АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Март 2022, 14:49

Өлгөлө ғаиләләр асыҡланды

Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022” асыҡ республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. "Етегән" республика байрамы сиктәрендә ойошторолған конкурста Сибайҙан Хәсәновтар ғаиләһе уңышлы сығыш яһаны.

Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Лауреаттар “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Ғаилә кәсебе”, “Ғаилә ижады” номинацияларында билдәләне.  Проект финалында бөтәһе 23 ғаилә ҡатнашты.

Әйткәндәй, быйыл “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022” конкурсының географияһы күпкә киңерәк. Үткән йыл  милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙән бары бер ғаилә (Ырымбур өлкәһенән) ҡатнашһа, быйыл  Ханты-Манси автономиялы округы-Югранан, Һамар, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән һәм Пермь крайынан да башҡорт ғаиләләре бик теләп ярышты. Бөтә еңеүселәр ҙә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде. Ә гран-при яулаусы Хөснуллиндар ғаиләһенә 100 мең һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды. Сибайҙан Мәрйәм һәм Рауил Хәсәновтар “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында өсөнсө урынды яуланы.

Ишембайҙан сығыш яһап, “Ғаилә ижады” номинацияһында еңеү яулаған Әҙелбаевтар ҙа беҙҙең ҡала өсөн ят кешеләр түгел. Ғаилә башлығы Фәнзил Әҙелбаев Сибайҙа тыуып үҫкән. Бер нисә йыл рәттән Сибай телевидениеһы директоры булып эшләне. Ҡатыны Лилиә Әлфир ҡыҙы Халыҡ ижады һәм ял үҙәгендә режиссер булды, ҡалала уҙған барлыҡ мәҙәни сараларҙы, телевидениела тапшырыуҙар алып барыусы булараҡ та билдәле. Ҡыҙҙары Айзел төрлө йыр, бейеү конкурстарында ҡатнашһа, улдары Ибраһим менән Йософ -- хоккейсылар. Әлеге ваҡытта улар Ишембайҙа йәшәй һәм эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ижади бәйге өс этапта үтте, конкурстың һайлау турҙары республиканың ете зонаһында уҙғарылды..“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһе 2021 йылдан алып  “Етегән – Ғаилә һәм мөхәббәт көнө”  байрамы сиктәрендә үткәрелә. “Етегән” башҡорт байрамы  2016 йылдан яҙҙың тәүге көнөндә  йәғни бөгөн  – 1 мартта ойошторола. Конкурста ҡалабыҙ намыҫын уңышлы яҡлаусы Хәсәновтарҙы тағы берҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да халҡыбыҙ йолаларын, ғаилә ҡиммәттәрен киләһе быуындарға еткереүгә тос өлөш индереүҙәрен теләйбеҙ.

Автор:гульдар кадаева