АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Декабрь 2020, 13:00

СИБАЙҘА ПРЕМЬЕРА АРТЫНАН ПРЕМЬЕРА!

Бында туған тел, быуындар бәйләнеше, экологик афәттәр һәм йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү кеүек донъяуи мәсьәләләр ҙә яҡтыртылды. Йәғни, мюзикл төрлө быуаттарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең портал аша йәки ҡан хәтере аша йәки эске аң аша бәйләнештә булып аралашыуын, хатта мөхәббәт хистәрен татый алыуын күрһәтте.

СИБАЙҘА ПРЕМЬЕРА АРТЫНАН ПРЕМЬЕРА!
Быйылғы йылда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса республика театрҙары аҙ тамашалар ҡуйманы. Шулар араһында Сибай концерт-театр берекмәһе лә булып, коллектив бер-бер артлы ике премьера менән сығыш яһаны. Шуларҙың һуңғыһы хаҡында һүҙем.
Һәр ваҡыт яңылыҡ эҙләгән, актуаль темаларҙы ғына һайларға тырышҡан һәм милли фольклор нигеҙендә эшләүҙе үҙ йүнәлеше итеп алған берекмә был юлы ла асылына хыянат итмәне. Мюзикл жанрын һынап ҡараны ул концерт-театр артистарында. Һәм “Серле мираҫ” тип исемләнгән әҫәр сюжетына рухи мираҫ булыр йыр-моңдарҙы, йолаларҙы, матди мираҫ булыр ер-һыуҙарҙы, ҡаҙылма байлыҡтарҙы, аҫабалыҡты киләһе быуындарға тапшырыу мәғәнәһен һалды. Бында туған тел, быуындар бәйләнеше, экологик афәттәр һәм йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү кеүек донъяуи мәсьәләләр ҙә яҡтыртылды. Йәғни, мюзикл төрлө быуаттарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең портал аша йәки ҡан хәтере аша йәки эске аң аша бәйләнештә булып аралашыуын, хатта мөхәббәт хистәрен татый алыуын күрһәтте.
Премьера хаҡында Сибай концерт-театры берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Миңлеғәле улы Ҡотошов бына нимә тине: “Беҙҙең коллектив өсөн мюзикл яңы жанр, әммә ошондайыраҡ стилдә эшләгәнебеҙ булды. Музыка ла, драма ла, хореография ла, опера сәнғәте лә ҡушылған әҫәрҙе ҡурҡмайса сәхнәгә сығара алдыҡ, сөнки бөтөн был өлкәләрҙе лә башҡара алыусы һәләтле артистарыбыҙ бар. Төп ролдәрҙәге - “Сулпан” балалар театры актеры Илнур Сәлимгәрәев менән филармония вокалисы Әлфир Замановты ғына алайыҡ. Егеттәр ошо жанр өсөн тыуған һымаҡ уйнанылар! Актер оҫталығы ла, вокал һәләте лә, милли колоритлы характерҙар ҙа... тамашасыны әсир иттеләр, тип, ғорурлыҡ менән әйтә алам.
Мюзиклдың ижади төркөмө башҡалабыҙҙан саҡырылды. Сценарийҙы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова яҙҙы. Сәхнәгә иһә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова ҡуйҙы. Сәхнә биҙәлеше рәссамы Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Альберт Нестеров,композиторы Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, костюмдар буйынса рәссам Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова, кейемдәрҙе тегеүсе Ольга Михайлова, балетмейстерАлександр Родионов булды, видеоконтентты Айҙар Йосопов эшләне. Яңы команда, әлбиттә, яңылыҡ алып килде, Сибай сәхнәһенә өр-яңы һулыш өрҙө. Сәхнә биҙәлеше, 3D проекция, уңышлы хореография, костюмдар төрлөлөгө һәм артистарыбыҙҙың ошо яңылыҡтан илһамланып, ҡанатланып эшләүе мюзиклды тамашасыға юғары кимәлдәге әҫәр итеп тәҡдим итеү мөмкинлеген бирҙе.
