Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Май 2021, 17:10

СӘХНӘЛӘ—МУСА МОРТАЗИН

Тарихи темаға арналған спектаклде һәр тамашасы үҙенсә ҡабул итә һәм итәсәк. Әммә халҡыбыҙҙың тере һыны булып сәхнәгә Урал бөркөтө—Муса Мортазиндың сығыуы—үҙе бер оло асыш, тарихи ваҡиға.

Күптән түгел Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында “Урал бөркөтө” исемле премьера булды. Спектакль Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаевтың “Муса Мортазин” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән. Төп образ башҡорт халҡының батыр улдарының береһе, легендар комбриг, граждандар һуғышы осорондағы башҡорт ғәскәрҙәрен етәкләгән күренекле командир Муса Мортазин тыуыуына 130 йыл тулыуына ҡарата ҡуйылған. Әҫәрҙе сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтунов ҡуйһа, музыкаһын Башҡортостандың халыҡ артисы Нур Дауытов яҙған.
Наил Ғәйетбаев үҙенең тарихи шәхестәр тураһындағы серияһын дауам итеп Муса Мортазин тураһында әҫәр яҙа.
—Шәйехзада Бабич ижадын һәм тормошон өйрәнгән саҡта, Муса Мортазиндың яҙмышы тураһындағы бик күп ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙғаныс архив материалдарына юлыҡтым. Шул уҡ ваҡытта уҡ күңелдә халҡыбыҙҙың күренекле улы хаҡында яҙырға һүҙ бирҙем һәм “Яҡты хыялдар илендә” тигән әҫәрҙе тамамланым. Ул әле сәхнәгә “Урал бөркөтө” исеме менән сыҡты. Үҙ халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер полководец нахаҡҡа ғәйепләнеп, үлем язаһына хөкөм ителә. Мин автор булараҡ, Муса Мортазиндың образын тыуҙырырға тырыштым, уны халыҡҡа еткергем килде,—ти Наил Әсғәт улы.
Төп ролде—Муса Мортазин образын артист Нәфис Сәйетов бик оҫта башҡара. Режиссер тап уға был ролде биреп, яңылышмаған. Әйткәндәй, режиссер Сәлихйән Әфләтуновтың һәр ҡуйған әҫәре үҙенсә бер яңылыҡ индереүе менән әһәмиәтле. Был юлы ла тамашасылар уның яңы сәхнә алымдарына иғтибар итмәй ҡалмағандыр. Мәҫәлән, күптәр өсөн ятыраҡ тойолған спектакль эсендә спектакль ҡуйыу алымы бик отошло килеп сыҡҡан. Муса Мортазиндың ҡыҙы Шәүрә Мортазина (Айгөл Зәйнуллина) атаһы хаҡында әҫәрҙе сәхнәләштерергә теләй, уның бер ғәйепһеҙ ҡулға алыныуы, халыҡ дошманы балаһы тигән мөһөр менән ғүмере буйы йәмғиәттән ситләтелеп йәшәүенә кәмһенә, шуға күрә атаһы хаҡындағы бар дөрөҫлөктө халыҡҡа еткерергә хыяллана. Шуға күрә спектакль барышында ике режиссерҙың эш итеүен күптәр төшөнөп тә етмәгәндер. Икенсенән, Сәлихйән Әфләтуновтың тәүгеләрҙән булып башҡорт театр сәхнәһенә Сталин һәм Буденный образдарын сығарыуы ла үҙе бер батырлыҡҡа тиң. Муса Мортазиндың Сталин менән осрашыуы, Буденныйҙың уны үҙ итеп, нисек тә һаҡлап ҡалырға тырышыуы шул тиклем әсе дөрөҫлөк менән һүрәтләнә. Сталин образын Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин һәм Буденныйҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтов ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Әммә һәр замандың үҙ Әпкәләйҙәре, ҡуштандары һәм ялағайҙары булғандай, Красникин (Вадим Ғилманов) кеүектәр намыҫлы кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе була. Ҡаршылыҡлы һәм алдаҡ тормошта йәшәргә яраҡлаша алмай Муса Мортазин, үҙе әйтмешләй, “намыҫына һәм выжданына ҡаршы бара алмай”, “Красная Звезда” гәзитендә үҙе яҙмаған хаттың баҫылып сығыуына йөрәге әрней, халҡы, үҙенең көрәштәре алдында нисек күренергә те-йешмен, тип дөрөҫлөк талап итә. Тап ошо сифатын уны күрә алмаусылар бик оҫта файҙалана ла инде. Шуныһы ҡыҙғаныс: йылдар үткәс тә, кешеләр араһындағы көнсөллөк һәм күрә алмаусанлыҡ һаман булһа дауам итә. Шәүрә Мортазина атаһы хаҡындағы әҫәрҙе сәхнәгә сығарыу теләге менән янып, эш башланғанда йәнә үҙе ышанған яҡындары хыянат итә, ошаҡлай. Режиссерҙың йәнә бер уңышлы алымы булып әҫәрҙең тамамлау сәхнәһен атап үтергә мөмкин. Эшһеҙ ҡалған Шәүрә менән әсәһенең аталары хаҡында шул тик-лем йылы хистәр менән һөйләшеүҙәре, уның үлемен күккә осҡан бөркөткә тиңләп, экранда һауаларға артылған ғорур бөркөт һынында тотош Муса Мортазиндың балаларының фотоһүрәттәрен күрһәтелеп барыуы ла бик отошло килеп сыҡҡан. Батыр үҙе үлһә лә, даны ҡала, уның эшен балалары дауам итә, халҡы онотмай, бөгөн дә уның тураһында тик йылы хәтирәләр һаҡлай икән, тимәк ул үлмәгән, ысынлап та һауаларға бөркөт булып күтәрелгән, осҡан. Ваҡыт үтеү менән халҡы уның бөйөклөгөн дә, бейеклеген дә үҙе билдәләне.
Муса Мортазиндың“Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну” китабы баҫтырыла, музейы асыла. Унда геройҙың наградалары, ҡылысы, шәхси әйберҙәре һәм XX быуат башына хас антиквариат әйберҙәре һаҡлана. Өфө, Учалы, Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Иҫке Сибай, Темәс ауылдарында Муса Мортазин хөрмәтенә урамдар бар. Р. Устинованың «Шипы и розы комбрига Муртазина» тип аталған фильмы донъя күрә. Ғүмере буйы атаһының тормошон дөрөҫ күрһәтеү маҡсатында, әҫәр сәхнәләштерергә хыялланған Шәүрә Мортазина барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп, башҡорт сәнғәтенең генә түгел, тотош илдә танылған күренекле театр режиссеры була, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән юғары исемгә эйә була.
Тарихи темаға арналған спектаклде һәр тамашасы үҙенсә ҡабул итә һәм итәсәк. Әммә халҡыбыҙҙың тере һыны булып сәхнәгә Урал бөркөтө—Муса Мортазиндың сығыуы—үҙе бер оло асыш, тарихи ваҡиға. Драматург, режиссер, композиторҙың барыһының бер бөтөн булып эшләүе, Сибай театры артистарының шул тиклем ҙур ихласлыҡ менән үҙ ролдәренә яуаплы ҡарауҙары, ысын мәғәнәһендә бик ҙур эште атҡарып сығырға мөмкинлек биргән. Ә бит әҫәр бер ниндәй ҙә грант аҡсаһына йәиһә “Берҙәм Рәсәй” партияһының проекттары сиктәрендә ҡуйылмаған. Шуға күрә премьераны сәхнәгә сығарыу өсөн күп осраҡта режиссерҙың үҙенә рәссам булырға, бейеү элементтарын ҡуйыусы балетмейстер һәм тамашасы белмәгән әллә күпме эштәрҙе бер үҙенә атҡарып сығырға ла тура килә. Әммә тарихи шәхесте халыҡҡа ҡайтарыу, уның исемен тамашасыларға еткереү тигән иң ҙур теләге Сәлихйән Әфләтуновҡа ла бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирә, дәрт өҫтәй. Бөгөн сәхнәләге Муса Мортазинды һәр кем үҙенсә ҡабул итер, төрлө тәҡдим-фекерҙәр ҙә булыр, әммә иң мөһиме—халыҡ улы халҡына сыҡты, тамашасылар уны ҡарай ала, уның хаҡындары дөрөҫлөк тантана итте. “Урал бөркөтө”н һәр кем ҡарарға тейеш, бигерәк тә йәш быуын үҙ халҡының батыр улдарын белеп үҫһен, тигән фекерҙә уны яҙыусы автор ҙа, ҡуйыусы режиссер ҙа.
Читайте нас: