АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Декабрь 2021, 23:45

ҒҮМЕРЛЕК ҮКЕНЕС БУЛМАҺЫН!

Тауҙар артыла торғас, Тәлғәт барыбер Әлфиәне кәләш итеп ала. Тик ул уға бер тапҡыр булһа ла яратам тинеме? Юҡ шул... Әлфиә йәшләй һәләк була. Ошо әйтелмәгән бер һүҙ ғүмерлек үкенес булып ҡала. Шулай шул, тормошта ла яныбыҙҙағын ҡәҙерләй белмәйбеҙ, әйтерһең дә киләһе тау артында иҫ киткес ниҙер көтә...

ҒҮМЕРЛЕК ҮКЕНЕС БУЛМАҺЫН!
ҒҮМЕРЛЕК ҮКЕНЕС БУЛМАҺЫН!

Ят, таныш булмаған ерҙән йәйәүләп үткәндә нимә уйлайһығыҙ? Моғайын, арып китһәгеҙ ҙә хәҙер анау тауҙы үткәс мин барыр ҡала йә ауыл күренер, һыуһынды ҡандырыр йылға ағыр, мин йыйыр емеш үҫер, һоҡланғыс шарлауыҡ йә иҫ киткес урман булыр, гөл-сәскәле ялан осрар тигән уй менән бараһығыҙҙыр...Тау артында һәр саҡ серле ниҙер көтә һымаҡ бит! Шуны уйлап эргәбеҙҙәген күрмәйбеҙ... Тормошта ла шулай... Киләсәктә әллә нимәне осратырҙай булып яныбыҙҙағын ҡәҙерләмәйбеҙ.

Бөгөн А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Т.Ғиниәтуллиндың әҫәре буйынса Наил Ғәйетбаев эшкәртеүендәге инсценировкаға таянып “Тау артында ниҙәр бар?” спектаклен сәхнәгә сығарҙы. Уны тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итеүгә күптәр көс һалған: ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы А.Ә.Нәҙерғолов, режиссер ассистенты - В.Н.Ғилманов, ҡуйыусы рәссам– Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В.Б.Яшкулов, пластик яҡтан ҡуйыусы - Р.Ә.Йылҡыбаев, музыкаль яҡтан биҙәүселәр – А.Ә.Нәҙерғолов һәм Р.Ш.Әминев.

Спектакль оло йәштәге Тәлғәттең (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтов) үҙ тормошон һөйләүенә ҡоролған. Йәш Тәлғәтте драма артисы Морат Амантаев уйнай. Ролдәрҙә ҡатнашалар: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфирә Ғәлләмова, Айгөл Хәкимова, Юнир Ғәйнуллин; артистар Салауат Вәлиев, Вадим Ғилманов, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Залина Усманова, Гөлфиә Мәҡсүтова, Илгиз Әбдрәшитов, Резеда Сафиуллина, Айгөл Зәйнуллина, Зәлиә Хәфизова, сәнғәт колледжы студенттары Артур Таджидинов, Ишморат Моратов. Яңыраҡ ҡына коллективҡа ҡушылған йәш актриса Яҙгөл Халисова өсөн был спектакль тәүге сынығыу булды.

Спектакль геройы үҙ тормошонда бер нисә тауҙы артыла. Тик янындағы бәхетен күрмәй. Иртә етем ҡалып, тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, 17 йәшендә генә фронтҡа эләккән Тәлғәт йәштән осратҡан Әлфиәнең һөйөүен ҡәҙерләмәй, уға иғтибар итмәй. Ә бит ҡыҙ уның өсөн ғүмерен бирергә лә риза. Ә Тәлғәт күпме яңылыша, үҙенә битараф булған  Ғәлиә өсөн өҙгөләнә.

Тауҙар артыла торғас, Тәлғәт барыбер Әлфиәне кәләш итеп ала. Тик ул уға бер тапҡыр булһа ла яратам тинеме? Юҡ шул... Әлфиә йәшләй һәләк була. Ошо әйтелмәгән бер һүҙ ғүмерлек үкенес булып ҡала. Шулай шул, тормошта ла яныбыҙҙағын ҡәҙерләй белмәйбеҙ, әйтерһең дә киләһе тау артында иҫ киткес ниҙер көтә...

Әйткәндәй, спектаклдәге диуананың күп һүҙҙәре тамашасыларҙы уйға һалды...

Автор:Резеда Валиева