Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Июнь 2020, 01:00

Йөрәктән сыҡҡан моң

Мәктәпттән һуң, Мәмдүҙә Илбәҡоваға сәнғәт донъяһынан атларға тура килмәй. 1980 йылда ауыл хужалығы техникумын тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын ветеринар һәм умартасылыҡ мөдире булып башлай. Артабан ул Свердловск өлкәһендә тау-байыҡтырыу, Өфө моторҙар эшләү заводында эшләй. Ҡайҙа ғына булыуға ҡарамаҫтан, йыр-моңға тоғро ҡала, йырлауын ташламай. Хыялдар ҡасан булһа ла тормошҡа аша тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Ниһайәт, 1985 йылда Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт-ағартыу техникумы студенткаһы була. Тап ошо йылдарҙа башлана ла инде Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙының яңы ижад донъяһы. Бормалы яҙмыш юлдары йырсыны барыбер оло сәнғәт юлына сығара.

Сәхнәнән тау шишмәһе кеүек ташып сыҡҡан көслө бәрхәт тауыш менән һандуғас моңо-лай ағылған талғын көй бергә ҡауышып, илаһи һәм сихри күренеште хасил итте. Ул әкренләп тамашасылар күңеленә үтеп инеп, бар залды мөғжизәле моң бишегендә бәүелтте. Һәр кем иҫ киткес бындай илаһи күренеште боҙорға ҡурҡҡандай, йыр тамамланыуға ҡарамаҫтан, алҡышларға ашыҡманы. Кинәт ... шау-гөр килеп ҡул сабырға керештеләр, “афарин!” тип ҡысҡырырға ла онотманылар.
Башҡортостандың атҡаҙан-ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бик күп йыр конкурстары лауреаты, Сибай ҡалаһының “Миләш” халыҡ вокал ансамбле етәксеһе, һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Илбәҡованың һәр концерты тап шулай үтә.
Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы бала саҡтан йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫә. Кес кенә сағынан атаһы Ҡәйүмдең, әсәһе Ырыҫбикәнең йыр-моңдарын ишетеп, бейеүҙәрен күреп үҫкәнгәме, ошо илаһи сәнғәт донъяһы бәләкәс Мәмдүҙәне бала саҡтан арбай. Ҡустыһы Ишморат ҡурайын тар-
тып ебәрһә, Мәмдүҙә йырҙар һуҙа. Ошолай итеп һәр кис һайын концерттар ойоштора буласаҡ “әртистәр”. Бөгөн Ишморат Илбәҡов—республикала оҫта ҡурайсыларҙың береһе, Башҡортостандың халыҡ артисы.
Мәктәпттән һуң, Мәмдүҙә Илбәҡоваға сәнғәт донъяһынан атларға тура килмәй. 1980 йылда ауыл хужалығы техникумын тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын ветеринар һәм умартасылыҡ мөдире булып башлай. Артабан ул Свердловск өлкәһендә тау-байыҡтырыу, Өфө моторҙар эшләү заводында эшләй. Ҡайҙа ғына булыуға ҡарамаҫтан, йыр-моңға тоғро ҡала, йырлауын ташламай. Хыялдар ҡасан булһа ла тормошҡа аша тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Ниһайәт, 1985 йылда Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт-ағартыу техникумы студенткаһы була. Тап ошо йылдарҙа башлана ла инде Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙының яңы ижад донъяһы. Бормалы яҙмыш юлдары йырсыны барыбер оло сәнғәт юлына сығара.
Үҙ-үҙенә талапсан, тырыш ҡыҙ училищены уңышлы тамамлап, артабан белемен Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт институтында дауам итә. Мәмдүҙә Илбәҡова тыуған яғына эшкә ҡайта һәм Аҡъяр район мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Тиҙ арала хор коллективы, ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр вокаль ансамблдәре төҙөй, уларҙың сығыштары һәр ерҙә яратып ҡабул ителә.
