АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ноябрь 2020, 11:35

ЗӘҢГӘР ТОМАНДАР АРТЫНДА

“Барыһы ла аҡса эшләргә ситкә йөрөй... Бөтә ил халҡына бер Мәскәү... Ни эшләйһең инде, өйҙә бер кемгә лә кәрәгебеҙ булмағас? Эшһеҙ ғаилә ҡороп, бала үҫтереп булмай. Ә өйгә ҡасан булһа ла ҡайтырбыҙ, мотлаҡ ҡайтырбыҙ... Һуңыраҡ... Моғайын... Ҡайһы саҡ уйлап ҡуям: тыуған яҡ бармы ул? Бәлки, тегендә, зәңгәр томандар артында, бер ни ҙә юҡтыр. Бәлки, алыҫ-алыҫта бәхеттән генә торған мөғжизәле төйәк барҙыр? Беләм: был уйҙарҙы ҡыуырға кәрәк. Артабан йәшәргә! Ҡасан булһа ла ҡайтыр өсөн. Иң мөһиме—тыуған яҡҡа илткән юлдар аҙаштырмаһын...”

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында яңы спектакль өҫтөндә эштәр ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Был юлы йәш ҡуйыусы режиссер Регина Ишбулатова етәкселегендә Шәүрә Шәкүрованың “Зәңгәр томандар артында” драмаһы (Гөлдәр Камалова тәржемәһе) сәхнәләштерелә.
“Барыһы ла аҡса эшләргә ситкә йөрөй... Бөтә ил халҡына бер Мәскәү... Ни эшләйһең инде, өйҙә бер кемгә лә кәрәгебеҙ булмағас? Эшһеҙ ғаилә ҡороп, бала үҫтереп булмай. Ә өйгә ҡасан булһа ла ҡайтырбыҙ, мотлаҡ ҡайтырбыҙ... Һуңыраҡ... Моғайын... Ҡайһы саҡ уйлап ҡуям: тыуған яҡ бармы ул? Бәлки, тегендә, зәңгәр томандар артында, бер ни ҙә юҡтыр. Бәлки, алыҫ-алыҫта бәхеттән генә торған мөғжизәле төйәк барҙыр? Беләм: был уйҙарҙы ҡыуырға кәрәк. Артабан йәшәргә! Ҡасан булһа ла ҡайтыр өсөн. Иң мөһиме—тыуған яҡҡа илткән юлдар аҙаштырмаһын...”
Был һүҙҙәр спектакль геройының уйҙарынан. Пьесала улар төп урынды биләй. Бөгөн күптәр тыуған яғынан алыҫҡа аҡса эшләү өсөн юллана. Ҡайһы саҡ был бер-ике айлыҡ вахта менән генә сикләнмәй, йылдарға һуҙыла, ә ҡайһы саҡ мәңгелеккә... Һөҙөмтәлә, унда ла, тыуған яғында ла улар сит булып ҡала. Һәр саҡ аҡса эшләү ниәте менән генә сығып китмәйҙәр, әлбиттә, балаларының киләсәген уйлап күсенеүселәр ҙә бар. Әммә күп осраҡта финанс мәсьәлә тыуған яҡтан айырылырға мәжбүр итә. Пьесала актуаль тема күтәрелә. Тыуған йорттан йыраҡта эшләү ғаилә тормошонда ла ауырлыҡтар тыуҙыра. Туғандарға булған һөйөү, ғәзиз яҡҡа тартылыу—ҡайнап, шаулап торған донъяның бер мөһим өлөшө, әммә ул—һөйөү юғалып ҡалғандай. Мөхәббәтһеҙ өй ҙә буш күренә бит. Был донъяға яратыу етмәй! Пьеса авторы шуны әйтергә теләй: йәштәр ауылын ташлауға беҙҙең йәмғиәт әҙер түгел. Көнбайышҡа ҡарап үҙгәрергә маташабыҙ, үҙ милли традицияларыбыҙ иҫкергән кеүек тойола. Әммә нәҡ улар кешене кеше итеп тотоп торған оло ҡиммәт икәнен онотабыҙ. Мәскәү, Питер кеүек мегаполистарыбыҙ Көнбайыш юлынан бара. Йәштәребеҙ ошо мөхиткә эләгеп, юғалып ҡала, сөнки унда ҡиммәттәр бөтөнләй икенсе—матди байлыҡ өҫтөнлөк итә. Ә ышаныс бында тауар ғына, уны бары тик һатып алып ҡына була.
Әҫәр геройҙары—провинцияларҙан килгән йәштәр. Улар ниндәйҙер мөғжизә көтә, бәхет эҙләй. Уларҙың һөйләшеүендә лә ул сағыла. Зәңгәр томандар артындағы яҡты тормошҡа ашығалар, хыялланалар. Тормош уртаһында ҡайнап йәшәйҙәр, ғашиҡ булалар, айырылалар, хыянат итәләр, үҙ файҙаһы өсөн әллә ниндәй хәлдәргә тарыйҙар. Мегаполиста йөрөһәләр ҙә уйҙары менән уларҙың барыһы ла тыуған яғында.
“Зәңгәр томандар артында” пьесаһы “Авторҙы—сәхнәгә!”, “Литодрама 2018” Халыҡ-ара драматургия конкурсында “Заманса киңлек” номинацияһында еңеү яулаһа, “Баденвайлер-2018” Халыҡ-ара конкурсында танылыу алды һәм 15-се әҙәби Волошин конкурсында (Ҡырым), 13-сө “Драма дәүере-2017, йәй” замана драматургияһы конкурсында иң яҡшылар исемлегенә ингән.
Республиканан ситтә ике театрҙа сәхнәгә сыға. “Современная драматургия” журналында театр тәнҡитсеһе Валентина Федорова яҙыуынса, “был пьеса илде урап сығырға тейеш”. Ысынлап та, спектаклде күптәр ҡараһа яҡшы булыр ине. Ул ололар аудиторияһына ла, өлкән класс уҡыусыларына ла, студенттарға ла тәғәйенләнгән.
Автор Шәүрә Шәкүрова—сценарист, драматург, прозаик, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан кинематографтары союзы, Башҡортостан яҙыусылар союзы, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. “Уфимский вокзал”, «Пусть ветер унесет мои слова» китаптары һәм «Башкирский народный эпос «Урал-Батыр». Архивный источник и его текстологический анализ» монографияһы авторы. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, Мәскәүҙә Рәсәй фәндәре академияһының Донъя әҙәбиәте институтының аспирантураһын, Бөтә Рәсәй кинематография институтын тамамлған.
—Режиссерҙар нәҡ үҙҙәрен борсоған, күңелдәренә үтеп ингән материалды эҙләй. Мин дә үҙемде борсоған теманы күтәрҙем. Яҙыусы ниндәйҙер мәлде тотоп алып, тиҙ үҙгәреп торған донъяны өйрәнеп, шул заман геройын табырға, әхлаҡи ориентирҙарҙы билдәләргә тырыша. Ҡайһы бер әҫәрҙәр иҫкерә, ә ҡайһы берәүҙәре, заман үҙгәрһә лә, актуаль булып ҡала,—ти Шәүрә Рәшит ҡыҙы.
Ҡуйыусы режиссер Регина Ишбулатова З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында режиссер ассистенты булып, беҙҙең театрҙа актриса булып эшләне. “Яҡшы артист булғың килһә, Сибайға бар”,—тип шаярта ул. “Зәңгәр томандар артында” пьесаһы геройҙары кеүек үк Регинаны яҙмыш Мәскәүгә илткән. Мегаполисҡа эләгеп, үҙ тыуған яғының ысын патриоты икәнен аңлап, ҡыҙ илебеҙ баш ҡалаһында башҡорт халҡының мәҙәни сараларын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша башлай. Мәҫәлән, “Мәскәү һылыуҡайы”, һабантуй, фильмдар күрһәтеү һәм башҡалар. Әүҙем ҡыҙҙың тырышлығы бушҡа китмәй, уны Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына ағза итеп һайлайҙар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп ебәрәләр. Йәнәшә “Шаршау” театр-студияһын да эшләтеп ебәрә, спектакль ҡуялар, шиғриәт кисәләре уҙғаралар, Яңы йыл саралары ойошторалар. Быларҙың барыһы ла Мәскәү башҡорттары өсөн эшләнә. Уның театры Мәскәү тамашасылары араһында абруй ҡаҙанып, Мәскәү милли сәйәсәт Департаментының Грамотаһы менән бүләкләнә. Күптән түгел Регина Ишбулатова Ҡырымда үткән “Таврида” театр антимәктәбенең ҡатнашыусыһы булып ныҡ илһамланып ҡайта һәм үҙенең профессиональ спектаклен ҙур сәхнәгә сығарырға ҡарар итә. Йәш режиссер: “Миңә йәнә яратҡан Сибайым ярҙам итә”,—тип ҡыуана.
Спектаклдең рәссамы—Юлиә Сиражетдинова. Музыкаль яҡтан биҙәүсеһе—Илмир Үҙәнбаев. Ролдәрҙә: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Ғәлләмова, артистар Нәфис Сәйетов, Айбулат Ғүмәров, Морат Амантаев, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Нәфисә Мәзитова, Гөлфиә Мәҡсүтова.
Ҡуйыусыларға һәм артистарға яңы спектаклде сәхнәгә сығарыуҙа уңыштар теләйбеҙ!
Премьераны 2-3 декабрь күрә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ!
Гөлсәсәк Теләүсина,
театрҙың әҙәби бүлек мөдире.
Читайте нас: