Рәсәй Президенты фондының мәҙәни инициативалар конкурсында грантҡа өлгәшкән "Урал аръяғы тауышы" шоу-проектының батлы һәм ярым финалы сағыу сығыштарға бай булды. Батлда остаздар артабан эшләү өсөн 5-шар йырсыны һайлап алһа, һәр команданан берәр вокалсыны смс тауыш биреү һөҙөмтәһе автоматик рәүештә ярымфиналға сығарҙы. Шулай итеп ярым финалда көс һынашҡан 24 вокалсының 8-ҙе генә финалға үтте. Уларҙың артабанғы яҙмышы тап смс-тауыш йыйыуға бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: шоу-преокттың финалы 25 мартта Сибай башҡорт дәүләт драма театрында үтә, еңеүсегә төп приз — 100 мең һум!
Был шоу шуның өсөн дә бында шәп йырсыны остаздар йәки жюри түгел, тап тамашасы һөйөүен яулап, иң күп смс йыйған йырсы еңеүгә өлгәшә. Шуға күрә һәр кем үҙенә оҡшаған йырсыны алға сығарырға теләһә, уның өсөн тауыш йәлләмәҫкә тейеш. СМС тауыш биреү бик ябай. Төп призға лайыҡлы тип тапҡан дәғүәсенең һанын Сибай пробел аша яҙырға ла 5577 һанына ебәрергә кәрәк. Бер телефон һанынан бер генә смс китә. Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Йырсылар өсөн тауыштарҙы йәлләмәйек, дуҫтар!