Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Апрель 2022, 19:10

ӘЙТ АУЫЛЫН! ҠАЙҘАН БЫЛ МОҢ?

Ҡасандыр һәр ауылда гармунсылар булып, был ғәҙәти күренеш һаналһа, бөгөн уларҙың булыуы үҙенә күренә һоҡланыу уята, хатта асыш һымаҡ та. “Бәйләнештә” интернет селтәрендә бер төркөм шәп гармунсыларҙы күреп ҡалдыҡ та ҡыҙыҡһына башланыҡ. Береһенән-береһе уҙҙырып гармун уйнаған, уға ҡушылып йырлаған ағайҙарҙы, улар араһындағы өс ҡатын-ҡыҙҙы күреп, ҡайһы ауылдан булыуҙарын асыҡларға тотондоҡ. Баймаҡ районы Ҡолсора ауылы биләмәһенә ҡараған “Еҙ төймә” ансамбле булып сыҡты. Был хаҡта белгәс тә моң артынан Ҡолсораға елдерҙек.

ӘЙТ АУЫЛЫН! ҠАЙҘАН БЫЛ МОҢ?
ӘЙТ АУЫЛЫН! ҠАЙҘАН БЫЛ МОҢ?
Ҡолсора ауылы биләмәһенең мәҙәни ойоштороусыһы Рәсимә Әнүәр ҡыҙы Халиҡова үҙенең ансамблдәре менән беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Түбәнге Иҙрис ауылында урынлашҡан клубтың бер бүлмәһендә үҙҙәре теккән аллы-гөллө күлдәктәрен кейеп, ҡул эштәренән күргәҙмә ойоштороп “Зарифа”лар шау-гөр килһә, сәхнәлә гармунсылар йөрәгендәге моңдарын “гармун телдәренә” һала ине. Танышып, бер аҙ аралашҡас, ауылда йәнә ике—16 йәшкәсә ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе туплаған “Йәшлек” йәштәр ансамбле һәм “Йәншишмә” балалар фольклор ансамбле барлығы асыҡланды. Был дүрт төркөм ауылды гөрләтеп тота: һәр төрлө сараларҙың биҙәге лә, ауыл намыҫын конкурстарҙа яҡлаусы ла улар. Мәҫәлән, “Зарифа”лар 2021 йылда Өфөлә үткән Халыҡ-ара ҡумыҙсылар бәйгеһендә Гран-при яулаған! Был уларҙың иң ҙур уңышы. 50 йәштән 80 йәшкәсә инәйҙәрҙе туплаған был ансамбль ҡаҙаныштары менән генә түгел, рухи мәҙәниәткә, ҡомартҡыларға ихтирамлы ҡараштары, дәртлелектәре, сослоҡтары менән хайран итә. Уларҙың береһе лә инәлтеп тормай, йыйылырға, берәй конкурсҡа барырға кәрәк булһа, эшкә килгәндәй йүгереп килеп етәләр. Милли күлдәк, итек тектереүгә лә аҡсаларын йәлләп тормай. Һәр кем үҙе белгән менән уртаҡлашырға, тәжрибә бүлешергә атлығып тора. Итектәргә Стәрлетамаҡтан Руслан Сөләймәновҡа заказ бирһәләр, бер төр күлдәктәрен Әмин ауылынан Шәмсийыһан инәйҙең ҡомартҡы күлдәгенә оҡшатып сигеп, тегеп алғандар. Әйткәндәй, әле музейҙа һаҡланған ул күлдәк 1888 йылғы. Шәмсийыһан уны 14 кенә йәшендә үҙенә тегеп алған була. Шулай уҡ Үрге Иҙристән Сәрүәр исемле инәйҙең 1917 йылғы күлдәге, Йосопова Ҡәмәриәнең ҡоҙағыйлашҡанда биргән һарауысы һаҡлана. Улар “Зарифа”лар өсөн оло табыш һәм өлгө лә. Нәҡ шул ҡомартҡыларға ҡарап күлдәктәр, һарауыстар тегелә. Сәрүәр инәйҙән ҡалған 1920 йылғы селтәр уның ейәнсәре Гөлсәсәк Мөхәмәтйәновала. “Өләсәйемә был селтәр әсәһенән ҡалған. Аслыҡ, яланғаслыҡ йылдарында ла һатмай һаҡлаған. Бында 1895 йылғы тәңкәләр бар”,--ти Гөлсәсәк апай. Ғөмүмән, ансамблдәге һәр кейемдең тарихы бар. Камзулдарҙа алтын, көмөш уҡаларҙың булыуы ла хайран итте беҙҙе. Уларҙы һаҡлаған, кейгән, сәхнәгә сығарған инәй-апайҙар ҙа һоҡланыу уятты. Улар һәр төрлө һөнәр эйәләре. Мәҫәлән, Сәриә Ғафарова Себерҙә эшләп ҡайтҡан, әле хаҡлы ялда. Әлфирә Тажетдинова балалар баҡсаһы мөдире булған, Рәсәй мәғарифы отличнигы, 5 бала әсәһе. Сәйҙә Хәлиҡова--һауынсы, эшҡыуар, ә Алһыу Мусина 34 йыл һауынсы булып эшләп маҡтау яулаған. Гүзәл Салихова ғүмеренең 38 йылын һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған, юғары категориялы фельдшер, Рәзифә Йосопова—атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 34 йыл һауынсы булып эшләгән. Рәүилә Ғафарова оҫта тегенсе лә, маҡтаулы почта хеҙмәткәре лә була, гармунда уйнарға яратҡан Миңлегөл Халиҡова 25 йыл Үрге Иҙристә социаль хеҙмәткәр булып эшләһә, Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова башланғыс класс балаларына белем бирә. Бергәләшеп таҡмаҡ сығарып, ҡумыҙ уйнап, йырлап-бейеп күңел асҡан был гүзәл заттарҙы мәҙәниәткә булған һөйөү, ғөрөф-ғәҙәттәргә булған ихтирам берләштерә.
“Еҙ төймә” ансамбленә тупланған ағайҙарҙың барыһы ла ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре. 69 йәшлек Хәйбулла Арғынбаев ғүмер буйы малсылыҡта эшләй, 20 йыл йылҡы көтә, 65 йәшлек Мөбәрәк Салихов менән 58 йәшлек Ғәфүр Йәнғолов та малсы булған. 56 йәшлек Самат Салихов колхоз төҙөлөшөндә эшләгән. 75 йәшлек Айытҡол Салихов гармунда ғына уйнап ҡалмай, бейей ҙә.
--Беҙ барыбыҙ ҙа бәләкәйҙән гармун уйнап үҫкәнбеҙ. Кемебеҙҙер үҙаллы, кемебеҙҙер ағай-атайҙарҙан өйрәнгәнбеҙ. Элек ауылда һәр кем тиерлек гармун уйнай белде. Ҡар асылыу менән тауға йыйыла инек, усаҡ яғып, гармун уйнап, күңел астыҡ. Беҙҙең йәшлек гармунһыҙ булманы,--ти ағайҙар.
“Еҙ төймә” составында өс ҡатын-ҡыҙ бар: Миңлегөл Халиҡова, Рәсимә Халиҡова, Миңзифа Йосопова. Әйткәндәй, улар ир-егеттәрҙән һис ҡалышмай. Бармаҡтары гармун төймәләре буйлап етеҙ йүгерә. Шуныһы шатлыҡлы: район мәҙәниәт бүлеге ҡолсораларға 6 гармун бүләк иткән. Был елле бүләк юҡҡа ғына түгел! “Еҙ төймә”ләр район данын бик күп конкурстарҙа лайыҡлы яҡлап, призлы урындар яулап тора.
“Зарифа” менән “Еҙ төймә” беҙҙе йыр-моңға сорнап, йырлап-бейеп ҡаршы алһа, беҙҙе бейетеп оҙатып ҡалды. Эйе, уларҙың дәртле көйөнә түҙеп тик кенә тороп булманы. Тыпырлап бейеп алғас, әллә ни яңы булмаған, һыуыҡ ҡына клубта тирләп киттек хатта. Күңел йылыһы булған ерҙә тәнде йылытыу әллә ни ауыр ҙа түгел шул... Ҡолсора тарафында беҙ гармун көйөнә, халыҡ моңона уралып, иләҫләнеп, бик оҙаҡҡа етерлек йылылыҡ алып ҡайттыҡ.
Автор:Резеда Валиева