Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Апрель 2022, 14:35

Башҡорт балаһы мин

Сибай ҡалаһының моделле йәштәр китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты һәм Рәсәй Президенты фондының мәҙәниәт инициативаһы сиктәрендә “Йәш әҙәбиәтселәр акселераторы” исемле проект старт алды. Был проекттың төп маҡсаты--10 йәштән 20 йәшкә ҡәҙәр әҙәбиәткә ғашиҡ талантлы, һәләтле уҡыусы балаларҙы һәм студенттарҙы асыҡлау һәм берләштереү. Проектың остаздары итеп “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, Сибай ҡалаһының яҙыусылар берлеге рәисе, драматург Әминә Миндеғол ҡыҙы Яхина, “Рәсәй газетаһы”ның Өфө филиалы редакторы Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы Ишбирҙина тәғәйенләнде. Уларға йәш ҡәләм тирбәләтеүселәрҙе һайлап алып, поэзия, проза, драматургия һәм журналистика серҙәрен өйрәтеү бурысы йөкмәтелде. Проектта ҡатнашыусыларҙың эш һөҙөмтәһе булып “Бәхетле бала саҡ” китабы сыҡты. Ошо китапҡа ингән ижади эштәрҙе һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.    

Башҡорт балаһы мин
Башҡорт балаһы мин

                                                                                   

    Ҡатнашалар :         Мәрйәм (Мария)  - 15 йәштә

                                     Зөһрә-  15 йәштә

                 Ваҡиға   йәйге балалар лагерендә бара.   Ҡараңғы төн. Зөһрә  һоҡланып күктәге йондоҙҙарҙы күҙәтә, күҙәтә атлай.

Зәһрә. Ниндәй сихри төн! Бөтә донъя йоҡоға сумған. Тик бер мин генә күктәге йондоҙҙарҙы күҙәтәм. Ә зәңгәр күктә иң яҡты йондоҙ…

Мәрйәм. Зөһрә! Зөһрә тием! (дуҫының артынан ҡыуа төшә) Һы-ы-ы, әллә ишетмәмешкә һалына. Ай ҡыҙы – Зул-я-я!

Зөһрә. Мәрйәм, тынысыраҡ бул! Хәҙер бөтәһен дә уятаһың! (тирә – яғына ҡаранып ала) Нисә тапҡыр һиңә ҡабатларға була, етәр инде мине Зуля тип йөрөтөргә. Хатта матур исемем бар – Зөһрә. Ана, һинең арҡала, Мәстүрә әбейгә тиклем “Зулечкам” тип ашхана осонан ҡысҡыра.

Мәрйәм (Зөһрәне ҡыуып етә, уның менән тигеҙләшә). Мин дә һиңә мең тапҡыр, юҡ миллион тапҡыр ҡабатлайым, Зулечкам, Мәрйәм булмағаныма инде 2 йыл булып килә, Мария мин. Йә артымдан ҡабатла әле: Ма-а-ри-и-и-я-я-я! (шарҡылдап көлә).

Зөһрә. Мәрйәм, хәҙер әйләүсе уянһа, икебеҙгә лә эләгә. Минең былай иҙән йыуып йөрөргә бер ҙә теләгем юҡ! (дуҫына яман ҡараш ташлай) Етдираҡ бул!

Мәрйәм. Я сама серьезность, Зуля. Это тебе надо относиться проще к жизни. Аптыратаһың мине,  һөйләшеүең, тормошҡа ҡарашың менән етмеш йәшлек әбейгә оҡшап китәһең.

Зөһрә (дуҫына йылмайып ҡарай).  Китсе, һантый... Ысынлап та, һүҙ ыңғайы киткәндә, бер нәмә һорап киткем килә һинән. Мөмкинме?

Мәрйәм. Һорап ҡара һуң. Тик, Айҙар оҡшаймы, нимәгә уны бейеүгә саҡырҙың тип түгел, аңлаттым бит....йәл булды егет.

Зөһрә. Юҡсы, уның турала һорарға уйымда ла юҡ ине. Ниңә исемеңде Марияға үҙгәртергә булдың? Ата – әсәйең быға нимә тинеләр? Ой, ғәфү ит, бигерәк күп һорауҙар биреп ташланым шикелле.

Мәрйәм(ауыр тын ала).  Все в порядке. Если честно, то ты не первый человек, который меня об этом спрашивает. М-м-м, нисек һиңә аңлатырға икән... Бала саҡтан мине әсәйем Мария тип яратты. Мәрйәм исемен оҡшатманы ул, атай ғына ҡушҡанға өндәшмәне. Аҙаҡ иһә, Мария исеме телгә һалынды, сөнки балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә мине “Мариуш” тип кенә өндәштеләр. Аҙаҡҡа килә үҙем дә күндем. Ә Мәрйәм исеме, так формальность, паспортта ғына ҡалды. Оҙаҡ уйлағандан һуң , исемемде үҙгәртегә булдым, тик атайымды ғына үпкәләткем килмәй... Ул бит мин тип кенә өҙөлөп тора, ныҡ ярата...

Зөһрә  (дуҫының борсоу ҡарашын күреп).  Һы-ы-ы, ҡыҙыҡ... Ә үҙеңә яңы исемең оҡшаймы, Мәрйәм?

Мәрйәм. Әллә, әйтә алмайым... Мәрйәм исеме миңә яҡыныраҡ әлбиттә, ҡолағыма йомшаҡ ишетелә ул. Йылы, мөхәббәт менән тулған. Ләкин, Марияға  мин нығыраҡ  өйрәнгәнмен  (ҡаты уйға бата). Тағы бер сәбәп бар Мария исемен алғанға.

Зөһрә. Һөйләп китәһеңме, әллә серме?

Мәрйәм(көлә). Юҡсы, күңел тулып киткәндә, һөйләмәй булмаҫ ул. (Ҡапыл тынып ҡала).  Иҫләйһеңме, лагерҙың тәүге көнөндә Айрат ағай миңә һорау бирҙе, “милләтең кем” тип?

Зөһрә. Эйе, хәтеремдә.

Мәрйәм. Алдамайым, был һорау мине шаңҡытты. Ысынлап та, мин ниндәй милләт ҡыҙы ул ?   Ата – әсәйем башҡорттар, ләкин Башҡортостандан ситтә йәшәгәс, улар үҙҙәре лә күберәк рус телендә аралаша. Миңә лә бала саҡтан рус телендә аралашырға тура килде садикта, унан мәктәптә.  Мин бит башҡортса  йүнле һөйләшә белмәйем, хатта үҙ тарихымды, йолаларымды ла белмәйем. Ышанаһыңмы, Зөһрә, бе-е-р нәмә лә белмәйем! Йә исемем дә аҙаҡҡа ҡарай Марияға әйләнеп ҡуйҙы! Былай, мин гел по национальности русская тип яуап бирергә тырышам, был юлы ла шундай яуап ҡайтарҙым. Тәүге тапҡыр миңә шундай һорау биргәндәрендә, оҙаҡ баш ваттым, уйландым, ләкин...Ғөмүмән әйткәндә, мин үҙемде бала саҡтан русская тип үҫтем. Ә Мәрйәм исемле урыҫ ҡыҙы буламы ни ул? Юҡ, әлбиттә.

Зөһрә. Һуң былай  дөрөҫ түгел бит, Мәрйәм, аңлайһыңдыр? Мәҫәлән, минең алдымда ҡара сәсле, алһыу битле, ҡара күҙле, ҡыйғас ҡашлы, саф башҡорт ҡыҙы баҫып тора, бер ҙә урыҫ ҡыҙы Мария түгел!

Мәрйәм. Аңлайым, Зөһрә, барыһын да аңлайым. Шуға ла бит “йәйләү” лагерена ял итергә барырға ризалығымды бирҙем, былай булһа, бәлки килмәҫ тә инем. Үҙемдең матур телемде, тыуған еремде яратып өйрәнгем, уның тарихын, бөйөк шәхестәре тураһында, барыһын да белгем килә. Бының барыһын да миңә бала саҡтан зиһенемә, йөрәгемә ятылып барырға тейеш ине бит, ләкин үҙ наҙанлығым арҡаһындамы, әллә ата – әсәйемдең хатаһы арҡаһындамы күп нәмәне аңламай, күрмәй үҫтем. Башҡорт телен дә  бит

ҡартөләсәйем менән генә һөйләшеп  өйрәнеп алдым. Ул мине сабый саҡтан башҡорт рухлы ҡыҙ булып үҫтергеһе килә ине. Тик,  теләге генә ашманы...

Зөһрә  (дуҫының һөйләгәнен шым ғына тыңлап бара ).  Юҡ, улай тимә, Мәрйәм, һиңә афарин тип әйтергә генә ҡала. Сөнки шундай йәмғиәттә үҫеп, үҙ телеңә, тыуған ерҙәреңә тартылып, өйрәнергә, белергә тип янып йәшәүең ысын әйткәндә һоҡландыра. Ял ваҡытында йүгереп йөрөп Диана апай менән башҡортса өҙҙөрөп бейергә, Айрат ағай менән ҡурай тартырға, ә Байрас ағай менән думбырала уйнарға, Земфира апай менән милли аш – һыуҙарҙы бешереп өйрәнергә тип йүгереп  йөрөгәнеңде барыһы ла күреп тора һәм белә. Мәрйәм, беләһең бит, һәр бер аҙым янып торған күҙҙәрҙән башлана.

Мәрйәм. Эйе, Зөһрә, бәлки һин хаҡлыһыңдыр. Күңелем дә, йөрәгем дә Башҡортостанға, башҡорт халҡына тартыла бит.

Зөһрә. Бигерәк күңелһеҙләнеп киттең әле, әйҙә Дамир ағай өйрәткән йәйләү гимнын йырлап алайыҡ.

Азат һинең илең,

Моңло һинең телең

Мәңге йәшә тимен был ерҙә,

Ҡурайың һынмаһын,

Йырҙарың тынмаһын,

Телең онотолмаһын ғүмергә.

Мәрйәм ( йылмайып төнгө күккә ҡарай). Рәхмәт, әхирәткәйем.  Эйе, дөрөҫ, берҙә урыҫ ҡыҙы Мария тугелмен. Мәрйәм исемле башҡорт балаһы мин... Башҡорт балаһы мин!

                              Шаршау

Акилова Мәҙинә, 19 йәш.

                                                

Автор:Гульдар Кадаева