Тамашаның режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Рәил ҡыҙы Асҡарова ла премьера буйынса үҙ фекерен белдерҙе: “Мюзиклда яҡтыртылған темаларҙан башлағанда, быуындар бәйләнеше һәм быуындарҙың бер-береһенә рухи мираҫ ҡалдырырға тейеш булыуы тураһында һөйләйбеҙ әҫәрҙә. Мәҫәлән, бөгөн беҙ балалар туған телендә һөйләшмәй, тип зарланабыҙ. Ни өсөн һөйләшмәйҙәр һуң? Сөнки беҙҙең быуын уларға туған телдә һөйләшеү ҡөҙрәтен тапшырмаған. Беҙгә беҙҙән оло быуын тапшырған бит, ә беҙ шуны үтәмәгәнбеҙ. Сиселеш ошолай килеп сыға, шулай бит? Бына шул хаталарҙы күрһәтәбеҙ мюзикл темаһында. Унан экологик проблемаларҙы ла күтәрәбеҙ. Мәҫәлән, Хан улы мәңгелек байлыҡты тауҙарҙа, урман-ҡырҙарҙа, һыуҙарҙа эҙләй. Ер-һыуҙарҙың алтын-көмөшө, ер аҫты ятҡылыҡтары, ағастары, кейек-ҡоштары һәм башҡалары бөтмәй торған мөлкәт икән тип уйлай. Әммә тәбиғәт уға был байлыҡтарҙың әҙәмдәр тарафынан таланыуын, тәләфләнеүен һөйләй. “Ҡәҙерләй белмәгәндә, беҙ мәңгелек түгел”, - тиҙәр улар... Бына ошо хәүефле сигналды ла халыҡҡа еткереү, етәкселәргә ишеттереү мюзикл маҡсаты. Һәм, әлбиттә, иң үҙәктә мөхәббәт. Яратыу хисе йәш йөрәктәрҙе төрлө быуаттар, ваҡыт һәм заманалар аша ла табыштыра ала. Уларҙы бер-береһенә ата-бабаларҙан ҡалған милли мираҫ булыр ҡан хәтере тарта. Бына шундай фәлсәфәүи, мөғжизәүи һәм моңло премьера булды Сибайҙа.”
Мюзиклдың тәүге тамашасылары Сибай һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән “ҡыҙыл зона”ла эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре булды. Артистар табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын сәскәләр менән ҡаршы алды һәм был еңел булмаған көндәрҙәге фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн оло рәхмәт белдерҙе. Был тамаша медицина хеҙмәткәрҙәренә Сибай концерт-театр берекмәһенең һәм ҡалабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының бүләге булды.
Коллегаларын Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауил Мағрүф улы Халфин ҡотланы.
Тамашаға коллегаларын ойоштороп алып килеүсе Сибай ҡала һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Басир Марат улы Шәрипов та, мюзиклды тыңлап сыҡҡандан һуң, тәьҫораттары менән бүлеште: “Иҫ киткес күренеш булды! Ҡайһы урында ҡул сабырға икәнде лә белмәне тамашасы. Сөнки сәхнә беҙҙе йотто, ундағы ваҡиғалар әйләнеше аҙағынаса арбап, ихтыярһыҙ итеп тотто. Бындай сағыу, яңы форматтағы, заманса тамашаның Сибайҙа булғаны юҡ ине әле. Сәхнә биҙәлеше, видеокүренештәр, яңы костюмдар айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте, тамашаның жанры ла беҙҙең өсөн ят һәм ҡыҙыҡлы – мюзикл. Шул уҡ ваҡытта заманса алымдарҙы файҙаланып мәңгелек темаларҙы сағылдырыуҙары ла аңлашылды. Йәғни, яңылыҡ тип артыҡ күсәрҙән ысҡынып китмәгәндәр, мәғәнә лә, фәһемлелек тә, тәрбиәүи йүнәлештәр ҙә нигеҙҙә ҡалған. Йомғаҡлап әйткәндә, Урал аръяғы өсөн был үҫеш, бейеклек, юғары кимәл күрһәткесе булды.
Сибай концерт-театр берекмәһенең “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй Ватан” проекты буйынса финансланған ике премьераһы ла шулай оло ҡаҙаныш булып ҡабул ителде тамашасы тарафынан. Һәм быға аптырарға ла түгел. Республикалағы берҙән-бер башҡорт телле балалар театры “Сулпан” менән халыҡсанлығы менән айырылып торған филармония һәләтле коллектив берекмәһе булып ойошҡан. Нисә йылдар үҙ мәҙәни усаҡтары һәм сәхнәләре булмағанда ла улар тиҫтәләгән программалар ижад итеп, Урал аръяғын ғына түгел, республика һәм унан ситтәге өлкәләрҙе лә рухи аҙыҡ менән тәьмин итеп йәшәй. Һәм, тиҙҙән, яңы йорттарының ишеген асыуға ла, унда халыҡты йыйып ҡыуандырыуға ла өмөт итә Сибай артистары. Был хыялдары ла бына-бына тормошҡа ашмаҡсы.
Бына шулай Сибайҙа – премьера артынан премьера! Еңел булмаға осорҙа халыҡтың рухын күтәреү, яҡты киләсәккә өмөт уятыу һәм уны матурлыҡтан, илһамдан айырмау өсөн барыһын да эшләй Сибай концерт-театр берекмәһе. Уларҙың ниәте изге һәм саф. Мәҙәниәт ул шулай булырға тейеш тә.
ӘЛИӘ ИСМӘҒИЛЕВА,
СИБАЙ ҠАЛАҺЫ.
Читайте нас: