АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель 2021, 13:00

“Ынйыҡай” актерҙар әҙерләй

Балаларҙың бында ҙур теләк менән шөғөлләнеүен районда уҙғарылған йәш таланттар конкурсында йыл да ҡатнашып, призлы урындар яулауы дәлилләй. Сәхнәлә сығыш яһауҙары, тамашасыларҙың ҡайнар алҡыштарға күмеүе йәш артистарҙың күңелен үҫтерә, ҡанатландыра. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: балалар яңы йыл әкиәте әҙерләп ауылдар буйлап гастролдәргә лә сығып әйләнә. Улар тамашасыларға байрам тамашаһы күрһәтһә, Айһылыу Кәрим ҡыҙы гримм буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.

Башҡортостанда барыһы 12 дәүләт театры бар. Бынан тыш, балалар сәнғәт мәктәптәрендә театр бүлектәре лә һуңғы йылдарҙа бик әүҙем эшләй. Мәҫәлән, “Ҡыҙыл кәпәс”, “Шалҡан”, “Йомро икмәк” әкиәттәрен һәм башҡа билдәле әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереп, үҙҙәрен ысын артистар итеп танытҡан Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең йәш артистарын Хәйбулла районында яҡшы беләләр. Бүлектә 3 төркөмгә бүленеп 30 бала шөғөлләнә. Сәнғәт мәктәбе ике сменала эшләй. Быйыл театр бүлеген 12 бала тамамлаясаҡ.
—Мин Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының режиссерлыҡ бүлеген тамамлап, 1998 йылда сәнғәт мәктәбендә хеҙмәт юлымды башланым. Быға тиклем театр түңәрәге булдырылып та эшләмәй торғас, уны яңынан тергеҙергә, балалар йыйып театр бүлеген асырға тура килде. Бына инде 9 йыл “Ынйыҡай” театр төркөмө өлгөлө исемен йөрөтә. Беренсе ҡарлуғастарым менән “Курочка ряба” әкиәтен сәхнәләштереп сәнғәт мәктәбендә сығыш яһаныҡ. Әкиәт шул тиклем матур килеп сыҡты. Артабан балалар баҡсаларына барып кескәй тамашасыларға күрһәттек. Декорацияларҙы, көйҙәрҙе, кейемдәрҙе лә үҙемә эшләргә тура килде. Хәҙер был йәһәттән күпкә еңелерәк, костюмдарҙы заказ биреп тектерәбеҙ, декорацияларға үҙем эскиздар һыҙам һәм хеҙмәткәрҙәребеҙ менән бергәләп эшләйбеҙ. Балаларымдың барыһы ла шул тиклем талантлы, оҫта. Һәр сығышҡа ныҡлы әҙерләнһәк тә уларҙы сәхнәлә күрһәм тулҡынланам, ҡыуанам. Балалар ҙа минең күңел торошомдо тиҙ генә аңлап ала. Уҙған йыл пандемия арҡаһында райондарға, ауылдарға сығып йөрөү мөмкинлеге булманы. Шулай ҙа дистанцион конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Йәш артисыбыҙ Сулпан Байғусҡарова Сочиҙа уҙғарылған “Киләсәкте төҙө” конкурсында, унан һуң Төмән өлкәһендә, Краснодарҙа, Ҡазанда, Ырымбурҙа, Өфөлә үткәрелгән нәфис һүҙ оҫталығы конкурстарында алдынғылыҡты бирмәне, барыһында ла беренсе дәрәжәле лауреат исемен яуланы. Быйыл Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһында үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға уйлайбыҙ,—ти Айһылыу Кәрим ҡыҙы. Балалар сәхнәләштерелгән Уҡыу йорттарында Башҡортостанда барыһы 12 дәүләт театры бар. Бынан тыш, балалар сәнғәт мәктәптәрендә театр бүлектәре лә һуңғы йылдарҙа бик әүҙем эшләй. Мәҫәлән, “Ҡыҙыл кәпәс”, “Шалҡан”, “Йомро икмәк” әкиәттәрен һәм башҡа билдәле әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереп, үҙҙәрен ысын артистар итеп танытҡан Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең йәш артистарын Хәйбулла районында яҡшы беләләр. Бүлектә 3 төркөмгә бүленеп 30 бала шөғөлләнә. Сәнғәт мәктәбе ике сменала эшләй. Быйыл театр бүлеген 12 бала тамамлаясаҡ. әҫәрҙәр ҡуйыр алдынан тәү сиратта артикуляция, актерлыҡ оҫталығы, гримм һалыуҙы ныҡлы өйрәнә. Шулай уҡ театр, кейемдәр, башлыҡтар тарихы, актерҙар хеҙмәтен өйрәнәүгә ҙур иғтибар бүленә. Балаларҙың бында ҙур теләк менән шөғөлләнеүен районда уҙғарылған йәш таланттар конкурсында йыл да ҡатнашып, призлы урындар яулауы дәлилләй. Сәхнәлә сығыш яһауҙары, тамашасыларҙың ҡайнар алҡыштарға күмеүе йәш артистарҙың күңелен үҫтерә, ҡанатландыра. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: балалар яңы йыл әкиәте әҙерләп ауылдар буйлап гастролдәргә лә сығып әйләнә. Улар тамашасыларға байрам тамашаһы күрһәтһә, Айһылыу Кәрим ҡыҙы гримм буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. Уҡыу йортоноң директоры Б.Ғ.Әминев билдәләүенсә, сәнғәт мәктәбендә 7 бүлектә 443 бала шөғөлләнә. Мәктәп өҫтәмә дөйөм белем биреү йүнәлештәрендә эшләй. Бында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа уҡый. Улар өсөн адаптациялы программа менән уҡытыу алымдары ҡулланыла.
—Киләсәккә ҙур пландар ҡорабыҙ. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға шарттар булдырырға тырышабыҙ Бының өсөн мәктәпкә инергә пандустар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар булдырырға кәрәк. Бер нисә йыл рәттән “Уңайлы мөхит” республика программаһына документтар тапшырабыҙ, әлегә ыңғай һөҙөмтә булманы. Әммә өмөттө һүрелтмәйбеҙ, быйыл да ошо программала ҡатнашып ҡарарға теләк белдерҙек. Шулай уҡ иң ҙур проблемаларҙың береһе—уҡытыусылар етешмәүе. Сәнғәт колледжын, юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар ауылдарға ҡайтырға ашыҡмай. Ә беҙгә квалификациялы кадрҙар кәрәк. Уҡыуҙарын тамамлап эшкә ҡайтҡан йәштәргә район хакимиәте лә ярҙам күрһәтергә әҙер. Шуға күрә йәштәрҙе эшкә саҡырып ҡалам,—ти директор Байрас Ғәлим улы. Сәнғәт мәктәбен тамамлаусыларҙың күбеһе сәнғәт юлынан китә. Был Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә үҙ эшен яҡшы белгән, ижади ҡарашлы уҡытыусылар эшләүен тағы ла бер тапҡыр дәлилләй.