлкән улым” уйландырҙы

Тормошмо, әллә үҙебеҙ ҡатмарлаштыҡ? Кешеләр араһында ышаныусанлыҡ, мәрхәмәтлек юҡ кимәлендә. Урамда кемдер ҡолап ятһа ла урап үтәбеҙ, берәү икенсеһен йәберләһә ярҙамға ашыҡмайбыҙ… Сөнки көн дә интеренет селтәренән “яуған” яңылыҡтар аша беләбеҙ: ярҙам итәм тип үҙҙәре бәләгә тарыусылар бихисап. Ошондай алама күренештәр беҙҙең күңелдәрҙе ҡатырған, йөрәктәрҙе боҙ иткән. Ә бит элек кешеләр ярты телем икмәген бүлешкән, бәләкәй генә өйөндә лә юлаусы ҡунып сығырлыҡ мөйөш тапҡан. Улай ғынамы? Хәҙер туғандар, ата-әсәй һәм балалар араһында мөнәсәбәт ҡатмарлы. Шулай булғас, сит-ятарға нисек ышанырға? Эйе, элек һәм хәҙер. Сағыштырырлыҡ та, шул уҡ ваҡытта кемделер тәҡитләп әрләрлек тә түгел… Тормош, унан бигерәк үҙебеҙ—кешелек үҙгәрҙе.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһенә режиссер Вадим Ғилманов А.Вампиловтың “Өлкән улым” әҫәрен сәхнәгә сығарҙы. Спектакль башында уҡ поезға һуңлап, урамда ҡалған Сильва (Морат Амантаев) менән Бусыгинды (Нәфис Сәйетов) осратабыҙ. Тышта һыуыҡ. Кем уларҙы үҙ өйөнә индерер? Шунда уҡ тамашасылар спектакль геройҙары менән бергә уйлана, төрлө фекергә килә. Төнөн ят кешене йортоңа индереү хәүефле бит. Уларҙың урамда ҡалыуы ла хафаға һала. Һәр бер тамашасы, моғайын, үҙҙәрен урамда ҡалыусылар хәленә лә һәм шул төндә йылы өйҙә ултырыусы урынына ла ҡуйып ҡарағандыр: “Был осраҡта мин ни эшләр инем?” Һәр хәлдә шәхсән үҙем шунда уҡ үҙемә ошо һорауҙы бирҙем дә инде. Яуап эҙләгәндә әлеге дәүерҙең ни тиклем ҡатмарлы икәненә төшөнәһең. Ярҙам итке килә, әммә ҡурҡаһың. Ярҙам һорағың килә, ләкин булмаҫын беләһең.
Театрҙың көсө лә шунда: ул тамашасыны уйландырырға тейеш. Әлеге премьера баштан уҡ уйға һалды. Ә артабан ул тағы ла ҡатмарлыраҡ проб-леманы аса, күңелдең нескә хистәрен “тартҡылай”. Өҙөлөп китмәҫ тимә! Эйе, әҫәр комедия жанрында яҙылған. Тамашасы рәхәтләнеп көлә, Сибай театрының йәш артисы—Васенька образындағы Айбулат Ғүмәров образы ғына ни тора! Үҙ ролен бик оҫта башҡарҙы. Әйткәндәй, күп актерҙар трагик образға ҡарағанда комедия геройын уйнауы ауырыраҡ, тиҙәр. Шулай икән, бында Айбулатҡа бары тик “5”-ле! Килеп тыуған проблеманы бик “еңел” хәл иткән, үҙ мәнфәғәте өсөн алдашыуға барып еткән Сильва ролендәге Морат Амантаевты ла көлмәй генә күҙәтеү мөмкин түгел ине. Ул да үҙ образына бирелеп китеп уйнаны.
Спектаклдә студент Бусыгин (актер Нәфис Сәйетов) көтмәгәндә Сарафановтың (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов) “өлкән улы” булып китә. Аҙаҡ “уллыҡтан” сыға алмай аҙаплана, сөнки бының хаҡлығына инде ышанып өлгөргән, өлкән улына ҡарап өмөтләнгән атайҙың күңелен китергә ҡурҡа. Был ике образды ла тамашасы бик етди күҙәтте. Ни булыр? Ни тип әйтер? Төп геройҙар янында йөрөүсе башҡа образдар ҙа—Нина (Гөлфиә Мәҡсүтова, Юлиә Мөхәмәтйәнова), Макарская (Залина Усманова, Зәлиә Хафизова), Кудимов (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Вәлиев) атай һәм ул, атай һәм балалар темаһын асыуға өлөш индереп, үҙ образдарын бик
яуаплы һәм оҫта башҡарҙы.
Сәхнәнең биҙәлеше лә (ҡуйыусы рәссам—Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов), музыкаль яҡтан туландырылыуы ла (Ғайсар Аҡбулатов) килешле булды.
Йәшәү мәғәнәһе, күңел яңғыҙлығы, бәхет темаларын күтәргән был әҫәр балаларҙы эгоист, мәрхәмәтһеҙ итеп үҫтермәҫкә өйрәтә. Әҫәр авторы шуны һыҙыҡ өҫтөнә алған: һәр кемгә, ул нисә йәштә генә булһа ла, аңлау, һөйөү, ихтирам һәм иғтибар кәрәк. Ҡатыны сығып китеү сәбәпле бына инде 14 йыл үҙ балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе Сарафанов, филармонияла эшләйем тигән булып, кеше ерләүҙәрҙә кларнетта уйнай. Оратория ижад итергә теләгән аталарының буш хыял менән йәшәгәнен белеп, балалары уны “мәңге уңмаҫ” кешегә тиңләй. Үҙ балалары аңламаһа ла урамдан килеп ингән “өлкән ул”ы Сарафановтың күңеленә йылылыҡ бөрктө…
Әлбиттә, әҫәрҙең бар нескәлеген, бар серҙәрен асып һала алмайбыҙ. Әммә спектакл-де барып күреү күпкә яҡшыраҡ икәнен әйтәбеҙ. “Өлкән улым” сәхнәгә тағы сыҡһа, мотлаҡ барып ҡарағыҙ, тип кәңәш итәбеҙ.
Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева