Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май 2021, 14:47

Китапхана–мәҙәниәт иле

Күп кенә ололар телевизор ҡарап: интернетта ултырып ялҡтыҡ, китап уҡығы килә, тормошта негатив күбәйҙе, китаптар тынысландыра,—тиҙәр. Балаларҙың да китаптан айырылмай уҡып ултырыуҙарын күреү үҙе ҡыуаныс. Тик хәҙерге ваҡытта өйҙә балаларға ата-әсәләр уларҙы алып бармай.Тулыраҡ сайтта.

Заманалар үҙгәреп, мәғлүмәт күпләп интернет киңлектәрендә йәйелдерелһә лә, китапханалар үҙ абруйын төшөрмәй, китап һөйөүселәргә рухи тәрбиә биреүсе, матурлыҡҡа һәм мәҙәниәтле булырға өндәүсе белем биреү үҙәге булып ҡала. Кешеләр китапханаға китап, гәзит-журналдар уҡыу өсөн генә килмәй, илаһи донъя мөхитенә сумып донъя мәшәҡәтенән ял итә, күңел тыныслығы таба. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: китапханасылар бөгөн өҫтәл артында ултырып, йә китап кәштәләре араһында мәғлүмәт эҙләп әҙерләү менән генә шөғөлләнмәй. Уҡыусыларҙы китап мөхитенә йәлеп итеү өҫтөндә мәртәбәле эштәр: яңы китаптарҙың исем туйын, иҫтәлекле даталарға ҡағылышлы мәғлүмәттәр, яҙыусылар менән осрашыу кисәләре уҙғара. Тимәк, улар китапханасы ла, ойоштороусы ла, үҙҙәре йырсы ла, бейеүсе лә. Бөгөнгө көндә китап һөйөүселәр замана китапханаһы ниндәй булырға тейеш тип уйлай? Китапханаларҙы ниндәй проблемалар борсой?

РӘЙСӘ ЗАКИР ҠЫҘЫ ҠУНАЕВА, крайҙы өйрәнеү моделле китапханаһы мөдире:

Китапхана эше элеккегә ҡарағанда ҡырҡа үҙгәрҙе. Элек китапханаларҙың уҡыу залында тынлыҡ хөкөм һөрә ине. Ә хәҙер, киреһенсә, гөрләп һәм шаулап тора. Китапханаға йөрөүселәрҙе “китап уҡыусылар” тип атай инек. Хәҙер улар “ҡулланыусылар” (пользователи) тип атала. Эшебеҙҙең йөкмәткеһе лә, форматы ла үҙгәрҙе. Традицион сараларҙан тыш, квест уйындар, төрлө флешмобтарҙа һәм акцияларҙа ҡатнашыуыбыҙ, онлайн саралар үткәреү, эшебеҙҙә креатив формалар ҡулланыу халыҡта китапханаға ҡыҙыҡһыныу арттыра. Китапхана—өйгә китап биреү, йә гәзит– журнал ҡараштыра торған ғына урын түгел. Бында төрлө йүнәлештә клубтар эшләй. Мәҫәлән, беҙҙең Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында “Йәмле биҙәктәр” ҡул оҫталары клубы ( етәксеһе Г.Й.Арғынбаева) эшләй. Китапханабыҙҙа “Сәсән тирмәһе” музейы бар, унда экскурсиялар үткәрәбеҙ, экспонаттар йыябыҙ.

Күп кенә ололар телевизор ҡарап: интернетта ултырып ялҡтыҡ, китап уҡығы килә, тормошта негатив күбәйҙе, китаптар тынысландыра,—тиҙәр. Балаларҙың да китаптан айырылмай уҡып ултырыуҙарын күреп ҡыуанам. Тик хәҙерге ваҡытта өйҙә балаларға ата-әсәләр уларҙы алып бармай. Шуны билдәләп үткем килә: китап, журналдар алырға мөмкинлек булмаған осраҡта, балаларҙы китапханаларға алып килегеҙ. Бында тупланған мәғлүмәттең ниндәйе генә юҡ! Һуңғы ваҡытта, йәштәрҙең интернет аша китап яҙҙыртып алыуҙары күҙгә ташлана, бигерәк тә психология буйынса китаптар популяр. Шулай ҙа, интернет селтәре ни тиклем киң булһа ла, байтаҡ китаптар әлегә тик китапханаларҙа ғына һаҡлана. Мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа Мостай Кәримдең, Зәйнәб Биишеваның, Айгиз Баймөхәмәтовтың, Факиһа Туғыҙбаеваның китаптарын, әкиәттәрҙе яратып уҡый.

Яңы технологиялар заманы булһа ла, киләсәктә ҡағыҙ китаптарҙың роле юғалмаҫына ышанам. Бынан тыш, ижади оҫтаханалар, психологтар менән кәңәшләшеү урыны булыр, милли телдәрҙе үҙләштереү, ғаилә институтын үҫтереү курстары булдырыу зарур. Иң мөһиме—китап уҡыу мәҙәниәтебеҙгә һәм әхлаҡи тәрбиәгә тик ыңғай тәьҫир итеүен иҫтән сығармайыҡ.

СӘЛИМӘ АЛЬБЕРТ ҠЫҘЫ БАЙГИЛДИНА, Хәйбулла районының Аҡъяр балалар моделле китапханаһы мөдире:

—Китапхананың төп байлығы китап булһа ла, иң ҡәҙерлеһе–унда килеүселәр. Кәштәләрҙең тулы булыуы ғына аҙ. Бөгөнгө китапханалар китап һаҡлағыстар ғына түгел, был ысын мәҙәниәт үҙәктәре. Үкенескә күрә, китап уҡыусыларының һаны һуңғы йылдарҙа кәмей. Шулай ҙа уларҙы йәлеп итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Интернет киңлеге бик күп мөмкинлектәр бирә: унда тура бәйләнеш булдырылһа, йәғни онлайн форматта уҙғарылған сараларҙа йәштәр һәм балалар күберәк ҡатнаша. Тимәк, уҡыусыларыбыҙ быуыны олоғаймай әле.

Һөнәри байрам уңайынан китапханасыларҙы ихлас ҡотлайым. Барлыҡ пландарығыҙ, ижади проекттарығыҙ тормошҡа ашһын. Сәләмәтлек, именлек, кәйеф күтәренкелеге теләйем. Китап, Һүҙ ҡәҙерен белеүсе уҡыусыларығыҙ күп булһын!

НӘСИМӘ МАННАП ҠЫҘЫ ИБРАҺИМОВА:

—Китапханасы эше һәр ваҡыт абруйлы һәм кәрәкле булды. Бала саҡта китапханаға барыу мауыҡтырғыс сәйәхәт кеүек була торғайны. Хәҙерге заманда йәштәр һирәк йөрөйҙөр, сөнки интернет киңлегендә барыһын да табырға була. Ә уларҙы ҡулда тотоп, уны күҙ менән генә түгел, күңел менән уҡыуға ни етә? Бөгөн милли баҫмаларҙы барыһы ла яҙҙырып ала алмай, йыл һайын уларға хаҡ күтәрелеп кенә тора. Шуға күрә гәзит-журналдар уҡырға теләүселәр, тарихи әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусылар китапханаларға ҙур теләк менән йөрөй. Замана менән бергә атлап, заманса алымдар ҡулланғанда ул йәшәйәсәк әле.

Читайте нас: