Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Март 2021, 12:00

“Һүрәт тураһында һөйләмәйҙәр, уны ҡарайҙар, тоялар, уйланалар»

Матурлыҡҡа, хозурлыҡҡа битараф булмағандарҙы Сибай сәнғәт колледжында асылған Червон Хисаметдновтың күргәҙмәһен барып ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

Сибай сәнғәт колледжында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, колледж уҡытыусыһы Червон Насретдин улы Хисаметдиновтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Был сара рәссамдың 65 йәшлек юбилейына арналған.
Червон Хисаметдинов Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Аяҙғол ауылында тыуған.
Ябай ауыл малайы бәләкәйҙән башҡалар бөтөнләй иғтибар итмәгән нәмәләргә күҙ һала һәм шунда уҡ һүрәт төшөрөп ҡуя, уға йән өрә, ябай ғына нәмәнән матурлыҡ тыуҙырып булыу һәләтен күрһәтә.
Бала саҡтан геолог булырға хыялланған графика, һынлы сәнғәт оҫтаһы Червон Насретдин улын урман-ҡырҙар, тау-таш, ҡаялар һоҡландыра. Шуға ла күп кенә картиналарында тап тәбиғәт хозурлығы сағылыш таба.
Башҡорт дәүләт педагогия институтының художестволы графика факультетын тамамлаған белгесте 2003 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы Камил Вәлиев Сибай сәнғәт коледжына эшкә саҡыра. 1989 йылдан алып республика, район –ҡала күргәҙмәләрендә ҡатнашҡан рәссам Сибайҙа ла баш-көллө эшкә сума, белгәндәрен студенттарға өйрәтә.Ҡатыны Рәзидә Фирғәт ҡыҙы менән берлектә лә бер нисә тапҡыр шәхси күргәҙмәләр ойошторған.
Ижади эштәре менән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып лауреат исемен яулаған. 2010 йылда “Иң яҡшы уҡытыусы” республика конкурсында ла лауреат булып танылған.
Башлыса майлы буяуҙар менән эш итеүсе рәссам ижадында башҡорт легендалары һәм риүәттәренә өҫтөнлөк бирә. Уның 30-ҙан ашыу эше БДУ-ның Сибай институты музейын, картиналары Өфө, Сибай, Белорет, Күмертау, Магнитогорск, Арғаяш тарафтарында йәшәүселәрҙең шәхси коллекцияларын биҙәй.
Рәссамде шәхси күргәҙмәһе асылыу уңайынан ҡала, колледж етәкселәре, коллегалары, яҡындары ҡотланы.
--Червон Насретдин улының ижады сағыу, ихлас. Уның һүрәттәренә бер генә күҙ ташлау менән тамырҙарының ҡайҙа барып тоташҡанлығын белеп була,--тине Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Азат Йәнбәков хеҙмәттәше хаҡында.
“Һүрәт тураһында һөйләмәйҙәр, уны ҡарайҙар, тоялар, уйланалар», — тип ҡабатларға яратҡан бөйөк рассәм Әхмәт Лотфуллин. Шуға күрә матурлыҡҡа, хозурлыҡҡа битараф булмағандарҙы Сибай сәнғәт колледжында асылған Червон Хисаметдновтың күргәҙмәһен барып ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.