1995 йылда Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы Сибайға эшкә килә һәм бөгөнгө көнгә тиклем ҡаланың барлыҡ мәҙәни сараларында, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
—Тәүҙә мин Сибай педагогия училищеһында һәм ҡаланың 2-се гимназияһында балаларға музыканан белем бирҙем. 2000 йылда мәҙәниәт бүлеге начальнигының тәҡдиме буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ансамблен булдырыуҙы үҙ өҫтөмә алдым,—ти Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы.—Бөгөнгөләй хәтеремдә, ҡала буйлап төрлө ойошма-учреждениеларҙан йырлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙы эҙләп йөрөүем. Таптым ҡыҙҙарымды, береһенән-береһе һылыу, йыр-моңға ғашиҡ 15 ҡатын-ҡыҙ туплап, “Миләш” тигән исем ҡушып, ансамбль төҙөнөм.
Ысынлап та, миләш тәлгәштәре кеүек һәр саҡ балҡып тороусы, кешеләргә матурлыҡ өләшеүсе ансамблдең йылдар дауамында йырлаусылары ла, репертуары ла үҙгәреп тороуына ҡарамаҫтан, “Миләш”тәрҙең сығышын һәр ерҙә көтөп алалар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ансамблдең репертуарында күпселек һәүәҫкәр композитор Мәмдүҙә Илбәҡова көйөнә яҙылған йырҙар тәшкил итә. Ул башлыса ошо төбәктән сыҡҡан йәки ҡасандыр Сибайҙа эшләп киткән шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итеүсән.
Төрлө концерттарҙа сығыш яһап, күп кенә конкурстарҙа ҡатнашып, ҡала күләмендә үткән бар сараларҙың йөҙөк ҡашына әүерелгән “Миләш” халыҡ ансамблен ойоштора алғанымда, ниңә ир-егеттәрҙе лә саҡырмаҫҡа, тигән уй килә Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙына. Һәм 2008 йылда Сибайҙа тәүге тапҡыр “Азамат” ир-егеттәр ансамбле барлыҡҡа килә. “Аза-
мат”тарҙы халыҡ тәүге сығыштарынан уҡ бик йылы ҡабул итә. Улар үҙҙәре лә эштән һуң көн һайын тиерлек яңы йыр өйрәнергә, сәхнәлә үҙеңде тотоу, тауыштарын ҡуйыу буйынса ныҡышмалы шөғөлләнә. 2010 йылда “Юлдаш” йыр-моң каналы ойошторған конкурста гран-при яулай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн был ансамбль төрлө сәбәптәр арҡаһында тарҡалған.
Мәмдүҙә Илбәҡованың икенсе ижад ҡанаты—йырҙар яҙыу. Халыҡ яратып тыңлаған “Һаҡмарымдың һары таңдары”, “Ҡыш килер ҙә китмәҫ кеүек ине”, “Мөнәжәт”, “Өләсәйем васыяттары”, “Уралымдай ерҙәр ҡайҙа?” йырҙары йәшәүгә дәрт, илһам, көс биреп, йыр-моң һөйөүселәрҙе рухландыра. Әле лә һәүәҫкәр композитор яңы йырҙар өҫтөндә эшләй, күңеленән сыҡҡан моңдарына ихлас йөрәк хисен, халҡына һөйөүен, йәшәү дәртен һала.
Тормошта Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы ихлас күңелле, алсаҡ һәм бик ябай кеше. Сит илдәргә сәйәхәт итергә, бигерәк тә аҡсарлаҡтай Аҡ диңгеҙҙә йөҙөргә ярата (Төрөктәр Урта диңгеҙҙе Аҡ диңгеҙ тиҙәр—авт.). Тәүге һөнәренә хас булғансы, бал ҡорто кеүек үтә егәрле лә ул, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшмәйенсә туҡтамай, заман менән йәнәш атлай.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәм-
дүҙә Илбәҡова тиҙҙән үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай. Киләсәктә лә уны йыр-моңдарыбыҙға ҡарата оло һөйөүе, ташып торған дәрте, сәме һәм ихтыяр көсө ташламаһын, яңынан-яңы көйҙәр ижад итһен, “Миләш”тәре тағы ла сағыуыраҡ балҡыуын теләйбеҙ. Юбилейың менән, Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы!