АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Март 2022, 16:30

Һәр сығыштары бүләк

Хәйбулла районының Әбүбәкир ауылы мәҙәниәт йортоноң “Бүләк” вокаль һәм бейеү ансамбле ауылдың йөҙөк ҡашы, тиһәң дә хата булмаҫ. Барлыҡ мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, ауылдаштарына, килгән ҡунаҡтарға яҡшы кәйеф, дәрт-көс бирә улар. Хатта район, республика кимәлендәге сараларҙа ла сығыш яһайҙар, төрлө ҡул эштәре, милли аш-һыу күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнашалар. Нимәһе ҡыҙыҡ: 12 кешенән торған ижади коллективтың төп өлөшө бер фамилия йөрөтә—Билаловалар. Етәкселәре генә Әлфиҙә Ултыраҡова тиһәк, уның да ҡыҙ фамилияһы Билалова икән. --Беҙҙең ансамбль 2017 йылдың февралендә ойошторолдо. Унан алда йырсы-бейеүселәребеҙ ағинәйҙәр ҡорона, фольклорға йөрөнө. Шунан ғына ансамблгә берләшеп, атама һайланыҡ. Барлыҡ сығыштарыбыҙ халыҡҡа бүләк булһын өсөн тырышабыҙ,--ти етәксе Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған Әлфиҙә Ултыраҡова.

Һәр сығыштары бүләк
Һәр сығыштары бүләк

Ансамблдә шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар эште башҡорт милли кейемдәрен тегеп кейеүҙән башлаған. Даими бағыусылары, ауылдаштары Әсмә Бохарбаева күлдәклек тауар һатып алыуға аҡса биргән. Унан һәр кем үҙенә килешле итеп кейем тектергән, үҙ ҡулдары менән милли биҙәүестәр эшләп алған.

--Беҙҙең ансамблдә Гөлсинә, Гөлшат, етәксебеҙ Әлфиҙәнең бер туған апайҙары. Бағыусыбыҙ Әсмә лә уларҙың бер туғаны. Шулай итеп Ғәфүрйән ҡарттың өс ҡыҙы ансамблдә шөғөлләнһә, Әсмәләре бағыусы булып сығыш яһай. Әсәйҙәре Сәмиға апай оҫта ҡуллы булды, эргә-тирәлә тегенсе булараҡ дан тотто. Ҡыҙҙары ла кейем-һалым тегеүгә, ҡул эштәренә, аш-һыу әҙерләүгә әүәҫ,--тип йырсылар менән яҡынданыраҡ таныштырҙы мәғариф ветераны, ғүмере буйы мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенен балаларға һабаҡ биргән Гөлзиә Ғүмерҙаҡ ҡыҙы Билалова.

Үрҙә һанап киткән өс йырсы, бейеүсенән тыш ансамблгә, үҙҙәре әйтмешләй, Йыуалғы аралары килендәре--Фәрзәнә, Гөлзиә, Рәзилә, Зөлфирә, Йәнбикә, Мәрйәм, Мөнирә Билаловалар йөрөй. Билалдарҙан тыш, Фирҙәүес Ғәббәсова, Фәймә Аҡназарова ла ансамблдә бик теләп шөғөлләнә.

Әлфиҙә Ғәфүрйән ҡыҙы әйтеүенсә, репертуарҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙың башҡарып сыға алыуына, тауыштарына ҡарап, йырларлыҡ йырҙарҙы, бейерлек бейеүҙәрен һалырға тырыша.

--Ансамбль ағзаларының ҡулынан килмәгән эш юҡ. Һәр аҙнаның шаршамбыһы мәҙәниәт йортона йыйылабыҙ. Көнө буйы аяҡ өҫтөндә йөрөп, донъя көтөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың арымауына һоҡланам. Улар араһында мин иң йәше булһам да, репетиция аҙағына тауышым бөтә, ә улар арымай, аралашыуҙан көс-дәрт алып, ҡыуанышып ҡайтып китәләр,--ти Әлфиҙә Ултыраҡова.

“Бүләк”тәр “Ҡуңыр буға”, “Олоғайған һайын”, “Бергә булайыҡ”, “Ғүмер үтә тимә” йырҙарын бик яратып башҡара. Аккомпаниатрҙары ла бына тигән ир-егет Әлфиҙә Ғәфүрйән ҡыҙының ире, баянсы Ғәлимйән Ултыраҡов. Ул Аҡъяр мәҙәниәт йортоноң “Ҡайт ауаз”гармунсылар һәм баянсылар ансамбле баянсыһы ла.

Әлфиҙә Ултыраҡова шулай уҡ “Ҡара юрға” ир-егеттәр вокаль ансамблен дә етәкләй. Ни өсөн ҡара юрға?—тигән һорауҙы бирмәй ҡалманым

--Ҡара юрға бит шәп ат. Ирҙәрҙе донъя йөгөн тартҡан аттарға тиңләр инем. Улар ҙа “Бүләк”тәр менән бергә барлыҡҡа килде. Унлаған ир-егет араһында йәштәр булыуы ҡыуаныслы. Әғзәм тигән йәш егетебеҙ үҙе бер табыш. Дәрттәре ташып торған ир-егеттәребеҙгә шулай уҡ бағыусыларыбыҙ крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ленар Әбүбәкиров, Раян Байрамғолов кейем-һалым тектерергә ярҙам итте. Ғөмүмән, бағыусыларыбыҙ беҙҙең һәр концертыбыҙ сығымдарын үҙ иңенә ала. Уларға рәхмәтәбеҙ сикһеҙ!—ти Әлфиҙә Ғәфүрйән ҡыҙы.

Автор:Гульдар Кадаева