АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Март 2022, 10:55

КЕМДЕҢ ЙӘРЕ БУЛЫР АБДУЛЛА?

Һәм бына ошо дүрт бәхетһеҙ йәнгә хоҙай бер ир ебәрә. Уйламағанда ғына ишек шаҡыйҙар һәм бүлмәлә аҡ костюмын, аҡ эшләпәләрен кейеп алған Абдулла хасил була...

КЕМДЕҢ ЙӘРЕ БУЛЫР АБДУЛЛА?
КЕМДЕҢ ЙӘРЕ БУЛЫР АБДУЛЛА?

21-22 февраль Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Флорид Бүләковтың “Их, күгәрсенкәйҙәрем” музыкаль комедияһының премьераһы үтте. Әҫәрҙе сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов менән берлектә режиссер Денис Нурғәлин ҡуйҙы. Премьера ҙур уңыш менән үтте, тип әйтергә кәрәк. Ғөмүмән, Сибай театры республиканың башҡа театрҙарынан шуныһы менән айырыла: билдәле көндә, билдәле сәғәттә театрҙа яңы премьера була, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә ҡаланы урап сыға. Хәҙерге заман өсөн спектаклгә саҡырып реклама яҙҙырыу кеүек мәшәҡәттән азат Сибай театры. 90 йыллыҡ тарихы булған был сәнғәт усағының иң ҙур уңыштарының береһе – тоғро тамашасылар. Һәр премьера тулы зал һәм көслө алҡыштары менән ҡабул ителә.
Тамаша залында ут һүнеп, сәхнә асылғас та әҫәрҙең төп героинялары - Сәлимә, Фатима, Әҡлимә, Хәнә берәм-берәм сәхнәгә сығып үҙҙәрен менән таныштыралар. Һүҙ менән түгел, уларҙың холоҡ-фиғеле хәрәкәттәрендә, ҡыланыштарында сағыла. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡарттар йортона килеп эләккән дүрт аҫыл зат бөгөн дә, иртәгә лә, башҡа көндәрҙә лә кем дә булһа ошо йорттоң ишеген килеп ҡағыр, тип көтмәйҙәр. Уларҙың ошо йортта үткән һәр көнө береһе икенсеһенән тамсы ла айырылмай. Фатима әйтмешләй:”Ашау байҙан – үлем хоҙайҙан. Нимә етмәй һеҙгә, ашаталар, эсереләр, дауалайҙар, убырный эргәлә”.
Тик йәндәре талсыҡҡан ситлектәге ҡоштарға йылылыҡ, йән йылылығы кәрәк. Был йылылыҡты улар уҙған тормоштарынан эҙләйҙәр, хәтирәләр генә уларҙы бер аҙ йылыта кеүек. Әҡлимә көн дә үҙенең өс ирен иҫенә төшөрә. Уларҙың хатта исемдәре лә юҡ. Береһе үтә лә йыуаш, икенсеһе сиған, өсөнсөһө Кавказ халҡынан ине, ти. Ә кисә яңылыш өсөнсөһөн грек, тип ысҡындырған. Сәлимә – шағирә. Уның бар йыуанысы шиғырҙар. Афған һуғышында һәләк булған улына һәм ҡоротло туҡмас яратҡан, матур өйҙәр һалған, ваҡыты-ваҡыты Сәлимәнең саңын ҡаҡҡылап торған иренә арналған улар. Фатима – староста, тәртип урынлаштырыусы. Ул бөтә аңлы ғүмерен Коммунистар партияһына хеҙмәт итеп, социализм төҙөүҙең алғы һыҙығында йәшәп үткәргән. Тик ҡыҙғаныс – ул төҙөгән партия ла, социализм да хәҙер юҡ. Ул хәҙер хөкүмәттең таш йортонда ҡасандыр ире сығарған мейестәрҙе һағынып йәшәй. Хәнә-өс тапҡыр тол, өс ире лә һуғышта үлгән. Хыялы - ҡасан да булһа урманға сығып үҙ аяҡтары менән йәшел үлән, ҡояшлы сауҡала гиҙеү.
Һәм бына ошо дүрт бәхетһеҙ йәнгә хоҙай бер ир ебәрә. Уйламағанда ғына ишек шаҡыйҙар һәм бүлмәлә аҡ костюмын, аҡ эшләпәләрен кейеп алған Абдулла хасил була.
Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Нурзия Әбдрәшитова, атҡаҙанған артистар Әлфирә Йосопова, Айгөл Хәкимова, артист Илгиз Әбдрәшитов башҡарған ролдәр нимә менән тамамланыр икән? Абдулла дүрт ҡатындың кемеһен урман ситендә ултырған бейек күтәрмәле, йыуан ҡарағайлы, бүрәнәләре араһында аҡҡош мамыҡтары һалынған йортона алып китер ? Иң шәп оҫта сығарған мейестә йылыныу кемдең бәхетенә яҙыр? Һәм йәнә лә - туфли. Абдулланың юрап алған туфлиҙәре кемгә ярар?
Тамашасыны берсә көлдөргән, берсә илатҡан, берсә йыуатҡан музыкаль комедияла ваҡиғалар нисек үҫешкәнен күрергә теләгән һәр тамашасы театрға килһен. Республикабыҙҙың талантлы артистары менән бергә сәхнә донъяһына рәхим итһен.
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һуңғы музыкаль эше. Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов. Бейеүҙәрҙе сәхнәгә Фәйрүзә Сәлимгәрәева һалды.
Драматург Флорид Бүләковтың әҫәрҙәре бәхетле яҙмышлы. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында театрында режиссер Гөлдәр Ильясова ҡуйған “Онотолған доға” әҫәренә республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы бирелде. “Бибинур, ах, Бибинуры” Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһына лайыҡ булды. “Мәскәү – Васютки” драматик шаярыуы Башҡорт драматургияһының театр фестивалендә һәм 2012 йылда Өфө ҡалаһында үткән “Туғанлыҡ” фестивалендә Гран-приға эйә булды.
Сибай театрының репертуарын Флорид Бүләковтың хәҙер ике әҫәре биҙәй. “Их, күгәрсенкәйҙәр” һәм “Шайморатов генерал” трагедияһы.
Гөлсәсәк Саламатова, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.

Автор:Резеда Валиева