Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Февраль 2021, 11:25

Һаулыҡты ла һаҡлайҙар, йыр-моңға ла маһирҙар

Сибай ҡалаһында үҙешмәкәр коллективтар араһында ойошторолған смотр-конкурста гран-прины һәм күсмә кубокты Үҙәк дауахана коллективы яуланы.

2020 йыл башында Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Сибай ҡалаһының хеҙмәт коллективтары араһында ҡаланың 65 йыллығына арналған художестволы үҙешмәкәрлек конкурсы ойошторолдо. Әммә көтмәгәндә башланған коронавирус пандемияһы арҡаһында сараға йомғаҡ яһалмай ҡалғайны. Сиргә бәйле хәл тотороҡланғас, конкурсты ойошторороусылар уңышлы сығыш яһаған үҙешмәкәр коллективтарҙы билдәләп китте.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 42 заявка ҡабул ителгән. 130-ҙан ашыу концерт номеры ҡаралған. Жюри вокал, хореография, инструменталь, фольклор сығыштарҙы, ҡул эштәре күргәҙмәләрен юғары баһалап, һәр йүнәлеш буйынса еңеүселәрҙе билдәләне.
Конкурста айырыуса балалар баҡсалары коллективтары әүҙемлек күрһәтте. Шулар араһында “Тирмәкәй” һәм “Аҡбуҙат” балалар баҡсалары уңышлы сығыш яһаны һәм еңеүгә өлгәште.
Предприятие һәм ойошмалар араһында халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге беренсе урынға сыҡты. Махсус урта һәм юғары белем биреү уҡыу йорттары араһында БДУ-ның Сибай институты алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Мәктәптәр араһында “Ирәндек” лицейы коллективына тиңдәр булманы. Алтын ҡасабаһының ижади коллективы бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнашып юғары баһа алыуҙарына бүләкләү ваҡытында сикһеҙ ҡыуаныс кисереүҙәрен йәшермәне.
Бөгөн мәҙәни тормошто художестоволы үҙешмәкәрлектән тыш күҙ алдына килтереп булмай. Хеҙмәт коллективтарының төбәгебеҙ ҡеүәтен арттырыу өсөн ныҡышмал эшләү менән бер рәттән йырлап-бейеп күңел асыуҙары, һәр береһенең йыр-моңға маһир булыуы маҡтауға лайыҡ. Шулай итеп смотр-конкурстың гран-приһына һәм күсмә кубогына Сибай үҙәк дауаханаһы коллективы лайыҡ булды.
Төрлө жанрҙарҙғағы сығыштар, костюмдарҙың сағыулығы менән алдырған конкурс ҡалабыҙҙа талантлы кешеләр йәшәүен иҫбатланы. Быйылғы конкурста ла улар яңынан-яңы концерт номерҙары менән сығыш яһар тип ышанабыҙ.
#Нацпроекты#миллипроекттар
#культура#мәҙәниәт